Эстәлеккә күсергә

Ҡара көртмәле

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара көртмәле
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы V. myrtillus
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Vaccinium myrtillus L., 1753[1]
Таксономия рангыһы Төр[1]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Vaccinium sect. Myrtillus[d][1]
Таксондың халыҡ атамаһы Heidelbeere[2], arándano, whortleberry[3], Blauwe bosbes[4], brusnice borůvka[5], blauwe bosbes[6], myrtille commune[6], bilberry[6], Blaubeere, Heidelbeere[6], kangasmustikka[7], Blåbær, 黑果越橘[8], 黑果越桔[9], 黑果越桔[10], 米饭花果[11], Arandanera[12], borovnica һәм 黑果越橘[13]
Базионим V. myrtillus
Имеет плод типа ягода[d]
Этот таксон является источником черника[d]
Природоохранный статус по версии NatureServe secure[d][14]
Вики-проект Проект:Инвазионная биология[d]
Ареал таксона Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы[13]
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…[15]
 Ҡара көртмәле Викимилектә

Ҡара көртмәле, йәки Ябай ҡара көртмәле [16]- (лат. Vaccínium myrtíllus) — тәпәшәк ҡыуаҡ, биологик төр булараҡ вакциниум ырыуына, арсалар ғаиләһенә ҡарай. Ашарға яраҡлы еләк. Еләге һәм япрағы дауалау маҡсаттарында ҡулланыла. Ҡайһы берҙә көртмәлене шулай уҡ декоратив маҡсатта баҡса убасыҡтарында үҫтерәләр.

Фәнни атамаһы латин телендәге vacca — һыйыр тигәндән килеп сыҡҡан, сөнки ҡайһы бер төрҙәренең һабаҡтарын мал аҙығы булараҡ ҡулланғандар.

Төргә бирелгән myrtillus һүҙе  кесерәйтелгән «мирт» тигәнгә әйләнгән, сөнки япраҡтары мирт менән оҡшаш.

Башҡортса "ҡара көртмәле" уның емештәренең төҫөнән алынған, сөнки көртмәленең йәнә күк һәм ҡыҙыл төрө лә бар.

Ҡыҙыҡ, Миртиллокактус (Myrtillocactus) тип аталған кактус ырыуы ла бар, ул да атамаһын (Vaccinium myrtillus) емештәренең көртмәлегә оҡшауы арҡаһында алған [17].

Көртмәле — 10-50 см бейеклегендәге ваҡ ҡыуаҡлыҡ, төньяҡта, тундра зонаһында бер нисә сантиметр ғына бейеклектә була[18]. Һабаҡтары олононан осло мөйөштәр яһап тарала.

Япраҡтары сиратлаша, ваҡ, оҙонса, күн һымағыраҡ, спираль буйлап урынлаша, ситтәре ваҡ ҡына бысҡы теше кеүек. Өҫ яҡта япраҡтар ослораҡ, аҫты аҡһыл, өҫтән – аҡһыл-йәшел, яланғас, йоҡа, ҡышҡа ҡойола. Ямғыр һыуы япраҡтары буйлап тамырына ағып төшә.

Тамырҙары тармаҡлы, күп һанлы үренде бирә.

Май айында сәскә ата. Сәскәһе аҡһыл-йәшел, төҙөк, берәрләп урынлашҡан. Тажы биш тешле. Ун һеркәлеге бар. Емшәне берәү. Сәскә аҫҡа ҡарай бөгөлә, был һеркәһен һыуҙан һаҡлай. Төп һеркәләндереүселәр — бал ҡорто һәм иңкеш.

Сәскәһенең формулаһы: [19].

Францияла ҡара көртмәле йыйыу

Емештәре күкһел ҡара [18] йәки ҡара. Аҡһыл ҡунығы йыуылғас, ул ҡап-ҡара булып ҡала [20]. Еләк эсе ҡуйы ҡыҙыл, орлоҡтары 40-ҡа етә, әммә уртаса шуның яртыһы була. Орлоҡтары ҡоштарҙың ашҡаҙанында эшкәртелмәй, ул шул рәүешле тарала.

Вегетатив юл менән һәм орлоҡтан үрсей.

Ҡырағай тәбиғәттә күберәк төньяҡ райондарҙа, башлыса ҡарағай урмандарында йә һаҙлыҡтарҙа үҫә.

Хужалыҡта әһәмиәте һәм ҡулланылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көртмәлене башҡорттар ҡайнатма итеп тә, ҡаҡ итеп тә, кеҫәлгә лә, бәлеш эслеге итеп тә ҡуллана. Туңдырып та һаҡлайҙар. Көртмәле үҫкән райондарҙа ул урындағы халыҡҡа ярайһы табыш та килтерә.

Көртмәлелә емеш-еләк кислоталары әҙ, ул сөскөлтөм тәмле. Мәгәр унда А һәм B витаминдары, марганец, епсәләр, флавоноидтар күп. Еләге — бик бай С витамины, магний һәм кальций сығанағы[21].

