Эстәлеккә күсергә

Оҙон көй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оҙон көй
Йүнәлеше:

башҡорт халыҡ музыкаһы

Сығышы:

илаусы-һыҡтаусылар сәнғәте

Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты:

XVIII быуат

Таралған йылдары:

XX быуат

Туғандаш жанрҙар:

ҡыҫҡа көй, таҡмаҡ, сеңләү

Оҙон көй — башҡорт музыка фольклористикаһында мелодик стиль.

Оҙон көй — бер-береһенә яҡын булған ике ҡәрҙәш халыҡ — башҡорт һәм татар мәҙәниәтендәге уникаль күренештәрҙең береһе. Ике халыҡтыҡында ла оҡшаш, уртаҡ яҡтар күп булыуға ҡарамаҫтан (көйләүҙең импровизация рәүешендә булыуы, яңғыҙ башҡарылыуы, интерпретацияның күп вариантлы булыуы һ.б.), башҡорт һәм татар халыҡтарында оҙон көй жанры айырым социаль-тарихи шарттарҙа формалаша.

Башҡорт фольклористикаһында оҙон көй жанры илаусы-һыҡтаусылар сәнғәтен камиллаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Оҙон көй — башҡорттарҙың йырлау оҫталығының иң юғары нөктәһе. Йыйындарҙа халыҡ йырсыларының һәм ҡурайсыларының ярышын үткәреү оҙон көй үҫешенә булышлыҡ итә. Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы булған ҡурай ҙа башҡорттарҙың оҙон көйө формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Был фактты халыҡ моңдарының киң диапазонлы булыуы дәлилләй. Башҡорттарҙа оҙон көй — мелос стиленең вокал һәм инстументаль (ҡурай) башланғыстарҙың үҙ-ара бәйләнеше менән ҡылыҡһырланған үҙенсәлекле синтез ул.

Оҙон көй стилендәге тәүге йырҙар 1893 йылда Н. Ф. Катанов тарафынан яҙып алына. Беренсе өлгөләр С. Г. Рыбаков тарафынан «Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары» китабында баҫтырыла (1897 йыл).

Жанрҙың ҡылыҡһырламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙон көйҙө башҡарған йырсылар араһында, ғәҙәттә, юғары тауыштар (ирҙәрҙә — тенор, һирәкләр баритон; ҡатындарҙа- сопрано, һирәкләп меццо-сопрано) өҫтөнлөк итә.

Көйҙөң интонацион яҡтан баҙыҡ, киң диапазонлы (дециманан ике октаваға тиклем һәм киңерәк) һәм көй үҫешенең түбәнәйә барып тамамланыуы оҙон көйҙөң төп үҙенсәлеге булып тора. Шуларға ярым тонһыҙ тауыштар рәтенә таяныу, һәр ижекте һуҙып ҡатмарлы мелодик боролошҡа ҡороу, речитатив төҙөлөш һәм «аһай», «эһей», «лай-лай», «ай-әй» һ.б. ымлыҡтары аша йырҙың тәьҫирен көсәйтеү хас.

Оҙон көйҙөң тексы дүрт юллыҡ шиғырҙан тора, 10-9 ижекле ике шиғри юлы ҡабатлап йырлана. Күпселек оҙон көйҙәр йәмғиәт йәки айырым кеше тормошонда урын алған ҡайғылы ваҡиғаларға бәйле ижад ителгән: колониялаштырыу һөҙөмтәһендә община ерҙәрен юғалтыу («Сәҙе буйы», «Шарлы урман», «Ямантау»), ихтилалдар һәм уларҙы баҫтырыу («Киҙәгәс», «Тәфтиләү»), башҡорттарҙың хәрби хеҙмәткә йәки фронтҡа китеүе («Әрме», «Икенсе эскадрон», «Сәңгелдәк йыры», «Эскадрон»), ҡаҙаҡтар яуы ваҡытында башҡорт батырҙарының һәләк булыуы («Әбделвәхит», «Малбай»), һөргөнгә ебәрелеү («Буранбай», «Шаһибәрәк», «Шафиҡ», «Шәрәфетдин»), һөйгәндәрҙең айырылышыуы йәки һәләк булыуы («Зөлхизә», «Мәҙинәкәй», «Сәлимәкәй», «Таштуғай»), фажиғәле үлем («Ғәзизәкәй», «Зәлифәкәй», «Ильяс», «Кәмәлек»). Оҙон көй ижад итеүселәр йырҙың геройы йәки уның яҡындары («Хәжеғәли», «Ашҡаҙар», «Бейеш», «Искәндәр», «Томан», «Һөнәш Үҙәнбаев»), йырсылар һәм ҡурайсылар («Азаматов кантон», «Ҡолой кантон», «Саңлы үҙәк», «Шәһүрә — аҫыл ҡыҙ бала») була.

Оҙон көй ғәҙәттә ҡурайға ҡушылып башҡарыла, уның инструменталь версиялары ла була (гармун йәки баян оҙатыуында).

Оҙон көйҙөң күренекле башҡарыусылары: Буранбай сәсән, Ғәбит сәсән, Ғ. Әлмөхәмәтов, М. Хисмәтуллин, Ф. Килдейәрова, А. Солтанов, М. Каҙаҡбаев[1], И. Солтанбаев, С. Абдуллин, Р. Ваһапов, Г. Хәмзин, Р. Йәнбәков, М. Шаимова, И. Ғәзиев һ. б.

  • Лебединский Л. Н. «Башкирские народные песни и наигрыши», Москва, 1965.
  • Ихтисамов Х. С. К вопросу о формообразующей роли ритма башкирской протяжной песни озон-кюй: О цикличности ритмического развития //Науч.-метод. записки. Вып. I. Уфа, 1973.
  • Сайдашева, З. Н. Песенная культура татар Волго-Камья. Казань, 2002.
  • Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. СПб., 1897.
  • Рыбаков С. Г. О народных песнях татар, башкир и тептярей. Живая старина. СПб., 1894.
  • Нигмедзянов М. Н. Татарская народная музыка. Казань, 2003.
  • Абдуллин А. Х. Татарская народная песня: тематика, жанры и некоторые особенности народного исполнительства Текст.: автореф. дис. канд. искусствоведения /А. X. Абдуллин. — Л., 1971.-24 с.