Төр (биология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Биологик төр битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Биологик классификацияның төп һигеҙ таксономик рангтары. Тереклек домендарҙан тора, һуңғылары артабан группаларға бүленә. Аралаш төп булмаған рангтар бында күрһәтелмәгән.
Карл Линней «Үҫемлек төрҙәре» (Species Plantarum) хеҙмәтенең титул бите.
Хеҙмәтте нәшер итеү датаһы — 1753 йылдын 1 майы биологик систематиканы ҡабул итеү датаһы тип иҫәпләнә.

Төр (лат. species) — морфологик, физиологик һәм биохимик үҙенсәлектәре нәҫелдән килеү буйынса оҡшаш булған, иркен ҡауышыусы һәм үрсемле тоҡом биреүсе, йәшәүҙең билдәле бер шарттарына яраҡлашҡан һәм тәбиғәттә билдәле бер өлкәлә — ареалда йәшәгән заттар йыйылмаһы.

Төр — тере организмдарҙың (хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдар) систематикаһының төп берәмеге. Элементар (иң бәләкәй) таксономик һәм систематик берәмек.

Төр критерийҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрҙәр бер-береһенән бик күп билдәләр менән айырыла. Төрҙөң үҙе өсөн генә хас билдәләрен һәм үҙсәнлектәрен критерийҙар тип атайҙар. Төрҙөң бер нисә критерийын айырып йөрөтәләр.

Морфологик критерий нигеҙендә бер төр заттарының тышҡы һәм эске төҙөлөшөнөң оҡшашлығы ята. Әммә ҡайһы саҡта бер төр эсендәге заттар шул тиклем үҙгәреүсән була. Тик морфологик билдәләре буйынса ғына төрҙө билдәләү мөмкин булмай.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төрҙәр морфологик яҡтан шул тиклем ныҡ оҡшаш булырға мөмкин.

Әммә ул төрҙәрҙең заттары бер-береһе менән ҡауышмайҙар. Былар — игеҙәк төрҙәр. Уларҙы ғалимдар бөтә систематик төркөмдәрҙә лә табалар. Мәҫәлән, ҡара ҡомаҡтың 38 һәм 42 хромосомалы ике игеҙәк төрө бар.

Элек бер төр тип иҫәпләнгән тапма (биҙгәк) серекәйенең 6 игеҙәк төрөн асҡандар. Шулай итеп, төрҙө айырыу өсөн морфологик билдәләр генә етмәй.

Генетик критерий — ул һәр төр өсөн генә хас булған билдәле һандағы, ҙурлыҡтағы һәм формалағы хромосомалар йыйылмаһы.

Был — төрҙөң төп билдәһе. Төрлө төрҙәргә ҡараған заттарҙың хромосомалар йыйылмаһы ла төрлөсә була. Шуға күрә улар ҡауыша алмай һәм тәбиғи шарттарҙа бер-береһенән айырылған була.

Физиологик критерий нигеҙендә бер төргә ҡараған заттар тереклегенең бөтә процестары оҡшаш булыуы, иң элек үрсеү оҡшашлығы, ята.

Төрлө төр вәкилдәре, ғәҙәттә, ҡауышмайҙар. Ҡауышһалар ҙа, тоҡом ҡалдыра алмайҙар.

Төрҙәрҙең ҡауыша алмауы уларҙың енес органдарының төҙөлөшөндә, үрсеү ваҡыттарында айырмалыҡтар булыу менән аңлатыла.

Әммә тәбиғәттә ҡайһы бер төрҙәр ҡауыша һәм үрсемле тоҡом ҡалдыра ала (һары турғайҙарҙың, ҡыҙылтүш турғайҙарҙың, тирәктәрҙең, талдарҙың ҡайһы бер төрҙәре).

Тимәк, заттарҙың ҡайһы төргә ҡарауын билдәләү өсөн физиологик критерий етерлек түгел.

Географик критерий — ул тәбиғәттә төр таралған билдәле бер ареал. Уның ҙур йәки бәләкәй, өҙөк-өҙөк йәки өҙлөкһөҙ булыуы мөмкин.

Бөтә ерҙә лә таралған төрҙәр бар. Уларҙың күбеһе кеше эшмәкәрлеге менән бәйләнгән (ҡый үләндәренең күп төрҙәре, зарарлы бөжәктәр). Төрҙө билдәләгәндә географик критерий шулай уҡ хәл иткес була алмай.

Экологик критерийҙың нигеҙе — төр йәшәгән тышҡы мөхит факторҙары йыйылмаһы. Мәҫәлән, зәһәр лютик болондарҙа, яландарҙа таралған. Еүеш урындарҙа үрмәләүсе лютик үҫә. Йылға, быуа буйҙарында, һаҙлыҡлы урындарҙа өткөс лютик осрай.

Хәҙерге ваҡытта һәр төрҙөң органик дон;ья системаһындағы урынын дөрөҫөрәк билдәләү өсөн ғалимдар төрҙәрҙең башҡа критерийҙарын эшләнеләр (аҡһымдар һәм нуклеин кислоталары айырмалыҡтары буйынса).

Төрҙө билдәләү өсөн ниндәй ҙә булһа бер критерийҙы ғына файҙаланыу аҙ. Уларҙың бер-береһен раҫлаған критерийҙар йыйылмаһы ғына төрҙө дөрөҫ билдәләй.