Эстәлеккә күсергә

Көртмәлеләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вакциниум битенән йүнәлтелде)
Көртмәлеләр
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Vaccinium L., 1753[1][2]
Таксономия рангыһы Ырыу[1]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Vaccinioideae[d]
Таксондың халыҡ атамаһы blueberry[3], Bosbes[4], airelle, боровинки, 越桔属[5], 越橘属[6][7][8][…], 越桔属[9], Blueberry[10] һәм vakcinij[11]
Номенклатурный тип V. uliginosum
Имеет плод типа ягода[d]
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…[12]
Ссылка на Flora of the Hawaiian Islands naturalhistory2.si.edu/b…
 Көртмәлеләр Викимилектә

Көртмәлеләр,Вакци́ниум (лат. Vaccínium) — мәңге йәшел һәм япраҡ ҡоя торған үҫемлектәргә ҡараған ҡыуаҡ, ярымҡыуаҡ һәм ваҡ ҡыуаҡтар (бик һирәк ағас йә лиана), Арса һымаҡтар (Ericaceae) ғаиләһенән. Күпселек төрҙәре — Төньяҡ ярымшарҙан, ләкин ҡайһы бер төрҙәре һәм көньяҡта ла осрай.

Башҡорт телендә «көртмәлеләр» булараҡ билдәле.

Был төргә кеше өсөн файҙалы һәм мәнфәғәтле күп кенә үҫемлектәр инә:ҡара көртмәле, күк көртмәле, ябай һәм эре емешле мүк еләктәре, мүк көртмәлеһе һәм ҡыҙыл көртмәле.Улар ашарға яраҡлы, дауаға ярай торған үҙенсәлектәре лә бар. Ҡайһы бер ашарға яраҡлы төрҙәре культуралаштырылған, шул иҫәптән сәнәғәт масштабында (тәү сиратта былар — эре емешле мүк еләге һәм бейек ҡыуаҡсыҡлы күк көртмәле). Башҡа маҡсаттарҙа үҫемлек өлөштәре ҡулланыла, мәҫәлән, медицинала — ҡара һәм ҡыҙыл көртмәленең япрағы файҙаланыла. Ҡайһы бер үҫемлектәр декоратив баҡсасылыҡта ҡулланыла.

Вакциниумдың синонимдары[13]:

Ҡыҙыл көртмәле (Vaccinium vitis-idaea). К. А. М. Линдман, «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация.
1 — сәскәле һабағы, 2 — еләге, 3 — сәскәһе киҫелештә, 4 — һеркәһе

Күпселек төрҙәренең тәбиғи ареалы — Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм һалҡынса климатлы төбәктәре; Анд тауҙарында, шулай уҡ Гавай утрауҙарында, Мадагаскарҙа, Көньяҡ Африкала таралған тропик төрҙәре бар.

Был ырыу үҫемлектәренең күп өлөшө асыҡ майҙандарҙа, яҡты урмандарҙа үҫә, әсе тупраҡты өҫтөн күрә. Ҡайһы бер төрҙәре сфагн һаҙлыҡтарына яраҡлашҡан: мәҫәлән, күк көртмәле, мүк еләге төрҙәре[14].

Беренсе сиратта дарыу үләне булараҡ ҡулланылған вакциниум төрҙәренең химик составы яҡшы өйрәнелгән.

Медицина йәһәтенән иң мөһим компоненттарҙың береһе глюкозид арбутин, ул бәүел юлдары өсөн антисептик булып тора, бактерицидный үҙенсәлектәре бар. Ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле япрағында һәм арбутин табылған[15][16]. Арбутин (вакцинин) ҡыҙыл көртмәле менән мүк еләгенә әскелт тәм бирә лә инде[17].

Ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле япрағында аскорбин кислотаһы (ҡара көртмәлелә — 250 мг% тиклем), дубиль матдәләр, флавоноидтар, тритерпен берләшмәләр, ҡына кислотаһы бар[15].

Ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле, мүк еләгендә шәкәрҙәр, лимон һәм аскорбин кислоталары (ҡыҙыл көртмәлелә — 17-гә мг% тиклем) глюкозидтар булыуы асыҡланған. Ҡыҙыл көртмәлелә һәм мүк еләгендә антисептик сифатлы бензой кислотаһы бар, ҡара көртмәлелә ул юҡ[15], тап шуға ла ҡыҙыл көртмәлене һәм мүк еләген, ҡара көртмәленән айырмалы, консерванттар ҡушмай ғына оҙайлы ваҡыт һыуға һалып һаҡлап була.

Ҡара көртмәле бөтә еләк һәм емеш-еләк араһында марганец күләме буйынса беренсе урынды биләй[15].

Һулдағы фотографияла:Вакциниум&nbsp үҫемлектәре емештәре;— мүк еләге, күк көртмәле, ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле (өҫкө уң яҡтан сәғәт уғы йөрөшө буйынса). Уртала һәм уңда — бейек күк көртмәле емештәре.
  1. 1,0 1,1 Линней К. Genera plantarum eorumque characteres naturales, secundum numerum figuram, situm, & proportionem omnium fructificationis partium — 5 — Стокгольм: 1754. — Б. 166. — doi:10.5962/BHL.TITLE.746
  2. Linnaeus C. Species Plantarum (лат.): Exhibentes plantas rite cognitas ad genera relatas — 1753. — Т. 1. — Б. 349.
  3. база данных растений Министерства сельского хозяйства США (ингл.)
  4. https://www.nederlandsesoorten.nl/linnaeus_ng/app/views/species/nsr_taxon.php?id=120378
  5. https://www.iplant.cn/frps/vol/57(3) / под ред. Ф. Жуйчжэн — 1991. — Т. 57(3). — Б. 75.
  6. 彭莳嘉, 罗源, 蔡宏宇, 张晓玲, 王志恒 全球变化情景下的中国木本植物受威胁物种名录, A new list of threatened woody species in China under future global change scenarios (ҡыт.) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 5. — Б. 21459. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2021459
  7. 刘冰 (Bing Liu), 叶建飞 (Jianfei Ye), 刘夙 (Su Liu), 汪远 (Yuan Wang), 杨永 (Yong Yang), 赖阳均 (Yangjun Lai), 曾刚 (Gang Zeng), 林秦文 (Qinwen Lin) Families and genera of Chinese angiosperms: a synoptic classification based on APG III, 中国被子植物科属概览: 依据APG III系统 (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2015. — Т. 23, вып. 2. — Б. 225–231. — 7 с. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2015052
  8. 王洪峰, 董雪云, 穆立蔷 黑龙江省野生维管植物名录, Checklist of tracheophyte in Heilongjiang Province (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22184. — ISSN 1005-0094doi:10.17520/BIODS.2022184
  9. http://www.efloras.org/flora_page.aspx?flora_id=3
  10. Flora of the Southeastern United States (ингл.)Chapel Hill: North Carolina Botanical Garden.
  11. (unspecified title) (словен.)Tehniška založba Slovenije, 1999. — ISBN 86-365-0300-0
  12. Таксономия растений GRIN (ингл.)
  13. По данным сайта GRIN (см. раздел Һылтанмалар)
  14. Еленевский А. Г. Ботаника. Систематика высших, или наземных, растений: учеб. для студ. высш. пед. учеб. заведений / А. Г. Еленевский, М. П. Соловьёва, В. Н. Тихомиров. — Изд. 4-е, испр. — М.: Академия, 2006. — С. 346—349. — 3000 экз. — ISBN 5-7695-2141-4.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 Ковалёва Н. Г. Лечение растениями. Очерки по фитотерапии. — М.: Медицина, 1972. — 352 с. — УДК-615.322
  16. Вермейлен, Нико. Полезные травы. Иллюстрированная энциклопедия: Пер. с англ. Б. Н. Головкина. — М.: Лабиринт Пресс, 2002. — С. 298—299. — 320 с. — ISBN 5-9287-0244-2.
  17. Шипунов А. Б. ҡара көртмәлеа // Биология: Школьная энциклопедия / Белякова Г. и др. — М.: БРЭ, 2004. — 990 с. — ISBN 5-85270-213-7.

Ҡалып:Арса һымаҡтар