Аяҡ табаны
Аяҡ табаны | |
Артериальное кровоснабжение | тыльная артерия стопы[d] |
---|---|
360 градус күренеше | zygotebody.com/#nav=-4.8… |
Код NCI Thesaurus | C32622 |
Аяҡ табаны Викимилектә |
Табан (лат. pes; рус. Стопа́) — аяҡтың баҫа торған аҫ яғы[1]
Кеше табаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Табан кеше аяғының иң аҫҡы бүлеге булып тора[2]. Аяҡтың ергә туранан-тура ҡағылышы булған өлөшө табан тип атала[3], табандың өҫкө яғын башҡорттар бәкәл яғы тип атай. Табандың быуындары һығылмалы һәм хәрәкәтсән. Табан һөйәк структураһы буйынса бәшәләй һөйәге алды, бәшәләй һөйәге һәм фалангаларға бүленә.
Кеше табаны функциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Табандың төп функциялары — тән ауырлығын күтәреү һәм тәндең арауыҡта хәрәкәтен тәьмин итеү
Кеше табаны менән бәйле мәҙәниәт һәм йолалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа һәм Япония мәҙәниәтенә ярашлы, бинанан ситтә табандарҙы йәрәхәтләнеүҙән, нигеҙҙә, аяҡ кейеме менән һаҡлайҙар. Һаҡлау функцияһына эйә аяҡ кейемдәре: сандалый, туфли, ботинкалар һәм итектәр. Биналарҙа аяҡ кейеме кейеүҙең тәртибе төрлөсә. Европаның ҡайһы бер илдәрендә, Канадала һәм Яңы Зеландияла өйгә ингән ерҙә аяҡ кейемен сисәләр. Японияла бинаға ингән ерҙә аяҡ кейемен сисеү йолаһы шул тиклем киң таралған, хатта иҙән ҡапламын махсус рәүештә йомшаҡ яһайҙар.
Башҡорттар шулай уҡ өй эсендә аяҡ кейеме менән йөрөмәй, уны ишек алдында ҡалдырыу ҡабул ителгән. Ҡата, галуш эсенән кейелә торған ситек, тула ойоҡтар сиселмәй[4].
Ҡытайҙа X быуаттан алып XX быуат башына тиклем аяҡтарҙы бинтлау йолаһы булған. Ҡыҙҙарҙың аяҡ бармағын, башбармағынан башҡа, тотош һындырып, табанын туҡыма менән бәйләп, бәләкәй аяҡ кейемен кейеп йөрөтөргә мәжбүр иткәндәр. Бынан аяҡ табандары, йыш ҡына киләсәктә аталп йөрөү мөмкинлегенән мәхрүм итеп, деформацияланған[5].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Аяҡтың бәкәлгә тиклем өлөшө, табандың өҫкө яғы
-
Кеше табаны
-
Кеше аяҡ бармаҡтарының рентген һүрәте (фото Эдуард Валента) -
Ҡытай ҡатынының аяғы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 290-сы бит
- ↑ Островский В. М., Шимкевич В. М. Стопа, в анатомии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Д.Н. Ушаков. Ступня // Толковый словарь Ушакова. — 1935—1940.
- ↑ https://kitaplong.ru/boots-bash Ситек
- ↑ Bossan, M.-J., 2004
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биологический энциклопедический словарь / Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Баев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др. — М. : Сов. энциклопедия, 1986. — С. 611. — 831 с. — 100 000 экз.
- Островский В. М., Шимкевич В. М. Стопа, в анатомии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- М. Ц. Рабинович, Пластическая анатомия человека, четвероногих животных и птиц.
- Джованни Чиварди, Художественной образ в анатомическом рисовании.