Эстәлеккә күсергә

Умыртҡа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бил умыртҡаһы

Умыртҡа (лат. vertebra) — умыртҡалыҡты (умыртҡа бағанаһын) төҙөүсе айырым һөйәк.


Хордалылар тибына ҡараған бер төркөм хайуандарҙа эске һөлдәһенең төп нигеҙе (үҙәге) булып умыртҡалыҡ тора. Был төркөм хайуандарҙы умыртҡалылар тип атайҙар. Төрлө хайуандарҙа умыртҡалыҡты төҙөүсе умыртҡа һөйәктәре төрлө һанда була. Улар үҙ-ара хәрәкәтсән, ярым хәрәкәтсән тоташырға һәм ҡушылып үҫергә лә мөмкин. Хәрәкәтсән, ярым хәрәкәтсән тоташҡан умыртҡалар араһында һығылмалы кимерсәк ҡатлау (умыртҡа-ара диск) ята.Шул сәбәпле умыртҡалыҡ һығылмалы була.

Кешенең умыртҡа бағанаһы 5 бүлектән тора: муйын умыртҡалары (7), күкрәк умыртҡалары (12), бил умыртҡалары (5), ялғанып үҫкән һигеҙгүҙ умыртҡалары (5), ялғанып үҫкән 4-5 ҡоймос умыртҡалары. Умыртҡаларҙың дөйөм һаны 33—34.

Умыртҡа һөйәгенең төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Умыртҡалыҡтың ниндәй бүлегенә ҡараһа ла, беренсе (атлант) һәм икенсе умыртҡа һөйәгенән башҡалары бер үк төҙөлөш планына эйә. һәр умыртҡа төп һөйәктән(умыртҡа тәне,лат. corpus vertebrae), һөйәк дуғаһынан һәм бер нисә үҫентенән тора. Был үҫентеләрҙең иң оҙоно артҡа табан йүнәлгән була. Төп һөйәк(умыртҡа тәне) алға ҡарай урынлашҡан һәм терәк функцияһын башҡара.

Төп һөйәк (умыртҡа тәне) менән дуға араһында тишем (лат. foramen vertebrale)бар. Умыртҡаларҙағы был тишемдәр бөтәһе бергә умыртҡа каналын (лат. canalis vertebralis) төҙөйҙәр. Умыртҡа каналы үҙенең эсендә урынлашҡан арҡа мейеһен яҡшы һаҡлай.

Умыртҡа дуғаларынан үҫентеләр китә:арттан сагитталь (уңға һәм һулға симметриялы итеп бүлеүсе вертикаль яҫылыҡ) яҫылыҡта үҙәк (остистый) үҫенте (лат. processus spinalis), дуғаның уңынан һәм һулынан өҫкө һәм аҫҡы быуын үҫентеләре (лат. processus articulares superiores et inferiores) айырылып китә. Быуын үҫентеләренең нигеҙҙәре өҫкө һәм аҫҡы уйымдар (вырезки, лат. incisurae vertebrales superiores et inferiores)) менән сикләнгәндәр. Күршеләш умыртҡалар тоташҡан ерҙә был уйымдар умыртҡа-ара тишемдәр (лат. foramina intervertebralia) хасил итәләр. Был тишемдәр аша ҡан тамырҙары һәм нервылар үтә.

  • Атлас анатомии человека 2014 йыл 2 июль архивланған.
  • Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  • Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)