Һутлы сәскәләренән хуш еҫле бал алалар[22].

Көртмәленең төҫө кислота миҡдарына бәйле. Ул әҙерәк булған һайын төҫө күкһелерәккә әйләнә.

Көртмәленән шәмәхә төҫтәге буяу алалар, уны, мәҫәлән, иткә келәймә һуғыу өсөн ҡулланалар. Буяуҙы етештереү ысулына ҡарап, йөн һәм киндер туҡыма шәмәхә йәки ҡыҙыл төҫкә инә[23].

Көртмәлегә бәйле мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
СССР-ҙың почта маркаһы
Гукливый ауылында көртмәлегә һәйкәл (Украина)
  • 1964 йылда СССР-ҙа көртмәлегә бағышлап почта маркаһы сығарылған [(Каталог почтовых марок СССР, № 3133).
  • Карпат аръяғының Гукливый ауылында (Украина) ҡара көртмәлегә бәләкәй генә һәйкәл ҡуйылған.
  • Пермь крайының Красновишерск ҡалаһында йыл һайын ҡара көртмәле һәм көртмәле бәлеше фестивале уҙғарыла. 2012 йылда 70 м оҙонлоғондағы көртмәле бәлеше бешерелгән һәм Рәсәй рекордтар китабына ингән.

Күҙҙе дауалағанда ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борондан көртмәле эңерҙә күҙ ҡоросон нығытыусы булып һанала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, британ хәрби осоусыларына Икенсе донъя һуғышы ваҡытында төнгө осоштарҙа махсус рәүештә көртмәле джемы биргәндәр. Шул уҡ ваҡытта АҠШ тикшеренеүселәре 2000 йылда көртмәлелә эңерҙә күреү һәләтен яҡшыртыу сифатын тапмағандар[24][25]. Лаборатория тәжрибәләре иһә көртмәле ашауҙың ҡайһы бер күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеүен йә иһә дауалауҙа яҡшы һөҙөмтәгә килтереүен күрәһәтә[26], әммә клиник тикшеренеүҙәр үткәрелгәне юҡ. Көртмәленең ҡарағусҡыл күк төҫө антоциан тигән тәбиғи буяу арҡаһында барлыҡҡа килә. Уны файҙаланыу[27] йөрәк, ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеүе асыҡланған[28], күҙ[29], ракты дауалағанда ыңғай һөҙөмтә бирә[30][31]. Антоциандан тыш ҡара көртмәлелә протоантоцианидтар, флавоноидтар һәм таниндар күп, улар иһә антиоксидант булараҡ билдәле[32]

Офтальмологияла, ҡағиҙә булараҡ, көртмәле экстракты ҡулланыла.

Шул уҡ ваҡытта күптәр был еләк ғөмүмән күреүҙе яҡшырта тип уйлай. Быны биологик актив өҫтәлмәләр (БАД) һатыусылар күрәләтә ялғанлап рекламала ҡуллана. Әммә фекер ысынбарлыҡҡа тура килмәй, ҡара көртмәле күҙҙең шекәрәһе ҡубыуҙан ғына ярҙам итә.

Ҡара көртмәле Төньяҡ Европала һәм Азияның тайгалы урындарында тәбиғи үҫә. Төньяҡ Америкала ла осрай, унда ул боронғо рәүештә һаҡланған. Йыш ҡына ҡара көртмәле тип уға оҡшаған еләктәр һатыу ҙа күҙәтелә.

Башҡортостанда ҡара көртмәле Урал алдының төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай, таулы, ҡарағай урманлы райондарҙа үҫә. Белорет, Бөрйән, Салауат, Учалы райондарының ҡарағай урмандарында көртмәлектәр күп.

Көртмәленән шәмәхә төҫтәге буяу алалар, уны, мәҫәлән, иткә келәймә һуғыу өсөн ҡулланалар. Буяуҙы етештереү ысулына ҡарап йөн һәм киндер туҡыма шәмәхә йәки ҡыҙыл төҫкә инә[33].

