Чайковский Пётр Ильич
Пётр Ильич Чайковский | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Воткинск, |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор, дирижёр, |
Автограф | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Әҫәрҙәр в Викитеке | |
Чайковский Пётр Ильич (7 май 1840 йыл; Рәсәй империяһы, Вятка губернаһы Воткинск ҡалаһы — 6 ноябрь 1893 йыл, Санкт-Петербург) — рус композиторы, дирижёр, педагог, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре, музыкаль журналист.
Музыка тарихында бөйөк композиторҙарҙың береһе булып иҫәпләнә[1]. 80-дән артыҡ әҫәр, шул иҫәптән ун опера һәм өс балет авторы.
Уның концерттары һәм фортепиано өсөн әҫәрҙәре, ете симфония (алты номерланған һәм «Манфред» симфонияһы), дүрт сюита, программа симфоник музыка, «Лебединое озеро», «Спящая красавица», «Щелкунчик» балеттары донъя музыкаль мәҙәниәтенә кергән ғәҙәттән тыш әһәмиәтле өлөш булып тора.
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһының олатаһы Фёдор Афанасьевич Чайка (1695—1767) Украинаның Кременчуг өйәҙе казактарынан. Киев-Могилян (элекке ректоры П.Могила булған) академияһында уҡығанда Пётр Федорович Украинала киң билдәле казак фамилияһын дворяндарҙыҡына оҡшатып, Чайковскийға әйләндерә. Ул табип була, рус-төрөк һуғышында ҡатнаша (1768—1774), 1785 йылда дворянлыҡ ала , 1818 йылда вафатына тиклем Вятка губернаһы Глазов ҡалаһының городничийы булып хеҙмәт итә. Ҡатыны Анастасия Степановна Посохова менән егерме балаға ғүмер бирәләр.
Әсәһенең олатаһы Мишель-Виктор Асье (1736—1799) — француз скульпторы, «модельмейстер» Германиялағы Мейсен Король фарфор фабрикаһы "модельмейстер"ы, ҡатыны- Мария Кристина Элеонора Виттиг, Австрия офицеры Георг Виттиг ҡыҙы[2]. Уларҙың бишенсе балаһы Михаэль Генрих Максимилиан Асье (1778—1830) Рәсәйгә француз һәм немец телдәре уҡытыусыһы булып, Артиллерия һәм Инженерҙар шляхта кадет корпусына 1795 йылда килә, 1800 году — рус подданлығын ала — Андрей Михайлович Ассиер булып йөрөй башлай. Финанс министрлығында таможняла хеҙмәт итә, ете балаһы була.
Илья Петрович Чайковский (1795—1880), композиторҙың атаһы, Петр Фёдоровичтың егерменсе балаһы була[3]. Тау кадет корпусын (Санкт-Петербург) тамамлап, инженер булып хеҙмәт итә башлай. Тәүге ҡатыны үлгәндән һуң, 1833 йылда Етем ҡыҙҙар өсөн училищены тамамлаған Александра Андреевна Ассиерға (1812—1854) өйләнә.
1837 йылда Илья Петрович, тәүге никахынан булған ҡыҙы Зинаиданы Екатерина институтына (Санкт-Петербург) урынлаштырып, йәш ҡатыны менән Уралға, ул заманда иң ҙурҙарҙан һаналған Кама-Воткинск ҡорос иретеү заводына китә. Илья Петрович ғаиләһе менән ҙур йортта йәшәй, уға бер йөҙ казактан торған отряд биреп ҡуйыла. Уларҙа урындағы дворяндар, бында практикаға килгән студенттар, Англиянан инженерҙар йыш була[4].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм үҫмер йылдары (1840—1865)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр Ильич Чайковский 1840 йылдың 25апрелендә (|7 майҙа) Вятка губернаһының Воткинск ҡасабаһында (Сарапул өйәҙе, хәҙер Удмуртияның Воткинск ҡалаһы) тыуған. Шул уҡ йылдың 17 майында суҡындырыла[* 1]. Ул ғаиләлә икенсе бала була: 1838 йылда уның өлкән ағаһы Николай тыуа, 1842 йылда — һеңлеһе Александра (кейәүҙә Давыдова), ә 1843 йылда — Ипполит тыуа. Чайковскийҙар менән бергә Илья Петровичтың башҡа туғандары ла йәшәй: уның инәһе — Надежда Тимофеевна һәм ҡыҙ туғандары — Лидия Чайковская (етем) һәм Настасья Васильевна Попова[6]. Балалар йорттоң мезонинында йәшәй[7].
1844 йылда балаларҙы уҡытыу өсөн Петербургтан Воткинскҡа Монбельярҙан француз ҡатыны гувернантка Фанни́ Дюрба́х килә, уны йылы ҡаршылайҙар: «Ҡаршыһына күп кеше йүгереп сыға, ҡосаҡлашыуҙар, үбешеүҙәр башлана, улар араһында туғандарҙы, хеҙмәтселәрҙе айырырлыҡ булмай, дөйөм шатлыҡ сағылышы шул тиклем йылы була. Атайым йәш ҡыҙ эргәһенә килеп уны ҡыҙы кеүек үбеп ала. Был ябайлыҡ, патриархаль мөнәсәбәттәр йәш ҡыҙҙы шунда уҡ дәртләндерә һәм ғаилә ағзаһы тиерлек кимәлгә ҡуя».
