Шаһибәрәк (йыр)
Шаһибәрәк | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Башҡарыусы/артист | Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улы, Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы, Абдулла Солтанов һәм Хызыров Вәхит Ғәлибай улы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
«Шаһибәрәк» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаһибәрәк менгән көрән үк юрға,
Аяҡтары һыймай киң юлға.
Йәшлек менән ҡылған бар эшемде
Ташлағыҙсы, ҡарттарым, бер юлға.
Саңҡ-саңҡ ҡына итеп, ай, ҡысҡырған,
Шоңҡар ҡоштар тауҙың бөркөтө.
Яҫы ғына яурын, киң күкрәкле
Бикҡол ауылының егете
Ирәндеккәй тауҙың да итәгендә
Япраҡ яра һары талдары.
Шаһибәрәк ҡасан ҡайта ла, тип үк
Илашып көтә микән балалары
Бикҡол ғына ауылы, ай, ҙур ауыл,
Урамдары уның тарауыл.
Шаһибәрәк ҡайтып килер ине —
Алды-арты уның ҡарауыл.
Беренсе тапҡыр С. Г. Рыбаков уны 1894 йылда Ырымбур губернаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Орск өйәҙе Юлыҡ ауылында Абдрахман Дәүләтовтан яҙып ала һәм «Бараков» атамаһы аҫтында «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» китабында баҫтырып сығара. Йырҙы артабан Х. Ф.Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский, Ғ. З.Сөләймәнов, Н. Д. Шоңҡаров яҙып ала.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикҡол ауылында (Әбйәлил районы) тыуып үҫкән Рахманғол Биҡҡол улы Бараков 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Был һуғышта Рахманғол Бараков «Парижды алған өсөн» тигән көмөш миҙал менән наградлана. Уның бер улы Шаһи бик теремек, етеҙ булып, хаҡ эш өсөн, халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышып йөрөгән егет була. Башҡорт ерҙәрен талаған заводчиктарға ҡаршы сығырға халыҡты әйҙәй. Ә түрәләргә был оҡшамай. Шуның өсөн улар уны тотоп алып, һәр төрлө ялалар яғып, «уғры» ҡушаматы тағып, һөргөнгә оҙаталар. Шаһи унан бер нисә тапҡыр ҡасып ҡайта. Ҡайтҡан һайын уны кире оҙаталар. Бер тотоп ебәргәндәрендә Шаһи ошолайтып йырлаған:
- Этҡара тигән дә сабынымда
- Сәнсеүле лә ҡалды һәнәгем.
- Бүтән һис берәүҙән дә күрмәйем,
- Сәйфелмөлөк, һинең һәләгең.
Архив мәғлүмәттәренән асыҡланыуынса, Сәйфелмөлөк Уразгилде улы Сәйетйәғәфәров ысынлап та Биҡҡолдан бик алыҫ булмаған Тупаҡ ауылында 1826 йылдан башлап 15-20 йыл старшина булған. Ә Этҡара тигән сабынлыҡ Биҡҡол менән Нияҙғол араһында ята. Тимәк, ошо Сәйфелмөлөк Шаһи Бараковты тотоп ебәргән[1].
Характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Шаһибәрәк» — фәлсәфәүи характерҙағы йыр. Йырҙың көйө киң диапазонлы (дуодецима), бай орнаментика һәм көйләүгә ҡоролған. Йырҙың башына көйҙөң децимеға күтәрелеү хәрәкәте хас, аҙаҡ әкренләп түбәнгә тоникаға ҡарай хәрәкәт итә. Формаһы — 2 һөйләмдән торған осор, һуңғыһы — вариация ҡабатланышы.
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарыусылар — М. А.Ҡаҙаҡбаев, Ф.Ә. Килдейәрова, А. А. Солтанов, В. Ғ. Хызыров, Ә.С.Шайморатова.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Шаһибәрәкте» балалар хоры һәм фортепиано; скрипка һәм фортепиано өсөн — М. М. Вәлиев; тауыш һәм фортепиано өсөн З. Ғ. Исмәғилев эшкәрткән. «Шаһибәрәк» көйөн М. Вәлиев симфоник оркестр өсөн «Бейеү сюитаһында» ҡуллана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғәли Ишбулатов. Шаһибәрәк. Совет Башҡортостаны. 9 авгус 1980йыл. 182-се һан
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө. 1997.
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
- Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаһибәрәк (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башкирские народные песни