Ҡоҙғон
Ворон | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Corvus corax Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106005797 |
Ҡоҙғон (рус. Ворон, (лат. Corvus corax) — ялтыр ҡара йөнлө ҙур йыртҡыс ҡош.
Ҡарғанан байтаҡҡа ҙур. Яңғыҙ ҙа, парлашып та йөрөйҙәр. Ҙур күкһел ҡара төҫтәге ҡош. Эйәгендә ҡаты ҡылдарҙан «һаҡал» бар. Осҡанда оҙон ҡойроғо, киң ҡанаттары күҙгә ташлана. Ҡара ҡарғанан байтаҡ ҙур булыуы һәм «һаҡал»дары менән айырыла.
Тауышы көслө: «ҡроҡ-ҡроҡ» йәки тоноҡ «ҡро-ҡро».
Бейек ағаслы ҡуйы урмандарҙа, ағаслы ҡая таштарҙа йәшәй. Үләкһә, ваҡ йәнлектәр һәм ҡоштар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағас башында йәки ҡая таш һикәлтәләрендә була. Көрән таптар менән сыбарланған 5 — 6 бөртөк күкһел йәшел төҫтәге йомортҡа һала. Тәбиғәт санитары булараҡ файҙалы.
Ҡоҙғондар ситлектә 70 йыл тирәһе йәшәй, иректә таға ла оҙағыраҡ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Птицы Советского Союза / Под ред. Г. П. Дементьева и Н. А. Гладкова. Том 5. — М.: Советская наука, 1954.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]{{|en}} {{|hu}} {{|sv}}