Пётр Ильичтың ата-әсәһе музыка ярата: атаһы йәш сағында флейтала, ә әсәһе ҡасандыр арфа һәм фортепианола уйнаған, шулай уҡ романстар йырлаған. Фанни Дюрбахтың бер ниндәй ҙә музыка белеме булмай, әммә шулай уҡ музыканы ярата. Башҡа һәйбәт йорттарҙағы кеүек үк, Чайковскийҙарҙың йортонда рояль, шулай уҡ баш ҡаланан килтерелгән механик орган — оркестрина була. Әммә тап оркестрина башҡарыуындағы Моцарттың «Дон Жуан» операһынан ишеткән Церлина арияһы бәләкәй Пётрға ҙур йоғонто яһай. Был органдың валигында шулай уҡ Россини, Беллини һәм Доницетти оперларынан өҙөктәр була.
Роялгә, Пётрҙы тәүге тапҡыр әсәһе ултыртыуы ихтимал, һуңынан 1845—1848 йылдарҙа уның менән Марья Марковна Пальчикова шөғөлләнә[8], ул крепостнойҙарҙан була һәм грамота менән музыкағ баҡыр аҡсаға өйрәнә[9]. Ғаилә Воткинскта йәшәгәндә, уларға кистәрен йыш ҡына завод эшселәренең һәм крәҫтиәндәрҙең моңло йырҙарын ишетергә тура килә. Гувернантка Фанни Дюрбахтың Пётр Ильичҡа хатынан:
Мин бигерәк тә тыныс йылы кистәрҙе яраттым...балкондан беҙ нескә һәм моңһоу йырҙарҙы тыңланыҡ, тик улар ғына был ғәжәп төндәрҙең тынлығын боҙа ине. Һеҙ уларҙы иҫләргә тейешһегеҙ, һеҙҙеъ берегеҙ ҙә ул ваҡытта йоҡларға ятмаған ине. Әгәр Һеҙ был көйҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырһағыҙ, уларҙы музыкаға һалығыҙ. Һеҙ илегеҙҙә тыңларға мөмкинлеге булмағандарҙы таң ҡалдырасаҡһығыҙ[10]. |
Бала сағында Петр Чайковский, башлыса француз телендә, түбән кимәлдә шиғырҙар ижад итә һәм Людовик XVII биографияһы менән ҡыҙыҡһына; 1868 йылда ул, ҙурайып еткәс, Парижда Людовикты һүрәтләгән гравюра һатып ала һәм уны рамға тирәсләп ҡуя. Был гравюра һәм Антон Рубинштейндәң портерты уның торлағында оҙаҡ ваҡыт берҙән-бер биҙәүестәр була[2].
1848 йыпдың февралендә Илья Петрович тәғәйенләнгән пенсия менән генерал-майор чинында отставкаға сыға. Шул уҡ йылдың сентябрендә ул ғаиләһе менән шәхси хеҙмәте тураһында эште хәл итеү буйынса ваҡытлыса Мәскәүгә күсә. Балаларҙы борсомаҫ өсөн, үҙенең инде кәрәк булмауын аңлап, Фанни Дюрбах балаларҙан йәшерен иртә менән йортто ҡалдыра һәм алпауыт Некратовтарға хеҙмәт итергә күсә. Үҙенең әйберҙәре менән бергә «Пьерҙың музейын»: ҡағыҙҙар киҫәген, уның иҫке дәфтәрҙәрен һәм ҡара түгелгән ҡараламаларын алып китә — ул был әйберҙәрҙе уның менән ҡасан булһа ла осрашыуына ышанып, һаҡларға ҡарар итә[11]. Ноябрҙә ғаилә Мәскәүҙән Петербургҡа күсә, унда Пётр һәм Николайҙы Шмеллинг пансионына бирәләр. Унда шулай уҡ уҡытыусы Филиппов менән едти музыка дәрестәре, пианино буйынса беренсе ҡыйынлыҡтар була, шулай уҡ театрға баралар, унда Пётрға опера, балет һәм симфония оркестры ҙур йоғонто яһай. Петербургта Пётр ҡыҙылса ауырыуын үткәрә, унан һуң үҙәк нервы системаһының эше менән бәйле өйәнәк рәүешендә өҙлөгөүҙәр ҡала, улар, күрәһең, Ассиер олатаһынан да килә[* 2].
Николайҙы Тау инженерҙары корпусына уҡырға биреп, ғаилә 1849 йылдың башында Алапаевскҡа күсеп килә, унда Илья Петрович Яковлев вариҫтары заводының идарасы вазифаһын ала. Петрҙы 1849 йыл аҙағында уҡырға индереүҙе әҙерләү өсөн Петербургта Николай институтын яңы ғына тамамлаған гувернантка Анастасия Петрованы яллайҙар[2]. 1850 йылдың 1 (13) майында Алапаевскта игеҙ туғандар — Анатолий һәм Модест тыуа.
Хоҡуҡ фәне училищеһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ата-әсәһе Петр Чайковскийҙы Николай һымаҡ Тау корпусына бирергә ниәтләй, әммә аҙаҡ кире уйлай. 1850 йылдың авгусы башында ул әсәһе һәм һеңлеләре Зинаида һәм Александра менән Император хоҡуҡ училищеһының әҙерлек класына — хәҙер композитор исемен йөрөткән Фонтанка йылғаһының яры буйы урамы мөйөшөндәге ябыҡ ирҙәр уҡыу йортона инеү өсөн Санкт-Петербургҡа килә.
