Эстәлеккә күсергә

Ҡоймос

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡоймос
Рәсем
Анатомическая локализация posterior part of pelvis[d]
Нимә менән тоташа Һигеҙгүҙ һөйәк, Sacrospinous ligament[d], sacrotuberous ligament[d] һәм Gluteal aponeurosis[d]
Код NCI Thesaurus C12696
 Ҡоймос Викимилектә

Ҡалып:Һөйәк

Ҡоймос (лат. coccyx), ҡоймос һөйәге (лат. os coccygis) — кеше умыртҡа бағанаһының бер-береһенә ҡушылып үҫкән дүрт-биш рудиментар умыртҡанан торған түбәнге бүлеге.

Грек исеме лә (бор. грек. κόκκυξ — «кәкүк»), шулай уҡ урыҫса «копчик» атамаһы ла һөйәктең суҡыш формаһына оҡшашлығы менән бәйле[1].

Ҡоймостоң төрлө мускулдарға, тарамыштарға һәм быуындарға беркетелеүенә ҡарап, улар шул иҫәптән бәүел-енес системаһы ағзаларының һәм йыуан эсәктең дисталь бүлектәренең эшмәкәрлегендә ҡатнашыуына (ҡоймос, бығым-ҡоймос һәм түмһәкәй-ҡоймос (лобково-копчиковый) мускулдары, арт юл йәки күтән тишеген күтәреүсе мускул барлыҡҡа килтереүендә, шулай уҡ арт юл -ҡоймос тарамышы мускулын формалаштырыуына ҡарап, ҡоймос кешелә бөтөнләй файҙаһыҙ түгел[2] тигән һығымтаға килергә була. Ҡоймосҡа шулай уҡ янбашты ҡеүәтле яҙғыс йәки турайтҡыс булып тороусы ҙур янбаш мускулы шәлкеменең бер өлөшө беркетелә[1]. Әммә был мускулдар, тарамыштар һәм бәйләүестәр (связки) башҡа күп урындарҙа ла, шул иҫәптән ҡоймосҡа ҡарағанда нығыраҡ структураларға, беркетелгән[1].

Кокцигодиниялар янында үткәрелгән кокцигэктомияларҙы иҫәпкә алғанда, ҡоймосто нығытыу кешеләрҙең именлеге өсөн мөһим тип әйтеүе ышанысһыҙ. 700-ҙән ашыу операцияны үҙ эсенә алған тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, операция 84% осраҡта ауыртыуҙы еңеләйтеүҙә уңышлы булған[3][4]. 12 % осраҡта берҙән-бер етди өҙлөгөү анусҡа яҡынлығы арҡаһында инфекция булыуына бәйле. Әммә ҡоймосто алып ташлағандан һуң килеп тыуған һиҙелерлек проблема - бот араһы йәки сат бүҫере барлыҡҡа килеү хәүефе артыуында.

Ҡоймос кеше янбашы һөлдәһендә ҡыҙыл төҫ менән айырып күрһәтелгән

Ҡоймос дөйөм алғанда бөгөлгән пирамида формаһында, нигеҙе өҫкә, ә түбәһе аҫҡа һәм алға ҡаратылған.

Беренсе ҡоймос умыртҡаһынан ҡоймос мөгөҙҙәре (лат. cornua coccygea) тип аталыусы өҫкө быуын тармаҡтары сыға. Ҡоймос мөгөҙҙрәе, һигеҙгүҙ һөйәге менән тоташып, ҡатын-ҡыҙҙарҙа хәрәкәтсәнлеге нығыраҡ сағылған синдесмоз тибындағы ҡоймос-һигеҙгүҙ берләшмәһен формалаштырыуҙа ҡатнаша. Бала табыу процесында ҡоймос, артҡа тайпылып, бала табыу юлдарын киңәйтә ала.

Беренсе ҡоймос умыртҡаһының ҡабырға (латераль) өҫтө буйлап арҡыры сығынты тармаҡтар рудименттары урынлашҡан, ҡалған ҡоймос умыртҡаларының сығынты тармаҡтары юҡ.

Ҡоймостоң иң киң таралған патологияларының береһе булып ҡатын-ҡыҙҙарҙа йышыраҡ осраған кокцигодиния тора. Кокцигодинияның сәбәптәре булып имгәнеү, ҡоймос өлкәһенең шешеү-дегенератив үҙгәреүе (шул иҫәптән ҡоймос-һигеҙгүҙ быуыны артрозы) йәки был процестарҙың комбинацияһы тора.

  1. 1,0 1,1 1,2 Foye (2008), eMedicine
  2. C Loring Brace Anatomy & Physiology: The Unity of Form and Function. Second Edition. By Kenneth S  Saladin. Boston (Massachusetts): McGraw‐Hill. $107.81. xxxiii + 1181 p; ill.; index. ISBN: 0–07–250475–7. 2001. // The Quarterly Review of Biology. — 2002-03. — В. 1. — Т. 77. — С. 51–51. — ISSN 1539-7718&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 0033-5770, 1539-7718. — DOI:10.1086/343592 Архивировано из первоисточника 24 ғинуар 2021.
  3. A. M. Trollegaard, N. S. Aarby, S. Hellberg Coccygectomy: an effective treatment option for chronic coccydynia // The Journal of Bone and Joint Surgery. British volume. — 2010-02. — В. 2. — Т. 92-B. — С. 242–245. — ISSN 2044-5377&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 0301-620X, 2044-5377. — DOI:10.1302/0301-620x.92b2.23030
  4. Heum Dai Kwon, Rudolph J. Schrot, Edward E. Kerr, Kee D. Kim Coccygodynia and Coccygectomy // Korean Journal of Spine. — 2012. — В. 4. — Т. 9. — С. 326. — ISSN 2093-6729&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 1738-2262, 2093-6729. — DOI:10.14245/kjs.2012.9.4.326
  • Сапин М. Р., Никитюк Д. Б. Анатомия человека. — В 3 томах. — М. — 1998. — Т.1.
  • Синельников Р. Д. Атлас анатомии человека. — В 3 томах. — М. — 1990. — Т.1.

Ҡалып:Кости человека