Эстәлеккә күсергә

Чукотка ярымутрауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чукотка ярымутрауы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Чукотка автономиялы округы
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Чукот диңгеҙе[2], Беринг боғаҙы[2] һәм Анадырский залив[d][2]
Иң юғары нөктә Iskhodnaya[d]
Тасуирлау биттәре derstandard.de/story/200…
Урынлашыу картаһы
Карта
 Чукотка ярымутрауы Викимилектә

Чукотка ярымутрауы. 1947 йылғы американың хәрби картаһы

Чукотка ярымутрауы (Чукотка) — Евразия материгының иң төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ярымутрау. Төньяҡтан Төньяҡ Боҙло океандың Чукот диңгеҙе менән, көньяҡтан Тымыҡ океандың Беринг диңгеҙе менән йыуыла. Алаясканан тар ғына Беринг боғаҙы айырып тора. Ярымутрауҙың көнсығыш яры буйында Аракамчечен утрауы бар.

Был көнбайыш ярымшарҙа урынлашҡан Азия континентының берҙән-бер өлөшө.

Ярымутрау Рәсәй федерацияһының Чукот автоном округы составына инә. Ярымутрауынҙа Провиденский һәм Чукот райондары урынлашҡан.

Ярамутрауға исемде 1728 йылда В. Беринг утрауҙа йәшәгән чукча халҡы исемен бирә.

Чукотка тауҙарының панорамаһы, Рәсәй. Алясканың Гембелл ҡалаһынан күренеш

Чукотка ярымутрауының ҙур өлөшөн 1000 метрлыҡ таулыҡтар ҡаплаған. Күп телгәләнгән таулыҡтар һәм ҡаялар араһында айырым бейек тау түбәләре лә бар. Тау массивтары Чевтакан, Эргувеем, Нунямоваам йылғаларының тәрән үҙәндәре менән телгәләнгән. Иң бейек тау түбәләренә Синяев походы менән бәйле исемдәр бирелгән (1194 метр — Чукотка ярымутрауында иң бейек тау түбәһе). Яр буйында тауҙар ҡапыл текә ҡаялар барлыҡҡа килтереп өҙөлә. Уйһыулыҡтар һөҙәк, күберәге лагуналарға яҡын урында урынлашҡан.

Климат ҡырыҫ, яр буйында — диңгеҙ климаты, эске райондарҙа — ҡырҡа-континенталь. Ҡыш оҙонлоғо 10 айға тиклем.

Бөтә ерҙә мәңгелек туңлыҡ таралған. Бергә тоташмаған (30-40 метр оҙонлоҡтағы) туңлыҡтар эре йылғаларҙың түбәнге ағымында һәм термокарст күлдәре аҫтында ғына осрай. Туңған тау тоҡомдарының уртаса температураһы яҡынса тау битләүҙәрендә −10°С, йылға үҙәндәрендә −6°С. Дөйөм алғанда Привидения бухтаһы янында, Тымыҡ океан йылылығы тәьҫире менән, температура күтәрелә.

Чукотка ярымутрауы тулыһынса тундра зонаһында урынлашҡан. Урмандар бөтөнләй юҡ. Арктика талы, дүрт ҡырлы кассиопия, ҡара көртмәле, мүк еләге, ағуна үләне кеүек үләндәр үҫә, уларҙың бейеклеге 5 — 20 см. Йыш ҡына ябыҡ ҡайын, эт еләге лә осрай. Һыу үҙәндәрендә һыу баҫар үҙәндәрҙә үҫә торған тал, ерек, кәрлә ҡайындар үҫә. Мүк һәм лишайниктар флораһы киң таралған, уларҙың күпселеге һирәк осрай торғандар.

Аҡ төлкө, бүре киң таралған, шулай уҡ төньяҡ боландары һәм ҡуяндары, оҙон ҡойроҡло йомран, сипылдаҡ ҡоштар, леммингтар (арктика сысҡандары) тереклек итә. Таулы райондарҙа тау тәкәһе йәшәй.

Диңгеҙҙең ҡаялы ярҙарында, чистик, ипатка, кайру, топорок, баклан беренг, аҡсарлаҡ кеүек ҡоштар оя ҡора. Тундрала гуменник, белолобый ҡаҙы, көнсығыш-себер казаркаһы, гагара, плавунчик, канада торна, кулик, дутыш, поморник һәм ҡоштарҙың башҡа төрҙәре осрай. Ҡалҡыулыҡтарҙа аҡ өкө, аҡ ағуна, һары америка сәпсеге, көнсығыш-себер көйөлдөһө оя ҡора.