1850 йылдың 22 авгусында улар әсәйҙәре менән театрға Глинканы Глинканың «Жизнь за царя» операһына баралар, унда ул ҙур оркестр, хор һәм солистар башҡарыуында тәүге тапҡыр рус операһын ишетә, ә октябрь уртаһында Адольф Адандың «Жизель» балетына бара, балетта төп ролде итальян балеринаһы Карлотта Гризи башҡара. Октябрҙә Александра Андреевна, ата-әсәһенә яҙған бер хатында «йәмһеҙ Алапаиха» тип атаған Алапаевскҡа ҡайта[12]; әсәһе менән айырылышыу күңел йәрәхәте була. Уның Петербург попечителе булып ғаилә дуҫы — Модест Вакар тора, ул уны Николай менән бергә йәкшәмбе көндәренә үҙенә ала[13]. Бер шундай йәкшәмбелә уларҙың йортона көтмәгәндә Чайковский Хоҡуҡ училищеһының әҙерлек кластарының береһендә булған скарлатинаны алып килә, Модест Вакарҙың улына ауырыу йоға һәм биш йәшендә ҡапыл үлеп китә. Малайҙың мәйетен күреп һәм тәүге тапҡыр төҙәлмәҫлек ҡайғыға дусар булып, ун йәшлек Пётр Чайковский, уны бер кемдә шелтәләмәһә лә[14] һәм хатта унан диагнозды йәшерһәләр ҙә, бөтә нәмәлә үҙен ғәйепләй.
1851 йылдың яҙына Модест Вакар урынына Иван Иванович Вейц һәм Платон Вакар попечитель була. Шул уҡ йылдың апрелендә Пётр Чайковский Дворяндар йыйылышының балалар балында тәүге тапҡып император Николай I күрә. Ата-әсәһенә булған сентименталь хаттарында ата-әсәһенең килеүен үтенә, әммә бөтә 1851 йылға бер тапҡыр, сентябрь айында өс аҙнаға атаһы килеп китә.
1852 йылда Илья Петрович хеҙмәтен ҡалдыра һәм ғаиләһе менән Петербургҡа күсеп килә, ә Пётр Хоҡуҡ училищеһының «ысын» класына инеү имтихандарын уңышлы тапшыра. Уның синыф тәрбиәселәре «тар фекерле, әммә бик яҡшы, йәғни изге күңелле кешеләр» И. С. Алопеус һәм Эдуард Гальяр де Баккара[15], ә яратҡан уҡытыусыһы әҙәбиәтте һәм француз телен уҡытҡан И. И. Берар була. Училищела ул шулай уҡ фортепиано буйынса Франц Беккерҙа уҡый һәм Гавриил Ломакин етәкселеге аҫтында хорҙа йырлай. Беккер менән дәрестәр бер ниндәй ҙә файҙа бирмәй, әммә Чайковский фисгармония һәм фортепианоға бирелгән темаларға насар импровизацияламай[2]. Петербургтың музыкаль тормошон күҙәтеп, ул Глинканың ике операһын, уның Н. Кукольниктың «Князь Даниил Дмитриевич Холмский» трагедияһына музыкаһын, Мейербер операларын һәм Веберҙың «Волшебный стрелок» операһын тыңлай, Даргомыжский, Шуберт һәм Шумандың музыкалары менән таныша[16].
1853 йылдың майында йәш шағир Алексей Апухтин (Лёля) Петр Чайковский менән бер класҡа тура килә, улар ғүмерлеккә дуҫлаша. Иң яҡын дуҫы булараҡ, Апухтин Чайковскийҙың инаныуына, рухи ҡиммәтәренә, ҡарашына һәм әҙәби һәүәҫлегенә һиҙелерлек йоғонто яһай. Был йылдарҙа Чайковский әүҙем уҡый башлай, башлыса йортонда, атаһында булған китаптарҙы уҡый[17].
Чайковскийҙың әсәһе Александра Андреевна 1854 йылда холера менән ауырый башлай. Табибтар уны дауалай һәм һауығыуына өмөттө өҙмәйҙәр, әммә ул 1854 йылдың 13 (25) июнендә вафат була13 (25) июня 1854 года[* 3]. Өлкәндәренең береһенә ун алты йәш булған алты бала табут артынан бара. Илья Петрович шулай уҡ ҡатынын ерләгән көндә холера менән ауырып китә, үлем сигендә була, әммә тере ҡала[19]. Николай һәм Петрҙы кластарына тапшырып, ә Александра менән Ипполитты ябыҡ уҡыу йортона билдәләп, Илья Петрович дүрт йәшлек игеҙәк балалар менән ваҡытлыса үҙенең ҡустыһы Петр Петровичҡа күсеп килә.
1855—1858 йылдарҙа Илья Петрович улына фортепианонан дәрестәр биреүгә немец пианисы Рудольф Кюндингерҙы яллай. Дәрестәрҙә Чайковский шулай уҡ уҡытыусы менән дүрт ҡулда башҡарып, көнбайыш ҡораллы музыка менән таныша. Һуңыраҡ «Автобиографияһында» Чайковский яҙасаҡ: «Һәр йәкшәмбе мин уның менән бер сәғәт шөғөлләндем һәм фортепианола уйнауҙа тиҙ уңыштарға ирештем. Ул беренсе булып үҙе менән мине концерттарға алып йөрөнө»[20].
Кюндингер менән дәрестәр 1858 йылдың яҙында тамамлана, сөнки Илья Петрович шикле аферала бөтә үҙенең бөтә мөлкәтен юғалта һәм эш эҙләргә мәжбүр була. Институтты тамамлап ҡайтҡан Александра ғаилә башлығы була. Элекке инженер ҡаҙаныштарын иҫләп, Илья Петровичҡа Технология институтында директор вазифаһын бирәләр һәм ул балалары менән ҙур ҡаҙна фатирына күсә[20].