  • Кожевников Ю. П. Семейство вересковые (Ericaceae) // Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 5. Ч. 2. Цветковые растения / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1981. — С. 88—95.
  • Нейштадт M. И. Определитель растений средней полосы Европейской части России. — М.: Учпедгиз, 1948.
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1010. Vaccinium myrtillus L. — Черника // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 24. — ISBN 5-87317-163-7.
  • Jorge B. Retamales, James F. Hancock. Blueberries (инг.). — CABI, 2012. — 336 p. — ISBN 1845938267. — ISBN 978-1-84593-826-0
  1. 1,0 1,1 1,2 Linnaeus C. Species Plantarum (лат.): Exhibentes plantas rite cognitas ad genera relatas — 1753. — Т. 1. — Б. 349.
  2. FloraWeb
  3. база данных растений Министерства сельского хозяйства США (ингл.)
  4. https://www.nederlandsesoorten.nl/linnaeus_ng/app/views/species/nsr_taxon.php?id=120380
  5. https://portal.nature.cz/publik_syst/nd_nalez-public.php?idTaxon=40413 (чеш.)Agentura ochrany přírody a krajiny České republiky.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Бельгийский список видов
  7. https://laji.fi/taxon/MX.38622 — 2012.
  8. Institute of Botany, Chinese Academy of Sciences https://www.plantplus.cn/doi/10.12282/plantdata.0061 — 2022. — doi:10.12282/PLANTDATA.0061
  9. https://www.iplant.cn/frps/vol/57(3) / под ред. Ф. Жуйчжэн — 1991. — Т. 57(3). — Б. 159.
  10. 彭莳嘉, 罗源, 蔡宏宇, 张晓玲, 王志恒 全球变化情景下的中国木本植物受威胁物种名录, A new list of threatened woody species in China under future global change scenarios (ҡыт.) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 5. — Б. 21459. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2021459
  11. 庄会富, 王亚楠, 王趁, 金涛, 王雨华 A Scientific Dataset of useful plants of China, 中国有用植物数据集 — 2021. — doi:10.11922/SCIENCEDB.J00001.00212
  12. http://www.sabencia.net/nomenclator.php
  13. 13,0 13,1 (unspecified title)doi:10.17520/biods.2023124
  14. https://explorer.natureserve.org/Taxon/ELEMENT_GLOBAL.2.135011/Vaccinium_myrtillus
  15. Таксономия растений GRIN (ингл.)
  16. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г.Д.Зайнуллина, 2001)
  17. Удалова Р. А., Вьюгина Н. Г. В мире кактусов / Отв. ред. С. Г. Сааков. — 2-е изд. — М.: Наука, 1983. — С. 98. — 144 с. — (Научно-популярная серия). — 250 000 экз.
  18. 18,0 18,1 Gunnevi Bonekamp, s. 78
  19. Сербин А. Г. и др. Медицинская ботаника. Учебник для студентов вузов. — Харьков: Изд-во НФаУ: Золотые страницы, 2003. — С. 150. — 364 с. — ISBN 966-615-125-1.
  20. Honkavaara, Johanna: «Ultraviolet cues in fruit-frugivore interactions», sivu 22. Jyväskylä: University of Jyväskylä, 2002
  21. Mustikan ravintoarvot 2010 йыл 2 апрель архивланған. Terveyden ja hyvinvoinnin laitos.
  22. Абрикосов Х. Н. и др. Черника // Словарь-справочник пчеловода / Сост. Федосов Н. Ф.. — М.: Сельхозгиз, 1955. — С. 397.
  23. Губанов И. А. и др. Дикорастущие полезные растения СССР / отв. ред. Т. А. Работнов. — М.: Мысль, 1976. — С. 264—265. — (Справочники-определители географа и путешественника).
  24. Muth E. R., Laurent J. M., Jasper P. The effect of bilberry nutritional supplementation on night visual acuity and contrast sensitivity. // Altern Med Rev. — 2000 Apr. — № 5(2). — P. 164—173. Abstract.
  25. Bilberry Bombs, WebMD, October 2000.
  26. Fursova A. Zh. et al. Dietary supplementation with bilberry extract prevents macular degeneration and cataracts in senesce-accelerated OXYS rats. // Adv Gerontol. — 2005. — № 16. — P. 76—79. (Article in Russian). Abstract.
  27. Gross P. M. Scientists zero in on health benefits of berry pigments 2010 йыл 31 август архивланған. // Natural Products Information Center. — July 2007.
  28. Bell D. R., Gochenaur K. Direct vasoactive and vasoprotective properties of anthocyanin-rich extracts. // J Appl Physiol. — 2006 Apr. — № 100(4). — P. 1164—1170. Abstract.
  29. Chung H. K. et al. Efficacy of troxerutin on streptozotocin-induced rat model in the early stage of diabetic retinopathy. // Arzneimittelforschung. — 2005. — № 55(10). — P. 573—580. Abstract.
  30. Roy S. et al. Anti-angiogenic property of edible berries. // Free Radic Res. — 2002 Sep. — № 36(9). — P. 1023—1031. Abstract.
  31. Boivin D. et al. Inhibition of cancer cell proliferation and suppression of TNF-induced activation of NFkappaB by edible berry juice. // Anticancer Res. — 2007 Mar. — № 27(2). — P. 937—948.
  32. Srivastava A. et al. Effect of anthocyanin fractions from selected cultivars of Georgia-grown blueberries on apoptosis and phase II enzymes. // J Agric Food Chem. — 2007 Apr. — № 18; 55(8). — P. 3180—3185.
  33. Губанов И. А. и др. Дикорастущие полезные растения СССР / отв. ред. Т. А. Работнов — М.: Мысль, 1976. — Б. 264—265. — (Справочники-определители географа и путешественника)