Сөсө һыуҙа йәшәүсе ихтиофауна

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. А. Черешнев мәғлүмәте буйынса, 2008 йыл:

  • Lethenteron camtschaticum (Tilesius, 1811) — Тихоокеанская минога
  • Lethenteron kessleri (Anikin, 1905) —
  • Lethenteron reissneri (Dybowski, 1869) —
  • Acipenser baerii stenorhynchus (A. Nikolsky, 1896) —
  • Alosa sapidissima (Wilson, 1811) — Сельдь-шед
  • Carassius carassius jacuticus (Kirillov, 1972) —
  • Leuciscus leuciscus baicalensis (Dybowski, 1874) —
  • Phoxinus perenurus (Pallas, 1814) —
  • Phoxinus phoxinus (L., 1758) —
  • Catostomus catostomus rostratus (Tilesius, 1813) —
  • Barbatula toni (Dybowski, 1869)
  • Esox lucius (L., 1758)
  • Dallia admirabilis (Chereshnev, 1980)
  • Dallia delicatissima (Smitt, 1881)
  • Dallia pectoralis (Bean, 1880) — Берингийская даллия
  • Hypomesus olidus (Pallas, 1814)
  • Mallotus villosus catervarius (Pennant, 1784)
  • Osmerus mordax dentex (Steindachner, 1870)
  • Coregonus anaulorum (Chereshnev, 1996)
  • Coregonus autumnalis (Pallas, 1776)
  • Coregonus lavaretus pidschian (Gmelin, 1789)
  • Coregonus laurettae (Bean, 1882)
  • Coregonus muksun (Pallas, 1814)
  • Coregonus nasus (Pallas, 1776)
  • Coregonus peled (Gmelin, 1789)
  • Coregonus sardinella (Valenciennes, 1848)
  • Prosopium coulterii (Eigenmann et Eigenmann, 1892)
  • Prosopium cylindraceum (Pennant, 1784)
  • Stenodus leucichthys nelma (Pallas, 1773)
  • Thymallus arcticus mertensii (Valenciennes, 1848)
  • Thymallus arcticus pallasii (Valenciennes, 1848)
  • Thymallus arcticus signifer (Richardson, 1823)
  • Brachymystax lenok (Pallas, 1773)
  • Oncorhynchus gorbuscha (Walbaum, 1792)
  • Oncorhynchus keta (Walbaum, 1792) — Кета
  • Oncorhynchus kisutch (Walbaum, 1792) — Кижуч
  • Oncorhynchus nerka (Walbaum, 1792) — Нерка
  • Oncorhynchus tschawytscha (Walbaum, 1792) — Чавыча
  • Salvelinus alpinus complex (L., 1758)
  • Salvelinus andriashevi (Berg, 1948)
  • Salvelinus boganidae (Berg, 1926)
  • Salvelinus elgyticus (Viktorovsky et Glubokovsky), 1981
  • Salvelinus malma (Walbaum, 1792) — Мальма
  • Salvelinus taranetzi (Kaganovsky, 1955) — Голец Таранца
  • Salvethymus svetovidovi (Chereshnev et Skopetz), 1990 — Длиннопёрая палия Световидова
  • Lota lota leptura (Hubbs et Schultz, 1941) — Тонкохвостый налим
  • Gasterosteus aculeatus (L., 1758) — Трёхиглая колюшка
  • Gasterosteus cf. aculeatus (L., 1758) — Реликтовая трёхиглая колюшка
  • Pungitius pungitius (L., 1758) — Малая, или девятииглая колюшка
  • Cottus cognatus cognatus (Richardson, 1836) — Западный слизистый подкаменщик
  • Cottus cf. poecilopus (Heckel, 1836) — Пестроногий подкаменщик
  • Gymnocephalus cernuus (L., 1758) — Обыкновенный ёрш
  • Perca fluviatilis (L., 1758) — Речной окунь
  1. Deutsche Nationalbibliothek Tschuktschenhalbinsel // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Tschuktschenhalbinsel // Энциклопедия Брокгауз (нем.)