1859 йылдың 13 (25) майында училищены тамамлай, ә 29 майҙа (10 июндә) — аттестат ала һәм туғыҙынсы класс дәрәжәһенә эйә була (титуляр советник). Аттестатта училищела үҙләштергән предметтар буйынса түбәндәге баһалар була: “5” — Сиркәү хоҡуғы, граждандар хоҡуғы, енәйәт эше хоҡуғы һәм финанс хоҡуғы, граждандар судно төҙөү хоҡуғы һәм енәйәт суднолар төҙөү хоҡуғы, урындағы закондар, Рим хоҡуғы, закондар белеме энциклопедияһы, урыҫ хоҡуғы тарихы, суд медицинаһы, рус и француз әҙәбиәте; бик яҡшы дин законы, дәүләт хоҡуғы, Рәсәй империяһында межалау закондары һәм суднолар төҙөү, логика, психология, латин һәм немец теле, дөйөм һәм ватан тарихы, география, дөйөм һәм ватан статистикаһы; яҡшы — математика, тәбиғи тарих һәм физика[21].
Биографтар билдәләгәнсә, тән язаһы шул ваҡытта уҡыу йорттарында киң таралыуға ҡарамаҫтан, Чайковский был яза төрөнә[22], шулай уҡ башҡа уҡыусылар яғынан мыҫҡыллауҙарға дусар булмай. Чайковскийҙың синыфташы Фёдор Маслов раҫлауынса ул «иптәштәренең генә түгел, шулай уҡ хужаларҙың да яратҡан кешеһе була. Ҙур симпатияға уның һымаҡ береһе лә эйә булмай»[23].
Хоҡуҡ училищеһының 50-йыллыҡ уңайына, «ытырғаныуына ҡарамаҫтан», Чайковский үҙенең һүҙҙәренә хор өсөн «Правоведческую песнь», шулай уҡ «Правоведческий марш» ижад итә. Юбилей айҡанлы тантанала ҡатнашыуҙан баш тарта, шуға күрә уның ике әҫәре лә автор үҙе юҡ саҡта 1885 йылдың 5 декабрендә башҡарыла[24].
Юстиция министрлығында хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хоҡуҡ училищеһын тамамлау менән Пётр Чайковский Юстиция министрлығы департаменттың I отделениеһында хеҙмәтен башлай[25], унда башлыса крәҫтиәндәр эшен алып бара [26]. Буш ваҡыттарында һеңлеһе Александра, туғаны Николай һәм ике туған һеңлеһе Аннет, Апухтин һәм башҡалар компанияһында төрлө уйлап табыуҙарға, күңел асыуҙарға һәм кисәләргә ирек ҡуя, шулай уҡ опера театрына бара, дуҫы Луиджи Пиччиоли йоғонтоһо аҫтында итальян телендә күнекмәләр ала, итальян операһына өҫтөнлөк бирә[27].
1861 йылда уның сит илгә барыу теләге тормошҡа ашырыла: 1861 йылдың 18 июненән 21 сентябренә тиклем ул үҙенең атаһының танышы инженер В. В. Писаревты Европа буйлап эш сәфәрендә тәржемәсе сифатында оҙатып йөрөй һәм өс ай эсендә Берлин, Гамбург, Брюссель, Антверпен, Остенде, Лондон һәм Парижға бара. Китерҙән алда Чайковский 9 июндә һеңлеһенә «…мин сит илгә барам, һин минең ҡыуанысымды күҙ алдына ла килтерә алмайһың, бигерәк тә, әгәр уйлаһаң, баҡ тиһәң, минең сәйәхәтем бер тин дә тормай, мин секретарь, тәржемәсе кеүек булам» тип яҙа. Һуңғараҡ Европа мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, бер нисә сит тел, шул иҫәптән француз һәм итальян телдәрен белеү, ял итеү кәрәклеге һәм уңайлы шарттарҙа эшләү, һуңыраҡ уңышлы гастроль эшмәкәрлеге композитор тормошонда сит ил сәфәрҙәренең һиҙелерлек урыны сәбәп була, уларҙың күбеһе ижадының мөһим осоро була[28][* 4].
Петербург консерваторияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт хеҙмәте менән музыка дәрестәре берләштереп алып барыу идеяһы композиторҙың атаһы Илья Петровичҡа ҡарай. Ул йәшерен Кюндингер менән кәңәшләшергә бара, ул уның улына элек музыка дәрестәре биргән ине, һәм унан улының музыкаға таланты бар микәнен һорай. Быға бындай яуап ала: музыкаль таланты юҡ, музыкаль карьера өсөн ул бармай, башлауы ла һуң — уға тиҙҙән егерме бер йәш[29]. Баһаламаның шундай булыуына ҡарамаҫтан, Илья Петрович үҙенең улына музыкаға өйрәнеүҙе дауам итергә тәҡдим итә, тегенеһе бына башта едти ҡабул итмәй. Һуңыраҡ Кюндингер үкенеп яҙасаҡ: «Әгәр мин шул саҡтағы хоҡуҡ белгесенән кем сығырын белһәм,уның менән дәрестәрҙең көндәлеген алып барыр инем»[30].
