Эстәлеккә күсергә

Ғәбит Арғынбаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәбит сәсән битенән йүнәлтелде)
Ғәбит сәсән
Тыуған көнө

1856({{padleft:1856|4|0}})

Тыуған урыны

Иҙрис ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы)

Вафат булған көнө

1921({{padleft:1921|4|0}})

Вафат булған урыны

Иҙрис ауылы, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы)

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәбит сәсән, Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы (18561921) — атаҡлы башҡорт сәсәне.

Ғәбит Арғынбаев 1856 йылда хәҙерге Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуған. Ул йырсы, ал бирмәҫ сәсән булып таныла. 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға ҙур йыйын ойошторола. Ғәбит сәсән унда беренсе урынды ала. Шулай уҡ 1920 йылда Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә алдынғылыҡты бирмәй. М. Буранғолов уны 1907 йылдан бирле белеп, аралашып йәшәй. Уның хәтирәләре буйынса Ғәбит сәсән унар битле эпостарҙы (225—250 юл самаһы) яттан һөйләгән, көлөр ерҙә көлөп, илар ерҙә илап, бик оҫта итеп башҡарыр булған. Ҡайһы саҡта туҡтап ҡалып бүленһә, яңынан башлар булған.

Ғәбит сәсәндән «Урал батыр», «Күсәкбей», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат», «Байыҡ Айҙар сәсән» кеүек ҡобайырҙар, тиҫтәләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.

Сәсән хаҡында уны 1907 йылдан бирле күреп белгән Мөхәммәтша Буранғолов былай тип яҙа:

«

Ғәбит сәсән нәҙек, оҙон буйлы, арҡаһы бер аҙ ғына көмөрәйгән булһа ла, йөрөгәндә төҙ һәм баҙыҡ итеп һәлмәк кенә баҫып йөрөр ине. Ул атаҡлы ҡурайсы, йырсы сәсән булараҡ ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, иң тәү уның легендаһын һөйләп, һәр төрлө вариантта уйнап, ул варианттарҙың ҡайһы ырыуға хас икәнен әйтеп, йырын йырлап тамамлай ине. Ул көйҙәр, легендалар һәм эпостарҙы өйрәнеүҙә үҙенең остазы-уҡытыусыһы итеп Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаевты телгә ала ине.

»

Ғәбит Арғынбаев йыйындарҙа — йырсы, әйтештәрҙә лә ал бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә беренсе урындарҙы ала.

«

Ул унар табаҡлы эпостарҙы һис туҡтауһыҙ яттан һөйләй ине, һөйләгәндә үҙен-үҙе онотоп, көлөр ерҙә көлөп, илар ерҙә илап, әҫәрләнеп торор ине. Һөйләгәндә уртала туҡтап ҡалып бүленһә, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлай ине,

»

— тип хәтерләй уның хаҡында Мөхәммәтша Буранғолов.

Ғәбит сәсән Арғынбаевтан «Урал батыр», «Күсәкбей», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат», «Байыҡ Айҙар сәсән» кеүек ҡобайырҙар, йөҙәрләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.

Шәкүров Р. З. Ғәбит Арғынбаев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә Хөснөтдинова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. — Өфө, 2006. — ISBN 5-295-03806-8
  • Ғ. Б. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. Өфө, 2010. — ISBN 978-5-04834-0