Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы
Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Тыуған | |||
Тыуған урыны | |||
Үлгән | |||
Үлгән урыны |
Өфө ҡалаһы | ||
Ил |
Рәсәй империяһы → | ||
Һөнәрҙәре |
опера йырсыһы, театр режиссёры, театр педагогы | ||
Йырлау тауышы |
тенор | ||
Наградалар |
| ||
Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы (10 ғинуар 1915 йыл — 5 октябрь 2004 йыл) — йырсы, режиссёр, педагог. 1939—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1969—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1965) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1915 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) Яңы Ҡобау ауылында тыуған.
- 1931—1935 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлегендә уҡый.
- 1936—1938 йылдарҙа П. И. Чайковский исемендәге консерваторияһының башҡорт бүлегендә (Е. В. Еханович класында) уҡый.
- 1932—1936 Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләй.
- 1932 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.
- 1964 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссёры.
- 1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы.
- 1969 йылдан Өфө сәнғәт институтында уҡытыусы.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән осорҙа ул илленән ашыу опера партияһын башҡара. Тәүге башҡорт операһы булған «Һаҡмар»ҙа (Мәсәлим Вәлиев) — Фәхри, Ерошка — А. П. Бородин «Кенәз Игорь», Арлекин — Р. Леонкавалло, «Паяцы», Бомелий — Н. А. Римский-Корсаков, «Батша кәләше», Юламан — Н. Чемберджи, «Ҡарлуғас», «Салауат Юлаев» — Заһир Исмәғилев, «Салауат», Ғәйнулла — З. Исмәғилев, «Ағиҙел тулҡындары» операларында ҡатнаша.
Режиссер булараҡ, Заһир Исмәғилевтың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын, «Шәүрә» операһын, үзбәк композиторы С. Юдаковтың «Мәйсәрәнең мутлыҡтары» комик операһын, П. Чайковскийҙың «Пиковая дама»һын, Ж. Бизеның «Кармен»ын, А. Бородиндың «Кенәз Игорь», Х. Әхмәтовтың «Замандаштар» операларын ҡуя.
Опера йәки музыкаль комедия | Композитор | Партия | Беренсе тапҡыр башҡарыу йылы |
---|---|---|---|
Аршын мал алған | У.Гаджибеков | Вели | 1939 |
Евгений Онегин | П.Чайковский | Трике | 1940 |
Һаҡмар | М.Вәлиев | Фәхри | 1940 |
Мәргән | А.Эйхенвальд | Юламан | 1941 |
Аҡбуҙат | Х.Заимов, А. Спадавеккиа | Шүлгән | 1942 |
Маджибад | М.Вәлиев | Маджибад | 1943 |
Ҡарлуғас | Н.Чембеджи | Шатморат | 1944 |
Алтынсәс | Н.Жиганов | Урмай | 1946 |
Чио-чио-сан | Д.Пуччини | Горо | 1946 |
Паяцы | Р.Леонкавалло | Арлекин | 1946 |
Батша кәләше — Царьская невеста | Н.Римский-Корсаков | Бомелий | 1948 |
Ромео и Джульетта | Ш.Гуно | Тибальд | 1949 |
Дубровский | Э.Направник | Дефорж | 1949 |
Кармен | Ж.Бизе | Ремендадо | 1949 |
Князь Игорь | А.Бородин | Ерошка | 1950 |
Кэто и Котэ | В.Долидзе | Сико | 1950 |
Мазепа | П.Чайковский | Иҫерек казак | 1950 |
Черевички | П.Чайковский | Мәктәп уҡытыусыһы | 1950 |
Майская ночь | Н.Римский-Корсаков | Винокур | 1950 |
Сыған бароны — Цыганский барон | И.Штраус | Граф Карнеро | 1950 |
Айһылыу | Н.Пейко | Фәхри | 1953 |
Салауат Юлаев | З.Исмәғилов | Салауат | 1955 |
Тымыҡ Дон — Тихий Дон | И.Дзержинский | Пантелей | 1956 |
Дауылға — В бурю | Т.Хренников | Антонов | 1957 |
Чародейка | П.Чайковский | Паисий | 1957 |
Ҡоҙаса | З.Исмәғилев | Яппар | 1959 |
Йәш гвардия — Молодая Гвардия | Ю.Мейтус | Тюленин | 1959 |
Куба ҡыҙы — Дочь Кубы | К. Листов | Хосс | 1962 |
Севастополь вальсы — Севостопольский вальс | К.Листов | Рахмет | 1962 |
Отелло | Д.Верди | Родриго | 1962 |
Овод | А. Спадавеккиа | Карди | 1963 |
Пиковая дама | П.Чайковский | Чекалинский | 1964 |
Шәүрә | З.Исмәғилов | Көбәк | 1964 |
Үткән мөхәббәт | Ш.Ҡолбарыҫов | Ҡотлобай | 1964 |
Оптимистик трагедия | А.Холминов | Сиплый | 1967 |
Гөлзифа | З.Исмәғилов | Ғәйнулла | 1967 |
Саламандрҙар менән һуғыш | В.Успенский | Энди | 1968 |
Фра-Дьяволо | Д.Обер | Беппо | 1968 |
Донья Жуанита | Ф. Зуппе | Дворецкий | 1968 |
Корневиль ҡыңғырауҙары — Корневильские колокола | Р.Планкет | Сыған | 1970 |
Ағиҙел тулҡындары | З.Исмәғилов | Ғәйнулла | 1970 |
Ватандаштар | Х.Әхмәтов | Таһир | 1970 |
Бирйән һәм Сара | М.Төлөбаев | Естай | 1972 |
Кейәүҙәр | С.Садыҡова, Р.Ғөбәйҙуллин | Йамалый | 1973 |
Салауат Юлаев | З.Исмәғилов | Бохаир | 1975 |
Спектакль исеме | Композитор | Сәхәнәләштерелгән йылы |
---|---|---|
Ҡоҙаса | З.Исмәғилов | 1959 (Өфө) |
Аҡбуҙут | Х.Заимов, А.Спадавеккиа | 1959 |
Айһылыу | М.Пейко | 1961 |
Мәйсәрә мажаралары | С.Юдаков | 1961 |
Ҡоҙаса | З.Исәмғилов | 1963 (Ҡазан) |
Шәүрә | З.Исмагилов | 1964 |
Пиковая дама | П.Чайковский | 1964 |
Кармен | Ж.Бизе | 1965 |
Князь Игорь | А.Бородин | 1966 |
Мыйыҡһыҙ тылсымсы | Н.Сабитов | |
Ватандаштар | Х.Әхмәтов | 1970 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- «Почёт Билдәһе» ордены.
- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949).
- БАССР-ҙың халыҡ артисы (1953).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955).
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1969).
Мәғәфүр Хисмәтуллинға 1949 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», дүрт йылдан «БАССР-ҙың халыҡ артисы», тағы ике йылдан — Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендәге ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1965 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр, ә 1969 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә. Йырсы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был бүлек тамамланмаған. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы
- ↑ 2,0 2,1 Бициева Ф. Б. Незабываемый образ. — Уфа: Гилем, 2006. — 62 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт телендә
- Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 367 бит.
рус телендә
- Бициева Ф. Б. Незабываемый образ. — Уфа: Гилем, 2006. — 62 с.
- Магафур Хисматуллин // Сов. Башкирия. Уфа. 1955. 15 мая.
- Сподиков В. Концерты башкирских артистов // Сов. Татария. Казань. 1957. 9 февр.
- Хайруллин Р. Судьба певца // Сов. Башкирия. Уфа. 1961. 25 июля.
- Шафиков Г. Трепетная струна души // Ленинец. Уфа. 1963. 21 марта.
- Мясагутов Ш. Народный артист // Ленинец. Уфа. 1965. 2 марта.
- Шафиков Г. Жизнь, озаренная творчеством // Сов. Башкирия. Уфа. 1965. 3 марта.
- Шумская Н. Артист, любимый народом // МЖ. 1965. № 10. С. 24.
- Юбилей артиста // Сов. Башкирия. Уфа. 1965. 6 марта.
- Ахунзянов Т. Свидание с искусством // Сов. культура. 1973. 19 янв.
- Хайруллин Р. Магафур Хисматуллин. — Уфа., 1975. 46 с.
- Хайруллин Р. Многогранный талант // Сов. Башкирия. Уфа. 1975. 23 янв.
- Янгиров Р. Народный артист // Веч. Уфа. 1975. 8 авг.
- Хисматуллин Магафур Хисматуллович // Муз. энциклопедия. — М., 1982. Т. 6. С. 965.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2020)
- статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
- Его называли «башкирским соловьем» (К 100-летию со дня рождения Магафура Хисматуллина)
- Җыр өчен яратылган зат 2016 йыл 14 март архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Иглин районында тыуғандар
- 10 ғинуарҙа тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 5 октябрҙә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Википедия:Страницы с малыми шаблонами-сообщениями
- Страницы, использующие малые шаблоны-сообщения
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусылары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- Башҡорт йырсылары
- Рәсәй опера йырсылары
- Башҡорт опера йырсылары
- Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары