Эстәлеккә күсергә

Төньяҡ Каролинаның ботаника баҡсаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төньяҡ Каролинаның ботаника баҡсаһы
Нигеҙләү датаһы 1903
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Төньяҡ Каролина
Баш компания (ойошма, предприятие) University of North Carolina Chapel Hill Herbarium[d]
Рәсми сайт ncbg.unc.edu
Карта
 Төньяҡ Каролинаның ботаника баҡсаһы Викимилектә

Төньяҡ Каролинаның ботаника баҡсаһы (ингл. North Carolina Botanical Garden) ― Чапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина Университетының ботаника баҡсаһы (UNC). Майҙаны яҡынса 2,8 кв. м. һәм тағы ла тәбиғәт ҡурсаулығы зонаһы 850 кв. км квадрат биләй.

1903 йылда университет профессоры Уильям Чамберс Кокер үҙәк кампус территорияһында ағас һәм ҡыуаҡтар (хәҙер бында Кокер дендрарийы урынлашҡан) ултыртҡан, шул осорҙан ботаника баҡсаһы тарихы башлана. 1952 йылда университеттың попечителдәре 280 кв. м. ҙурлығындағы урманлы участканы ботаника баҡсаһы ихтыяжына бүлеү вәкил ҡарарын ҡабул итә. 420 квадрат метр күләмендәге тағы ла бер ер участкаһын Уильям Ланье Хант бүләк иткән. 1960-сы йылдарҙа баҡса байтаҡҡа киңәйтелгән. Бында шулай уҡ 2009 йылда Джеймс һәм Делайт Аллендарҙың Белем биреү үҙәге төҙөлгән. Бина архитектор Фрэнк Хармон проекты буйынса төҙөлгән [1].

Әлеге ваҡытта баҡсала 14 аллея бар. Баҡсала барлығы 5 900 данаға яҡын үҫемлек үҫә, шуларҙың Төньяҡ һәм Көньяҡ Каролинала эндемик, йәки был урындарҙа натуралаштырылған 4 700 төрө араһынан 2 500 төрө үҫә. Ботаника баҡсаһы АҠШ-тың бөтә көньяҡ-көнсығышында үҙенә хас бер иң ҙур учреждениеһы булып тора [2].

Шулай уҡ ботаник баҡса территорияһында, шунда тикшеренеүҙәренең һәм хеҙмәттәренең иң күп өлөшөн үткәргән һәм яҙған драматург һәм профессор Пол Гриндың (1894-1981) урман өйө бар. 1991 йылда был төҙөлмә баҡсаға күсерелгән.[3].

  1. About: Education Center. North Carolina Botanical Garden. Дата обращения: 9 ноябрь 2012. 2012 йыл 8 ноябрь архивланған.
  2. North Carolina Botanical Garden. Дата обращения: 4 ғинуар 2018.
  3. White. North Carolina Botanical Garden. UNC Press. Дата обращения: 18 ғинуар 2017.
  • A Walk through the Display Collections, North Carolina Botanical Garden. Брошюра от сентября 2003 года.