Эстәлеккә күсергә

Ҡыҫҡа көй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҫҡа көй
Йүнәлеше:

башҡорт һәм татар халыҡ музыкаһы

Сығышы:

халыҡ музыкаһы

Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты:

XVIII быуат

Таралған йылдары:

XX быуат

Туғандаш жанрҙар:

Оҙон көй

Ҡыҫҡа көй — башҡорт музыка фольклористикаһында көй стиле.

Термин әҙәбиәткә тәүге тапҡыр С. Г. Рыбаков тарафынан типтәрҙәрҙең халыҡ музыкаһын өйрәнгәндә индерелә, һуңынан Л. Н. Лебединский тарафынан ҡыҫҡа көй башҡорт халыҡ йырҙары — оҙон көй стиле менән сағыштырыу маҡсатында ҡулланыла.

Ҡыҫҡа көйҙөң беренсе яҙмалары С. Г. Рыбаков тарафынан «Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыка һәм йырҙары» (1897 йыл) китабында баҫтырыла.

Жанрҙың һүрәтләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ музыкаһында ҡыҫҡа көй оҙон көйҙөң ҡапма-ҡаршы жанры булып һанала. Оптимизм һәм эмоциональ күтәрелеште сағылдырыусы сара. Ҡыҫҡа көйгә етеҙ темп, әүҙем ритмика һәм музыкаль өлөштәрҙең тигеҙ сиратлашыуы, көй һәм метроритмика төҙөлөшөнөң квадратлығы хас.

Ҡыҫҡа көй шәп темпта башҡарыла.

Шиғырҙар ете йәки һигеҙ ижекле үлсәүгә нигеҙләнгән була (4+4, 4+3 ижек). Ләкин бындай законлылыҡ һаҡланмаған осраҡтар ҙа күп.

Ҡыҫҡа көйгә бейеү һәм уйын таҡмаҡтары, инструменталь көйҙәр, эпик, йола, бейеү характерындағы лирик йырҙар («Ирәндек», «Гөлнәзирә», «Алты егет», «Зарифа» (ҡыланып бейеу), «Йыуаса», «Ялсығол», «Наза», «Ҡара юрға», «Ҡарабай»), байтаҡ зимагор һәм рекрут йырҙары, «Күк дүнән», «Турат сағылы» пьесалары, «Перовский», «Маршрут», «Аҡ Мәсет» марштары инә.

  • Лебединский Л. Н.Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1962.
  • Сулейманов Р. С. Жемчужины народного творчества Урала. Уфа, 1995.
  • Нигмедзянов М. Н. Татарская народная музыка . Казань, 2003.
  • Абдуллин А. Х. Татарская народная песня: тематика, жанры и некоторые особенности народного исполнительства Текст.: автореф. дис. . канд. искусствоведения /А. X. Абдуллин. — Л., 1971.-24 с