1861 йылдың сентябрендә Рус музыка йәмғиәтенең Музыка класына уҡырға инә, ул 1862 йылда Н.А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһы итеп үҙгәртелә, унда Пётр Чайковский композиция класында тәүге студенттарҙың береһе булып иҫәпләнә. Консерваторияла уның уҡытыусылары Николай Заремба (контрапункт, музыкаль форма) һәм Антон Рубинштейн (әҫәр һәм инструментовка) була. Бер үк ваҡытта Чезаре Чиардиҙа флейтала һәм Генрих Штилдә оорганда уйнарға өйрәнә[26]. Чайковскийҙың иң билдәле синыфташтары булып Густав Кросс, Карл Фан-Арк һәм Рихард Метцдорф тора[31]. 1863 йылға тиклем Чайковский музыка дәрестәрен чиновник эше менән аралаштыра, аҙаҡ Антон Рубинштейн ныҡышыуы буйынса хеҙмәтен ҡалдыра, азатлыҡ, уның артынан килгән ярлылыҡ, шулай уҡ үҙенең һис шикһеҙ танылыуына ышаныс алып, бөтөнләйе менән музыкаға бирелә. Һуңыраҡ Чайковский министрлыҡтан китеүенә атаһының нисек ҡарауын хәтерләй:
Атайымдың минең Юстиция министрлығынан Консерваторияға китеүемә нисек ҡарағанын тәьҫирләнмәйенсә хәтерләй алмайым. Минең хеҙмәт карьераһына өмөт бағлап та, ышаныстарын аҡламағанлыҡтан уға ауыр булһа ла, музыкант булыр өсөн мин үҙ иркем менән фәҡирлектә йәшәүемде күреп ҡайғырһа ла бер ваҡытта ла минең менән ҡәнәғәт түгеллеген бер һүҙ менән дә һиҙҙермәне,тик минең ниәттәрем һәм пландарым тураһында белешеп торҙо һәм дәртләндерҙе. Нисек булыр ине миңә әгәр яҙмыш миңә атай урынына башҡа музыканттарға биргән һымаҡ тиран үҙ һүҙле кешене бирһә |
1863 йылда Чайковский композитор Александр Серовтың «Юдифь» операһы премьераһында була. Консерваторияла уны Герман Ларош — башҡаларҙан алда композиторҙың һәләтенә тейешле баһа биргән буласаҡ күренекле музыка тәнҡитсеһе менән дуҫлыҡ ептәре бәйләй, уның менән ул оҙаҡ сәғәттәр дүрт ҡулда уйнай[* 5]. 1865 йылдың йәйен ул һеңлеһе Александра Ильиничнала Каменкала үткәрә, һуңынан Петербургҡа ҡайта, атаһы һәм ҡустылары менән һаубуллашып, Мәскәүгә киткән Апухтиндың буш фатирына күсә. Яңғыҙлыҡта, фәҡирлектә һәм бурыстарҙа ул йыш ҡына департамент хеҙмәтенә кире ҡайтыу тураһында уйлана[33].
Уның консерватория әҫәрҙәре араһында — Александр Островскийҙың шул уҡ исемле пьесаһы буйынса «Гроза» увертюраһы һәм «Воевода» операһына ингән симфоник оркестр өсөн «Характерные танцы» («Танцы сенных девушек») бар. «Характерные танцы» тәүге тапҡыр 1865 йылдың 30 авгусында Иоганн Штраус етәкселеге аҫтында Санкт-Петербургтағы Павловсктың концерт залында башҡарыла — был Чайковский музыкаһының беренсе асыҡ башҡарылыуы була. Һуңынан ул үҙе Михаил һарайында консерватория оркестры ярҙамында F-dur увертюраһы менән дирижерлыҡ итә[34].
Чайковскийҙың диплом эше булып Фридрих Шиллерҙың руссаға тәржемә ителгән шул уҡ исемле «К радости» кантатаһы тора, ул 1865 йылдың 29 декабрендә (1866 йылдың 10 ғинуары) башҡарыла[26]. Композитор кантата премьераһында булмай, ул Петербург музыканттарына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай — Антон Рубинштейн сырайын һыта, Серов күпте өмөт иткәнен әйтә, йәш тәнҡитсе Цезарь Кюи «Чайковский бөтөнләй йомшаҡ», «уның һәләте бер ҡайҙа ла консерватория бығауҙарын йырып алып китмәгән» тип иғлан итә, — бер Ларош ҡына был әҫәрҙә Чайковскийҙың ижади мөмкинселектәрен күреп, кантатанан таң ҡала[35]. Шул уҡ йылдың 12 ғинуарында (31 декабрҙә) ул Петербург консерваторияһының курсын ҙур көмөш миҙал менән тамамлай (шул ваҡыттағы юғары награда менән). Консерваторияны «ирекле ижадсы» званиеһында тамамлауы тураһындағы дипломды Чайковский тик 1870 йылдың 11 апрелендә (30 мартта), консерватория тураһында ҡағиҙә раҫланғандан һуң ала.
Мәскәүҙә (1866—1878)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антон Рубинштейн кәңәше буйынса Санкт-Петербургҡа яңы кадрҙар өсөн килгән ҡустыһы Николай Рубинштейн Чайковскийға Рус музыка йәмғиәтенең Мәскәү бүлегендәге Музыка кластарында ирекле әҫәр, гармония, музыка теорияһы һәм оркестровкалау кластарында профессор урынын тәҡдим итә[36]. Консерваторияны тамамлағандан һуң, 1866 йылдың 17 ғинуарында Чайковский Санкт-Петербургтан Мәскәүгә китә[37], унда 25 ғинуарҙа педагогик эшмәкәрлеген башлай.
Формаль рәүештә Чайковский һаман да дәүләт хеҙмәтендә иҫәпләнә: 1866 йылдың майында ул надворный советник чины ала, ә 1867 йылда рәсми рәүештә отставкға китә. Йәш композиторҙың ауыр мадти хәлен иҫәпкә алып, Н. Г. Рубинштейн уға Моховая урамындағы фатирына урынлашырға тәҡдим итә. Музыка кластары Мәскәү консерваторияһы тип үҙгәртелә, ул 1866 йылдың 13 сентябрендә тантаналы асыла.
