Сыңрау торна (балет)
Сыңрау торна | |
Место первого исполнения | Өфө һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры |
---|---|
Композитор |
Исмәғилев Заһир Ғариф улы Степанов Лев Борисович |
Беренсе тапҡыр башҡарыла | 1941 |
Сыңрау торна балеты — тәүге башҡорт милли балеты. Композиторҙар Заһир Исмәғилев менән Лев Степанов тарафынан яҙылған (1941).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан балеты тарихы 1938 йылда башлана. А.Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһында уҡыған ҡыҙҙар һәм егеттәр Өфөлә тәүге тапҡыр сығыш яһай. Улар классик балеттарҙан айырым өҙөктәр күрһәтә. 1940 йылда Делибтың «Коппелия» балеты премьераһы була.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, театрҙың ул саҡтағы етәксеһе Булат Имашев хореография училищеһы студенттарын Пермь ҡалаһына алып ҡайтыуҙы хәстәрләй. Йәш артистар милли балет ҡуйыу тураһында хыяллана.
Пермдә был ваҡытта Ленинградтан эвакуацияланған С. М. Киров исемендәге опера һәм балет театры эшләй. Тәүге башҡорт балетын Башҡорт АССР-ының 25 йыллыҡ юбилейына өлгөртөү ниәтен башҡарып сығырға балет артисы Н. А. Анисимова һәм башҡа бик оҫта педагог-репетиторҙар ярҙам итә.[1] Спектаклдең уңышы дирижёр Х. В Фазлуллин һәм ҡуйыусы рәссам Ғ. Ш. Имашеваның хеҙмәтенә лә бәйле[2] Билет либреттоһын Ф. Ә. Ғәскәров башҡорт халыҡ легендаһына таянып яҙған. Афишаларҙа уның исеме хореограф та булараҡ күрһәтелмәүе Ф.Ғәскәровтың күңелен ҡыра, сөнки башҡорт милли бейеү хәрәкәттәре, милли бейеү өҙөктәре тап уның эшмәкәрлеге арҡаһында был балетҡа ҡабатланмай торған үҙенсәлек бирә. Ярайһы консерватив булған классик балет өлкәһендә быға ирешеү— ҙур талант һәм оҫталыҡ күрһәткесе.
1944 йылда тәүге башҡорт балеты — «Сыңрау торна» Башҡорт дәүләт опера һым балет театры сәхнәһендә ҡуйыла.
Төп партияларҙы Ленинград хореография училищеһы уҡыусылары
- Зәйтүнгөл — З. Ә. Насретдинова,
- Йомағол — Х. Ғ. Сафиуллин,
- Торналар башлығы — Н. Д. Юлтыева башҡара. Үҙ партияһынан өҙөктө Дауыт Юлтыевтың ҡыҙы Нинель Юлтыева төрмәнән сығып, Өфөлә үтеп барышлай туҡтаған Һәҙиә Дәүләтшина алдында вокзалда бейеп күрһәтә (1944).
- Арыҫланбай ролен Ф. Ә. Ғәскәров башҡара.
1945 йылдың декабрендә Яңы йыл алдынан бәләкәй Рудольф Нуриевты әсәһе апалары менән бергә «Сыңрау торна» балетына алып килә. Рудольф мәңгегә балетҡа ғашиҡ була. Ә Зәйтүнә Насретдинованы ул ғүмер буйы иң яҡшы балериналарҙың береһе тип иҫәпләй.
1953 йылда Ф.Ә.Ғәскәров либреттоһы буйынса «Сыңрау торна» балетының икенсе редакцияһын балетмейстер Н. А. Анисимова ҡуя (дирижёры Г. А. Ержемский, ҡуйыусы рәссамы М. Н. Арыҫланов). Төп артияларҙы Зәйтүнә Насретдинова (Зәйтүнгөл), Хәләф Сафиуллин (Йомағол), Ф. С. Йосопов (Арыҫланбай), М. А. Таһирова (Торналар башлығы)[3] башҡара. Рудольф Нуриев был дүрт шаршаулы балетта бейей башлай. Майя Таһироваға театрҙың икенсе ҡатынан унының нисек бейегәнен ҡарап тороға ҡуша торған була.
1965 йылда З.Насретдинова менән оҙаҡ йылдар бергә бейегән Х.Сафиуллин вафат була һәм З.Насретдинова башҡаса сәхәнәлә бейемәй.
Балеттың өсөнсө редакцияһының (3 шаршаулы) премьераһы 1977 йылда үтә (Фәйзи Ғәскәров либреттоһы, Зәйтүнә Насретдинова һәм Р. А. Насиров спектаклде яңырта, дирижёры Ғ. Х. Моталов, ҡуйыусы рәссамы В. И. Плекунов). Партияларҙы театрҙың әйҙәүсе артистары Л. С. Ҡыуатова (Зәйтүнгөл), Ю. Ғ. Ушанов (Йомағол), Ш. Ә. Тереғолов (Арыҫланбай), С. И. Саттарова (Торналар башлығы) башҡара. Башҡорт балет труппаһының иң оҫта артистары ҡатнашҡан был спектакль республиканың мәҙәни тормошонда онотолмаҫ ваҡиғаға әйләнә.
"Сыңрау торна"ның дүртенсе редакцияһының премьераһы 1997 йылда була (бейеүҙе сәхнәгә Шамил Тереғолов ҡуя, дирижёры М. Ә. Әхмәтзарипов, ҡуйыусы рәссамы Д. А. Чербаджи). Партияларҙы Н. А. Сологуб (Зәйтүнгөл), Б. М. Юлдашев (Йомағол), Р. Р. Мөхәмәтов (Арыҫланбай), Е. Ю. Фомина (Торналар башлығы) башҡара. Был театр өсөн ҡатмарлы осор була- ул әйҙәүсе балет артистарына ҡытлыҡ кисерә.
Балет 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында, Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында үткән БАССР әҙәбиәте көндәрендә күрһәтелә.
«Сыңрау торна» балеты нигеҙендә 1959 йылда Свердловск киностудияһында фильм төшөрөлә(Ғәскәров һәм Ә. Һ. Бикчәнтәев либреттоһы, режиссеры О. П. Николаевский, балетмейстеры Анисимова). Унда төп партияларҙы Э. Ә. Сөләймәнова (Зәйтүнгөл), И. Х. Хәбиров (Йомағол),Х. Сафиуллин (Арыҫланбай),З. Насретдинова (Торналар башлығы) башҡара. Тамара Хоҙайбирҙина фильмда башҡорт бейеүен башҡара.[4] Балеттан айырмалы был фильмда Арыҫланбай Зәйтүнгөлдө уҡтан атып үлтерә.
«Сыңрау торна» балеты Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры репертуарында 1944 йылдан алып һаҡланып ҡала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [vatandash.ru/index.php?article=1528 Журавли прилетели!]
- ↑ БЭ(недоступная ссылка).
- ↑ [ https://kulturarb.ru/ru/persony/tagirova-majya Тагирова Майя. Культурный мир РБ]
- ↑ [ https://www.kino-teatr.ru/kino/movie/sov/10467/annot/ Журавлиная песнь (фильм)]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү][1](недоступная ссылка)/Сыңрау торна (балет) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хайруллин Р. Х. Мастера балетного искусства Башкирии. Уфа, 1963;
- Ахмадеева Г. Н. Башкирский балет. Уфа, 2003;
- Галина Г. С. Тамара Худайбердина. Уфа, 1996.