Эстәлеккә күсергә

Аҡмулла (опера)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Опера
Аҡмулла
Композитор

Исмәғилев Заһир Ғариф улы

Либретто авторы

Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы

Либретто теле

башҡортса‎

Күренештәр

2 Акт

Беренсе постановка

5 октябрь 1996

Беренсе постановка ҡуйылған урын

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Аҡмулла  — композитор Заһир Исмәғилевтың Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһына 1986 йылда яҙылған операһы.

Композиторға опера яҙыу уйы 1981 йылда Аҡмулланың 150 йыллығын байрам иткәндә килә. Заһир Исмәғилевтың «Аҡмулла» операһы ике күренештән тора. Операның премьераһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 1996 йылдың 5 октябрендә була.

Музыкаль етәксеһе һәм дирижеры — М. А. Әхмәтзарипов;
Режиссерҙары — Р . А. Вәлиуллин;
Балетмейстеры — А . Х. Зөбайҙуллин;
Хормейстеры — Э . Х. Ғайфуллина;
Сценограф Р . М. Арыҫланов.

Беренсе постановкала төп партияларҙа: Й. Ә. Әбделмәнов (Аҡмулла), Ә. С. Хәмбәлиева (Аҡсәскә), С. Ф. Сөләймәнов (Камалетдин), Ф. З. Сәлихов (Хәҙрәт), С. Ә. Асҡаров (Буранғол), Х. Ә. Ишбулдин (Батуч).

Операны икенсе сәхнәләштереү 2006 йылдың 14 сентябрендә була. Постановканы ҡуйыусы музыкаль етәксе — Р. Лютер, ҡуйыусы режиссёр И. Ғәбитов, художник — Р. Арыҫланов, хормейстеры — Э. Ғәйфуллина, А. Белогонова.

Шағир Аҡмулла сығышы менән Дим буйында йәшәүсе мең башҡорттарынан. Операның авторҙары дим һөйләшенең фонетик үҙенсәлектәрен әҫәрҙә ҡулланырға уйлай. Артабан был уйҙан баш тарталар, операны әҙәби башҡорт теленә әйләндерәләр.

Операла башҡорт шағиры мәғрифәтсеһе Мифахетдин Аҡмулланың тормош юлының төп ваҡиғалары сағылдырыла. Шағир йәш сағында (23 йәш), урта йәштәрҙә һәм ҡарт ваҡытында (63 йәштә) күрһәтелә. Ишмулла Дилмөхөмөтов операла ысын булған һәм уйлап сығарылған исемдәрҙе ҡатнаштыра. Операның төп геройы — шағирҙың атаһы Камалетдин Исҡужин. Атаһы менән бәхәсләшкәндән һуң шағир ил гиҙергә мәжбүр була.

Либреттола Аҡмулла шиғырҙарына яҙыла. Әҫәрҙә милли калорит сағылыш таба.

Тыуған иленән ситтә йөрөгән күренештәрҙә ҡаҙаҡ халыҡ моңдары ишетелә.

Беренсе күренештә Дим буйы башҡорттары туйы күрһәтелә. Аҡсәскә, Аҡмулланың әйләнеп ҡайтҡанын көтә алмайынса, байға кейәүгә сыға. Ситтә йөрөгән Аҡмулла әйләнеп ҡайта. Ул һөйгән ҡатыны менән иҫәнләшә, Буранғол бай уны мыҫҡыл итә башлай. Артабанғы күренештәрҙә Аҡмулланың образы асыла. Уны үлтерәләр. Үлем алдынан башҡарылған Аҡмулланың «Һуңғы һулышым, килергә ашыҡма» арияһы халҡы менән хушлашыу булып яңғырай.

Операның икенсе редакцияһында күренештәр мәсеткә мәҙин саҡырған аҙан тауыштары менән башлана.

Операны ҡуйыусы композиторға һәм төп партияны башҡарыусы Эмиль Әбдүлмәновҡа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия тапшырыла.

  • Галина Г. С. Загир Исмагилов. Уфа, 1997.
  • Галина Г. С. Традиции книжного пения в опере З. Исмагилова «Акмулла».
  • Очерки по истории башкирской музыки. Уфа, 2006. Вып. 2. С. 51-52.
Тышҡы рәсемдәр
"Аҡмулла" операһынан күренеш