Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева
Тыуған ваҡыты:

3 февраль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Вафат ваҡыты:

23 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (88 йәш)

Вафат урыны:

Рәсәй Федерацияһы, Татарстан, Ҡазан ҡалаһы

Һөнәре:

балерина, хореограф

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары:
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1957 ||
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
||
Татарстандың халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы

Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы (3 февраль 1926 йыл — 23 ноябрь 2014 йыл) — СССР балеринаһы, педагог, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1946—1966 йылдарҙа Татар опера һәм балет театры солисы, 1969—1973 йылдарҙа баш балетмейстер; бер үк ваҡыытта 1972 йылдан Н. К. Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтының Ҡазан филиалында хореография кафедраһы мөдире. Профессор (1985). РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы[1].РСФСР-ҙың[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева 1926 йылдың 3 февралендә Өфөлә, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый ғәиләһендә тыуа. Ҡыҙы өсөн һирәк осрай торған исемде (кирегә әйләндерелгән «Ленин» һүҙе) атаһы уйлап таба.

Нинель 1935 йылда А. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына (хәҙерге А. Ваганова исемендәге Рус балет академияһы) уҡырға инә. 1938 йылда атаһы атып үлтерелә, ә әсәһе лагерға ебәрелә.

Һуғыш ҡамасаулау сәбәпле, Нинель уҡыуын, өҙлөклөктәр менән, 1949 йылда ғына тамамлай ала[2]. Аҙаҡ ошо уҡ училищеның педагогик бүлегендә һәм Римский-Корсаков исемендәге Ленинград дәүләт консерваторияһында балетмейстер бүлегендә уҡый.

Үҙенең сәхнә юлын, Нинель Юлтыева солистка булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлай[1].

Муса Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрында 1946—1966 йылдарҙа солистка була. Прима-балерина булып иҫәпләнә һәм бер үк ваҡытта балет труппаһының художество етәксеһе булып эшләй[1].

1968—1969 йылдарҙа Нинель Юлтыева Ленинград хореография училищеһында уҡытыусы булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1969 — 73 йылдарҙа — Ҡазан опера һәм балет театрында баш балетмейстер.

Оҙаҡ йылдар Н. К. Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтының Ҡазан филиалында (аҙаҡ Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институты, хәҙер — Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт дәүләт университеты) уҡыта.

Ул 1972 йылдан хореография кафедраһын етәкләй, ә 1985 йылдан — профессор. 1998 йылда Ҡазан хореография училищеһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә[3].

Нинель Юлтыева 1974 йылдан 1977 йылға тиклем Мысырҙа эшләй, унда ул Ҡаһирә балет төркөмөнөң солисттар төркөмөн алып бара һәм художество етәксеһе, балетмейстер вазифаһын башҡара.

Ул 1981—1983 йылдарҙа Венесуэлала була. Бында Тереза Карреньо исемендәге Каракас театрында педагог һәм балетмейстер сифатында эшләй. 1988 — 1989 йылдарҙа ҡайтанан Египетта Каир (Ҡаһирә) юғары балет институтында художество етәксеһе булып эшләй.

Башҡарған партиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөлә Нинель Юлтыева Зәйтүнгөл партияһын (Леонид Степановтың «Сыңрау торна»), Марияны (Борис Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны»), Сванильданы (Лео Делибтың «Коппелия») бейей.

Нинель Дауыт ҡыҙы 1946 йылда тәүге сығышында М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрында Нәжиб Йыһановтын «Зөһрә» партияһын башҡара.

Артабанғы йылдарҙа Фәрит Яруллиндың «Шурәле»һендә (Сөйөмбикә), классик һәм милли балеттарҙа, Александр Крейндын «Лауренсия»һында (Лауренсия), Петр Чайковскийҙың «Спящая красавица»һында (Аврора), Александр Ключаревтың «Горная быль» балетында (Зарифа), Адольф Адандың «Жизелендә» (Жизель), Лео Минкустың «Дон Кихотында» (Китри) бейей.

Хореограф булараҡ, Нинель Юлтыева Борис Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны», Людвиг Минкустын «Баядерка», Петр Чайковскийҙың «Лебединое озеро» һәм «Спящая красавица», Николай Римский-Корсаковтың «Шәхерезада» һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуйҙы.

Бик күп концерттарҙы ла ҡуйыусы була ул. 2001 йылда, Ҡазанда хәҙерге ваҡытта ла үткәрелеп килгән, Халыҡ — ара хореография мәктәптәренен фестивален ойоштора.

Үҙенең тормош юлы, ижади эшмәкәрлеге, фиҙакәрлеге менән, Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева шәхестең ниндәй юғары рухи бейеклектәргә күтәрелә алыуына сағыу бер миҫал булып тора.

Ул классик спектаклдәрҙә онотолмаҫ һындар ижад итте. Сит ил, рус, милли классик балеттарҙы ҡуйҙы. Бихисап талантлы уҡыусылар тәрбиәләне.

Юғары һөнәрлелеге, һәр ваҡыт дөрөҫлөк яҡлы һәм үҙ һөнәренә бирелгәнлеге, бөтә ауырлыҡтарҙы ла енеп сығырға әҙер тороуы, ҙур ойоштороу Һәләтенә эйә булыуы Нинель Юлтыеваны башҡаларҙан айырып торҙо.

Ул үҙенен уҡыусыларына күнел күтәреү сығанағы булды; унын йөҙәрләгән тәрбиәләнеүсеһе хәҙер инде күп уҡыу йорттарында уҡыталар, күп коллективтарҙы етәкләйҙәр, театрҙарҙа эшләйҙәр.

Үҙенең балетҡа бирелгәнлеге менән коллегалары һәм уҡыусылары араһында ғорурланыу һәм ихтирам яуланы, барыһына ла үрнәк булды. Нинель Юлтыева Рәсәй балет сәнғәтендә мәнгелек эҙ ҡалдырҙы. Балет сәнғәтенен ин яҡты йондоҙо булып балҡыны.

Балет сәнғәтенә арналған 70 йыл ғүмере — Нинель Юлтыеваның һәр саҡ ғорурлыҡ менән иҫкә ала торған иң бәхетле йылдары була.

Нинель Юлтыева 89 йәшендә 2014 йылдын 23 ноябрендә вафат була. Ул Ҡазан ҡалаһындағы Ар зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ТАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1953)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
  • «Бейеү рухы» («Душа танца») призы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Санкт-Петербургтағы фәндәр һәм сәнғәт акдемияһының мөхбир ағзаһы, профессор
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1996).

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Адажио моей памяти. — Казань, 2006.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Гатова И. Юлтыева Венера Гареевна //Народные артисты: Очерки.— Казань, 1980. С. 444—450
  2. Балет донъяһының гүзәл аҡҡошо 2020 йыл 3 февраль архивланған.
  3. Казанское хореографическое училище 2019 йыл 29 март архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гатова И. Юлтыева Венера Гареевна //Народные артисты: Очерки.— Казань, 1980. С. 444—450.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]