1868 йылда матбуғатта тәүге тапҡыр музыка тәнҡитсеһе булып сығыш яһай һәм Петербург композиторҙары төркөмө ― «Бөйөк бишәүҙең» ағзалары менән таныша. Ижади ҡараштарҙың төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, улар араһында яҡшы мөнәсәбәттәр була. Чайковскийҙың программалы музыкаға ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә. «Бөйөк бишәүҙең» башлығы Милий Балакирев кәңәше буйынса ул Шекспирҙың «Ромео и Джульетта» трагедияһы буйынса «Ромео и Джульетта» (1869) увертюра-фантазияһын яҙа, ә тәнҡитсе В. В. Стасов уға «Буря» (1873) симфоник фантазияһының идеяһын әйтеп ебәрә. Май аҙағында, консерваторияла уҡыу йылы тамаланғандан һуң, профессор Чайковский үҙенең уҡыусыһы Владимир Шиловский саҡырыуына һәм аҡсаһына уның менән бер аҙнаға Берлинға, ә аҙаҡ биш аҙнаға Парижға бара. Шул уҡ йылда Чайковский Дезире Арто менән таныша.
1870 йылдың майында Чайковский һәм Шиловский бер нисә көн Парижда үткәрәләр, ә һуңынан Германияға Мангеймда Людвиг ван Бетховендың 100- йыллығына арналған музыка фестиваленә баралар. Йәй аҙағын улар Швейцарияла Интерлакенда үткәрәләр, унда композитор «Ромео и Джульета» увертюраһының икенсе редакцияһы өҫтөндә эшләй. 1871 йылдың декабрендә Шиловский Петр Ильичты тағы сит илгә саҡыра[* 6]. Улар Ниццаға, Генуяға, Венецияға бара һәм Вена аша Рәсәйгә әйләнеп ҡайта. Ниццала Чайковский Шиловскийға бағышлап, фортепиано өсөн ике — «Ноктюрн» һәм «Юмореска» пьесаһын яҙа[38].
1872 йылдан алып 1876 йылға тиклем матбуғаттың һул-либерал репутацияһына эйә булған «Русские ведомости» гәзитендә музыка тәнҡитсеһе булып эшләй. 1874 йылдың 14 апрелендә композитор «Русские ведомости» гәзите йомошо буйынса, һуңынан Миланда Глинканың «Жизнь за царя» операһының ҡуйылышына рецензия яҙыр өсөн Италияға бара. Премьера май уртаһына күсерелгәнгә күрә, Чайковский уны көтөп тормай, ә ике аҙнаһын Венеция, Рим, Неаполь һәм Флоренция буйлап йөрөүгә арнай һәм май башында Мәскәүгә ҡайта. 1873 йылдың июлендә Чайковский үҙенең нәшерсеһе Петр Юргенсон иенән бергә Швейцарияла була, Цюрих, Люцерна, Берн һәм Женеваға бара, һуңынан Швейцариянан Италия аша Парижға бара, ә август башында Чайковский Рәсәйгә әйләнеп ҡайта.
1875 йылдың декабре аҙағында Чайковский ҡустыһы Модест менән Европаға бара, уны уның буласаҡ тәрбиәләнеүсеһе Коля Конрадиҙың ата-әсәһе бер йылға Лионға һаңғырау-телһеҙҙәрҙе уҡытыу методикаһын өйрәнер өсөн ебәрә. Ағалы-ҡустылылар ике аҙнаға яҡын Берлинда, Женева һәм Парижда була һәм һуңынан айырылышалар. Парижда композитор Жорж Бизеның «Кармен» операһын тыңлай, ул уны үҙенең ябайлығы һәм ихласлығы менән таң ҡалдыра, һәм ул «уны башынан алып аҙағына тиклем тиерлек ятлап ала».
1870-се йылдар Чайковский ижадында эҙләнеүҙәр осоро; уны Рәсәйҙең үткәне, рус халык көнкүреше, кеше яҙмышы темаһы йәлеп итә. Ошо ваҡытта «Опричник» һәм «Кузнец Вакула» опералары, Островскийҙың «Снегурочка» драмаһына музыка, Беренсе оркестр менән фортепиано өсөн концерт, оркестр менән авиолончель өсөн рококо темаһына вариациялар, өс ҡыл квартеты яҙа. Ошо ваҡытҡа Я. П. Полонский һүҙҙәренә яҙылған Бөйөк Петрҙың тыуыуының 200-йыллығына» арналған кантата яҙа; ул тәүге тапҡыр 1872 йылдың 31 майында Мәскәүҙә башҡарыла.
Педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]П. И. Чайковский — Мәскәү консерваторияһында композиция класы буйынса беренсе профессор. 1870 йылдар башына Чайковский консерватория уҡыу процессын ойоштороу, уҡыу программаларын әҙерләү буйынса әүҙем эшләй. Профессорҙар советында тора. Уҡытыу-методик әҙәбиәттең етешмәүе Чайковскийҙы сит ил музыка белгестәренең һәм теоретиктарының хеҙмәттәрен тәржемәләү эшенә, шулай уҡ үҙенең әсбаптарын яҙыуға этәрә[39]. Профессор Чайковскийҙың емешле хеҙмәте замандаштары тарафынан юғары баһалана, әммә аҡса яғынан уның баһаһы кәм була. Консерваторияла эшләүенең аҙағында йыллыҡ хеҙмәт хаҡы 1200 һумдан 2700 һумға арта.
1870-се йылдарҙа инде билдәле әҫәрҙәр авторы Чайковский консерватория кластарындағы ауыр педагогик эш ижади эшмәкәрлегенә ҡамасаулағанын аңлай. Н.Ф. фон Мекк тәғәйенләгән 6000 һум күләмендәге йыллыҡ субсидия композиторға ижади эшкә тупланырға мөмкинлек бирә. 1878 йылдың 6 октябрендә Чайковский консерваторияла һуңғы дәрестәрен үткәрә. Класта профессор урынын уның яратҡан һәм талантлы уҡыусыһы С. И. Танеев биләй.
Чайковский һуңғы көндәренә тиклем үҙен педагог һымаҡ хис итә, уның уҡыусылар араһында профессиональ музыканттар, шулай уҡ ябай музыка һөйөүселәр ҙә бар[40]. Билдәле уҡыусылары араһында (Танеевтан тыш) — скрипкасылар А. Ф. Арендс[41], С. К. Барцевич, И. И. Котек, В. А. Пахульский, виолончелсы А. А. Брандуков, пианист А. И. Зилоти, хор дирижёры В. С. Орлов, композитор Н. С. Кленовский бар. Чайковскийҙан гармония дәрестәрен шулай уҡ Н. С. Зверев та ала[42].
«1877 йыл көрсөгө»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1877 йылдың июлендә, «Евгений Онегин» операһын ижад итеү менән мауығып, Пётр Ильич Чайковский импульсив рәүештә консерваторияның элекке студенткаһы Антонина Ивановна Милюковаға өйләнә. Ҡапыл өйләнеү һәм айырылышыү менән бәйле «1877 йыл көрсөгөнән» булған нервылы ярһыу хәлендә, Чайковский ҡустыһы Анатолий оҙатыуында 1877 йылдың 1 октябрендә Швейцарияға китә һәм Женева янындағы Кларанда урынлаша. Мораль һәм мадти ярҙамды был осорҙа уға Надежда фон Мекк күрһәтә, уның менән Чайковский 1876―1890 йылдарҙа хатлаша, әммә шәхсән бер ваҡытта ла осрашмай[43].
1877 йылдың декабрендә ул Венециянан фон Меккҡа Дүртенсе симфония өҫтөндә эшләүе тураһында яҙа. Симфонияның ҡулъяҙмаһында Чайковский ҡулы менән фон Мекк исемен сер итеп һаҡлар өсөн «Минең иң яҡшы дуҫыма бағышлана» яҙыла. Сан-Ремола Чайковский «Евгений Онегин» операһының аҙаҡҡы өлөшө менән мәшғүл була. Рәсәйгә композитор 1878 йылдың апрелендә ҡайта, шунан һуң Мәскәү консерваторияһында урынын ҡалдыра һәм сит илгә китә. 1878 йылдың ноябрь уртаһынан Чайковский бер ай Флоренцияла банкир Оппенгейм виллаһынан алыҫ түгел йәшәй, унда шул ваҡытта Н. Ф. фон Мекк та йәшәй. Һуңынан ике аҙнаға Парижға, ә 30 декабрҙә Кларанға китә, унда март айына тиклем «Орлеанская дева» өҫтөндә эшләй.
Донъяға танылған йылдары (1879—1893)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1870 йылларҙа юғары ижади уңыштарға ирешеп, «Франческа да Римини» фантазияһы, Дүртенсе симфония, «Евгений Онегин» операһы, «Лебединое озеро» балеты, Беренсе фортепиано концерты әҫәрҙәренең авторы булараҡ, Чайковский яңы ун йыллыҡ сиктәрендә ижад өлгөргәнлегенең иң юғары этабына аяҡ баҫа[44]. 1880 йылда «1812 год» увертюраһы өсөн Чайковский IV дәрәжә Изге Владимир орденына лайыҡ була.
1880 йылдар уртаһында Чайковский әүҙем музыка-йәмғиәт эшмәкәрлегенә ҡайта. 1885 йылда ул Рус музыка йәмғиәтен Мәскәү бүлегенең директорҙар советы составына инә. 1880 йылдарҙан Рәсәйҙә һәм сит илдә дирижёр булараҡ сығыш яһай. Концерт сәфәрҙәре Чайковскийҙы көнбайыш Европа музыканттары менән дуҫлыҡ һәм ижади бәйләнештәрҙе нығыта.
1891 йылдың яҙында П. И. Чайковский АҠШ-ҡа бара. Үҙенең әҫәрҙәренең дирижёры сифатында Нью-Йоркта, Балтиморҙа һәм Филадельфияла уңышлы сығыш яһай. Нью-Йоркта ул Нью-йорк симфония оркестры менән Карнеги-холлды асыу тантанаһында дирижерлыҡ итә.
Үлеменә туғыҙ көн ҡалғас 1893 йылдың 16 октябрендә (яңы стиль буйынса 28 октябрендә) ғүмерендә һуңғы тапҡыр Чайковский Петербургта дирижер пультына тора. Был концерттың икенсе бүлегендә тәүге тапҡыр уның Алтынсы симфонияһы яңғырай.
Сит илгә барыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1879 йылдың ноябрендә Чайковский Модест менән ҡышты Италияла үткәрергә ҡарар итә. 1880 йылдың феврале аҙағына тиклем ул Римдә йәшәй. Художество музейҙарында һәм галереяларҙа күргән шедеврҙар һәм йоғонтолар арҡаһында билдәле пьесаларының береһе барлыҡҡа килә. 1880 йылдың ғинуарында ул симфоник оркестр өсөн итальян йырҙары һәм бейеүҙәре темаһына «Capriccio italien» («Итальянское каприччио») яҙа.
1881 йылдың февраль уртаһында Чайковский Вена, Флоренция, Рим, Неаполь һәм Ниццаға бара. Рәсәйгә 25 мартта ҡайта. 1884 йылдың февраль башында композитор Парижға килә, әммә тиҙҙән 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены менән наградланыу осрағы менән баш ҡалаға императорға тәҡдим ителеүгә ҡайта.
