Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы
Имашев Булат Губайдуллович | |
башҡ. Тимер-Булат Ғабдулла улы Имашев | |
Исеме: |
Тимер-Булат |
---|---|
Тыуған ваҡыты: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: |
Трагически погиб в поезде, следовавшем из Учалов в Уфу |
Һөнәре: |
Артист, режиссер |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1929 — 1946 |
Театр: |
Башкирский театр драмы, Башкирский театр оперы и балета |
Наградалары: |
Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашев(27 февраль, 1908 йыл, Аҙнай — 12 апрель 1946 йыл, Өфө) — башҡорт актеры һәм режиссеры. РCФСР-ҙың атҡаҙанған артисы[1].
Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашев Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Аҙнай ауылында тыуған, хәҙер Аҙнай (Бишбүләк районы) Башҡортостан республикаһы Бишбүләк районы. Тулы исеме — Тимербулат, ғаиләлә тәүге бала.
1920 йылда 12 йәшендә Ырымбурға педагогия техникумына уҡырға юллана. Үҙешмәкәр сәнғәт менән мауыға.
1929 йылдан — актер, һуңыраҡ Башҡорт драма театры (Өфө) режиссёры. Сәнғәт техникумының театр бүлексәһен 1930 йылда тамамлай (Өфө). 1937 йылдан— башҡорт драма театрының художество етәксеһе.
1939—1943 йылдар — Башҡорт опера һәм балет театрының баш режиссёры, уны булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, хөкүмәт ҡушыуы буйынса берләшкән театрҙар директоры була.
1944 йылда Учалы районында колхоз-совхоз театрын ойошторорға ебәрелә. 1946 йылда Златоустан Өфөгә барған тауар поезына ултырғас, енәйәтселәр ҡулынан һәләк була.[2]
Башҡорт театр техникумында буласаҡ актёрҙарҙы уҡытҡан.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы Ғөбәйҙулла Әхмәтзәки улы
Ҡатыны: Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева, рәссам, Баймаҡ, Учалы театрҙарында, БАДТ-ла биҙәүсе рәссам булып эшләй. Иптәше һәләк булғанда ике бәләкәй бала менән тороп ҡала.
Балалар: Вил, Илмира, Урал.
Театр эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баязит Бикбайҙың «Салауат» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә бернесе булып, Салауат Юлаев ролен уйнай.
- Юлай («Һаҡмар» С. Мифтахов).
- Һөйөндөк («Ҡарағол» Дауыт Юлтый).
- Буранбай («Башҡорт туйы», М. Бурангулов).
- Кенәз Курбский («Борис Годунов», А Пушкин).
- Закир («Ҡара Йөҙҙәр», М. Ғафури).
- Карл Моор («Юлбаҫарҙар». Ф. Шиллер)
- Фрондосо («Һарыҡ шишмәһе» Лоп де Вега).
- Яровой («Любовь Яровая» К. Тренев).
- Жадов («Төшөмлө урын» А. Островский).
- Незнамов («Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр», А Островский).
- Платон Кречет («Платон Кречет» А. Корнейчук).
Ҡуйған спектаклдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Данлы осор» Риза Ишморат, «Ҡазан һөлгөһө» Кәрим Тинчурин, «Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр» (1933), «Любовь Яровая» (1937); «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», С. Мифтахов (1939), «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи, «Башмағым» Х. Ибраһимов, опера — «Ҡарлуғас» («Ласточка»). Чемберджи (1941), «Аҡбуҙат» Спадавеккиа һәм Заимов (1942), «Евгений Онегин», «Аршын мал алан», «Ҡасҡын».
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Булат Имашев исеме Бишбүләктә, тыуған ауылындағы урамға һәм Аҙнай урта мәктәбенә бирелгән, бында 2008 йылда йорт-музей асылған, актерҙың бюсы ҡуйылған. Өфөлә актер йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булат Имашев «тормошо һәм ижады», «Китап (нәшриәт)» Өфөлә 2009 г.
- Мәһәҙиев М. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962; Хөснийәров С. Иҫтә, һаман да иҫтә…: иҫтәлектәр. Өфө, 1996
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://rus.bashenc.ru/index.php/8-spisok/13338-imashev-bulat-gubajdullovich(недоступная ссылка)
- http://kugkultura.ru/publ/biografii/bulat_imashev/18-1-0-178
- http://bash-portal.ru/news/newsotavtora/641-ja-pamjatnik-sebe-vozdvig-nerukotvornyjj....html 2020 йыл 21 февраль архивланған.
- http://www.bashinform.ru/news/161042-bulat-imashev-blagorodnyy-geroy-i-na-stsene-i-v-zhizni/
- http://bizhbulyak.ru/index.php/bizhbulyak-ru/nasha-gordost/38-timerbulat-gubajdullovich-imashev 2020 йыл 17 ғинуар архивланған.
- http://www.bashinform.ru/news/253999-v-izdatelstve-kitap-vyshla-kniga-o-metre-bashkirskogo-teatralnogo-iskusstva/
- http://delomirb.ru/kultura-i-iskusstvo/kultura/396-muzej-timer-bulata-imasheva-raspakhnul-dveri-dlya-vsekh-zhelayushchikh.html 2021 йыл 13 декабрь архивланған.
- http://delomir.ru/lyudi-dela/186-sluzhba-rodine-pod-grifom-sekretno.html 2021 йыл 13 декабрь архивланған.