Аҫ
Аҫ | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Mustela erminea Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 29674 |
Аҫ (рус. горностай, лат. Mustela erminea) — һыуһарҙар төркөмөнә ҡараған затлы тиреле йыртҡыс йәнлек; йыртҡыстар отряды һыуһарҙар ғаиләһенән имеҙеүсе хайуан. Европала, Азияла һәм Төньяк Америкала киң таралған.
Кәүҙәһе һуҙынҡы, һығылыусан, оҙонлоғо 17—32 см, ҡойроғоноң оҙонлоғо 6—12 см, ауырлығы 200 г. Йәйен тиреһе көрән-һарғылт төҫтә, ҡышын — аҡ, ҡойроҡ осо ҡара йәки ҡоңғорт-ҡара. Ағастарғга яҡшы мена һәм яҡшы йөҙә. Ояларын өндәрҙә, ҡыуыштарҙа, ағас тамырҙары аҫтында яһай. Төнөн актив йәшәү рәүеше алып бара. Төп аҙығы — сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ҡоштар, кәлтәләр. Аҫтар — моногамднар, йылға бер тапҡыр үрсейҙәр. Ҡушылыу ваҡыты яҙ йәки йәй башында. Балалары (уртаса 7—9 бала) киләһе йылдың яҙында тыуа. Ҡиммәтле тире бирә торған йәнлек.
Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Татар энциклопедияһы. Ҡазан, 2008 2013 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған. (тат.)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Позвоночные животные России: Горностай 2021 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.
- Горностай — описание экологии 2007 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.
- Информация о горностаях
![]() |
Был зоология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |