Эстәлеккә күсергә

Яланғас орлоҡлолар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
төркөмө

«Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге»ндәге «Яланғас орлоҡлолар» статьяһынан иллюстрация
Исеме

Яланғас орлоҡлолар

Атамаһының статусы

Устаревшее таксономическое

Латинса исеме

Gymnospermae

Өҫтәге таксон

Төркөм Орлоҡло үҫемлектәр (Spermatophyta)

Вәкилдәре
Викиһаҡлағыста рәсемдәрВикиһаҡлағыста рәсемдәр

Яланғас орлоҡлолар (лат. Gymnospérmae) — орлоҡло үҫемлектәр төркөмө. 370 млн йыл тирәһе элек, палеозойҙың девон дәүерендә орлоҡло ҡаҙыяҡтарҙан барлыҡҡа килгәндәр тип иҫәпләйҙәр.

«Яланғас орлоҡлолар» төшөнсәһен беренсе тапҡыр урыҫ ботанигы Бекетов Андрей Николаевич ҡуллана[1]. Ошо атама менән Бекетов А. Н. был төркөмдөң төп үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала: ябыҡ орлоҡлоларҙан айырмалы, яланғас орлоҡлоларҙың орлоҡ бөрөһөн һәм унан үҫешкән орлоғон һаҡлап тороусы көп юҡ. Уларҙың бер йәки бер нисә орлоҡ бөрөһө тубырсыҡ ҡабыҡтары ҡуйынында ултыра. Ҡайһы берҙәрендә был ҡабыҡ та булмай.

Яланғас орлоҡлолар төркөмөндәге күп үҫемлектәр үлеп бөткән. Хәҙерге көнгә тиклем килеп еткәндәре 1100 тирәһе төр.

Хәҙерге яланғас орлоҡлолар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге көндә бик әҙ төрҙәре генә һаҡланып ҡалған (The Plant List мәғлүмәте буйынса (2013) — 1100 тирәһе төр[2]). Шуларҙың тик ылыҫлылары ғына үҫемлектәр донъяһының ҡайһылыр тибында өҫтөнлөк итәләр[3].

  • Яланғас орлоҡлоларҙың ғәиләләре һәм Яланғас орлоҡлоларҙың ырыуҙары (The Plant List мәғлүмәттәре).
«Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге»ндәге «Яланғас орлоҡлолар» статьяһынан иллюстрация"

Орлоҡло үҫемлектәрҙе ике бүлеккә айыралар:

  • Яланғас орлоҡлолар бүлеге.
  • Ябыҡ орлоҡлолар бүлеге. [4][5]:
  • Яланғас орлоҡлолар бүлеге эсендә (Pinophyta, или Gymnospermae) дүрт класс айыралар:
  • Класс Гинкголар (Ginkgophyta)
  • Класс Гнеттар (Gnetophyta)
  • Класс Саговниктар (Cycadophyta)
  • Класс Ылыҫлылар(Pinophyta)

Яланғас орлоҡлолар бүлегенә шулай уҡ, бер нисә төркөм юҡҡа сыҡҡан үҫемлектәр төркөмө ҡарай:

Был төркөмдө класс рангаһындағы таксон итеп ҡарайҙар [4][5], йәиһә, уларға Саговник һымаҡтар составында порядок рангаһы ғына (Bennettitales) бирәләр.

  • Орлоҡло ҡаҙыяҡтар, йәки Птеридоспермдар. Был төркөмдө бүлек рангыһында (Pteridospermatophyta), йәиһә класс рангаһындағы таксон итеп ҡарайҙар. .(Pteridospermae[6], йәки Lyginopteridopsida — Лигиноптеридопсидтар[4])

Яланғас орлоҡлоларҙың үрсеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орлоҡтан үрсеү — яланғас орлоҡлоларҙы бөтә споралы үҫемлектәрҙән айырып торған төп билдә.

Яланғас орлоҡлоларҙан айырмалы рәүештә, сәскәле үҫемлектәрҙең орлоҡтары емеш эсендә өлгөрә. Яланғас орлоҡло үҫемлектәр емеш барлыҡҡа килтермәй. Ҡарағай миҫалында яланғас орлоҡлоларҙың үрсеүен ҡарап китергә була.

Яҙ көнө уның йәш ботаҡтарында ваҡ ҡына тубырсыҡтар күренә. Уларҙың берәүҙәре йәшкелт һары. Улар йәш үренделәрҙең төбөндә өйкөм булып тығыҙ урынлашҡан. Икенселәре ҡыҙғылт булып, яңғыҙ ултыра, һәр тубырсыҡ үҙәктән һәм уларға ултырған ҡабыҡтарҙан тора.

Йәшкелт тубырсыҡтарҙың ҡабыҡтарында икешәр һеркә тоҡсайы үҫеп сыға. Уларҙа һеркәләр өлгөрә, һәр һеркәнең тышсаһында һауа менән тулған икешәр ҡыуыҡса була. Ошо һеркәләрҙе ел алыҫ араларға тарата.

Ҡарағайҙың ҡыҙғылт тубырсыҡтары һарғылт йәшел тубырсыҡтар үҫкән ағаста уҡ була. Ләкин улар йәш ботаҡтарҙың осонда урынлаша. Ҡыҙғылт тубырсыҡтар ҡабыҡтарының һәр береһендә икешәр орлоҡ бөрөһө барлыҡҡа килә.

Өлгөргән һеркә ҡойола, уны ел осороп алып китә. Орлоҡ бөрөләрендәге һеркә юлына килеп эләккән һеркәләр уны һеркәләндерә.

Орлоҡ бөрөләре һеркәләнгәндән һуң ҡыҙғылт тубырсыҡтарҙың тәңкәләре ябыла ла сайыр менән һыланып йәбешә.

Һеркәләрҙә — аталыҡ гаметалары, ә орлоҡ бөрөһөндә инәлек гаметалары барлыҡҡа килә. Аталаныу ябыҡ тубырсыҡтар эсендә бара.

Зиготанан — бәбәк, ә бөтә орлоҡ бөрөһөнән орлоҡ барлыҡҡа килә. Тубырсыҡтар үҫеш барышында ҡаталар. Тәүҙә улар йәшел була, һуңынан көрән төҫкә инә. Ҡарағай орлоҡтары, һеркәләнгәндән һуң, йыл ярым үткәс өлгөрә. Тубырсыҡтарҙан улар ике йыл самаһы үткәс кенә ҡойола.

Яланғас орлоҡло үҫемлектәрҙең орлоғонда туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған туҡыма була. Ул бәбәкте уратып алған.

Ҡарағай орлоҡтарының яры һымаҡ ҡанаттары була. Шулар ярҙамында ул ел менән тарала. Ҡайһы бер ҡарағай орлоҡтарында ҡанаттар булмай. Себер ҡарағайының («кедр ҡарағайының») орлоҡтарын «кедр сәтләүеге» тип атайҙар.

Ҡәҙимге ҡарағайҙың тубырсыҡтары ҙур түгел. Уларҙың оҙонлоғо ни бары 4—5 см тирәһе була.

Шыршы тубырсыҡтарының оҙонлоғо 10—15 см-ға етә. Шыршы тубырсыҡтарындағы орлоҡтар һеркәләнгән йылдың көҙөндә үк өлгөрә. Өлгөргән орлоҡтар ғинуар — март айҙарында ҡойола. Орлоҡтарын ел эләктереп алып, боҙло ҡуръяҡ өҫтөнән ҡыуып йөрөтә.

  1. Бекетов А. Н. Голосеменные // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Gymnosperms 2017 йыл 6 июнь архивланған. // The Plant List (2013). Version 1.1. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2015)
  3. Страсбургер, 2007
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Фёдоров (ред.), 1978
  5. 5,0 5,1 5,2 Яковлев и др., 2008
  6. Яковлев һ.б. 2008
  • Кадерайт Й. В. Система Spermatophytina // Ботаника. Учебник для вузов: в 4 т. = Lehrbuch der Botanik für Hochschulen. Begründet von E. Strasburger, F. Noll, H. Schenck, A. F. W. Schimper. / 35. Auflage neubearbeitet von Peter Sitte, Elmar W. Weiler, Joachim W. Kadereit, Andreas Bresinsky, Christian Körner / П. Зитте, Э. В. Вайлер, Й. В. Кадерайт, А. Брезински, К. Кёрнер; на основе учебника Э. Страсбургера и др.; пер. с нем. Е. Б. Поспеловой, К. Л. Тарасова, Н. В. Хмелевской. — 35-е немецкое издание. — М. : Издательский центр «Академия», 2007. — Т. 3. Эволюция и систематика / под ред. А. К. Тимонина, И. И. Сидоровой. — С. 399—415. — 576 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7695-2741-8. — ISBN 978-5-7695-2746-3 (Т. 3) (рус.), ISBN 3-8274-1010-X (Elsevier GmbH) — УДК 58(075.8)
  • Козубов Г. М., Муратова Е. Н. Современные голосеменные. — Л.: Наука, 1986
  • Ботаника: учебник для вузов / под ред. Р. В. Камелина. — 3-е издание испр. и доп. — СПб. : СпецЛит, 2008. — С. 44—45, 365—384. — 687 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-299-00385-7.
  • Жизнь растений. В 6-ти т. / Гл. ред. Ал. А. Фёдоров. — М. : Просвещение, 1978. — Т. 4. Мхи. Плауны. Хвощи. Папоротники. Голосеменные растения. Под ред. И. В. Грушвицкого и С. Г. Жилина. — С. 257—420. — 447 с. — 300 000 экз.