1887 йылдың декабрендә Чайковский Петербургта «Моцартианы» премьераһы менән дирижерлыҡ итә, ә икенсе көнө үҙенең беренсе сит ил гастроленә сыға. Өс ҡышҡы айҙар дауамында үҙенең әҫәрҙәренән концерттар менән дирижёрлыҡ итеп, Лейпциг, Гамбург, Берлин, Прага, Париж, Лондонда була. Гастролдәр Европала уның данын арттыра. Лейпцигта ул ике концерт бирә: 1887 йылдың 24 декабрендә Первая сюита, ә икенсе көндә «Памяти великого художника» һәм Первый квартет триоһы башҡарыла, Чайковский Эдвард Григ һәм Иоганнес Брамс менән таныша. Прагала ике тапҡыр ҙур ҡаҙаныш менән ике тапҡыр сығыш яһай: Рудольфинум концерт залында «Руслан и Людмила» увертюраһы, оркестр менән фортепиано өсөн Беренсе концерт, оркестр менән Скрипка өсөн концерт, ә Опера театрында — ҡыллы серенада, Өсөнсө сюитанан темалар һәм вариациялар, «1812 год» увертюраһы һәм «Лебединое озеро» балетынан икенсе акт башҡарыла, Чайковский Антонин Дворжак менән дуҫлаша. Парижда композитор ике тапҡыр дирижёрлыҡ итә. Чайковский композиторҙар И. Падеревский, Ш. Гуно, Л. Делиб, Ж. Массне менән таныша. 1888 йылдың 10 мартында Лондонда уның етәкселеге аҫтында «Ҡыллы оркестр өсөн серенада» һәм Өсөнсө сюитаның финалы яңғырай.
1888 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында Чайковский Прагала Милли театрҙа «Евгений Онегин» премьераһы һәм концерт менән дирижёрлыҡ итә, унда Бишенсе симфония һәм оркестр менән фортепиано өсөн Икенсе концерт яңғырай.
1889 йылдың ғинуар-апрель айҙарында сит илгә икенсе гастроль сәфәре була. Ул Кёльн, Франкфурт, Дрезден, Берлин, Женева, Гамбург, Лондонда сығыш яһай.
1891 йылдың 24 мартында АҠШ-тағы гастролдәре алдынан Чайковский Өсөнсө сюита, «Буря» симфоник фантазия, «Оркестр менән скрипка өсөн меланхолик серенада», «Славян маршы» һәм оркестр менән фортепиано өсөн Икенсе концертты башҡарған Колонна оркестры менән Парижда уңышлы сығыш яһай. 6 апрелдә композитор Нью-Йоркҡа китә. Концерттарҙа шул уҡ программа менән сығыш яһай.
1892 йылдың декабрь уртаһында Чайковский Германия[* 7], Швейцария һәм Париж аша Брюсселгә бара, унда 1893 йылдың 2 ғинуарында программаһында оркестр өсөн Өсөнсө сюита, оркестр менән фортепиано өсөн Беренсе концерт, «Щелкунчик» балетынан сюита һәм башҡа әҫәрҙәренән торған концерт менән дирижёрлыҡ итә.
1893 йылдың майында Чайковский в Англияла Кембидж университетының почётлы доктор дәрәжәһенә лайыҡ була. Йола буйынса музыканың почётлы докторҙарына тәҡдим ителгәндәр үҙҙәренең музыкаларын башҡара — композитор Кембриджда «Франческа да Римини» симфоник поэмаһы менән дирижёрлыҡ итә.
1893 йылдың сентябрь башында Чайковский антрепренёр Поллини саҡырыуы буйынса бер нисә көнгә Гамбургҡа «Иоланта» репертуарында яңыртыуҙа ҡатнашыу һәм «Пиковая дама» постановкаһы тураһында һөйләшеүҙәр өсөн килә.
1893/94 йыл миҙгеле тығыҙ була — Рәсәйҙә планлаштырылған концерттарҙан тыш, Чайковскийҙы Амстердам, Варшава, Гельсингфорс, Лондон, Майндағы Франкфурт һәм башҡа ҡалалар саҡыра.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1893 йылдың 1 ноябрендә (20 октябре) бөтөнләй һау Чайковский Петербургта Нева проспектындағы элиталы Лейнер ресторанына бара, унда төнгө сәғәт икегә тиклем була. Заказдарҙың береһендә ул һалҡын һыу килтереүҙәрен талап итә. Ҡалала холера арҡаһында эпидимиологик хәлдең насар булыуына ҡарамаҫтан, Чайковскийға ҡайнатылмаған һыу бирәләр. Иртәнсәк 2 ноябрҙә (21октябрҙә) композитор үҙен насар тоя һәм табип саҡырта. Ауырыу ауыр үтә, һәм Чайковский 6 ноябрҙә (25 октябряҙә) ҡустыһы Модестың фатирында «ҡапыл һәм ваҡытһыҙ» вафат була[45]. Ерләүҙәр император рөхсәте менән Император театрҙары дирекцияһына йөкмәтелә[46], был «берҙән-бер һәм ғәҙәттән тыш миҫал була»[47].
Ерләүҙәр 9 ноябрҙә (28 октябрҙә) үтә;ерләү буйынса бөтә сығымдарҙы император Александр III «Ғали йәнәптәренең үҙ ҡаҙнаһынан» ҡапларға бойора[47]. Ерләүҙә император фамилияһының ике ағзаһы: принц Александр Ольденбургский (Хоҡуҡ белеме училищеһының попечителе) һәм бөйөк кенәз Константин Константинович ҡатнаша[47]. Александро-Невская лавраһында Сәнғәт оҫталары некрополендә ерләнә[48].
Төп әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чайковскийға, уның иҫ киткес музыкаһына беҙҙең мәхәббәтебеҙ быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға күсә. Һәм бында уның үлемһеҙлеге
|
Петр Чайковскийҙың әҫәрҙәре исемлеге
- Опералар
- Воевода (1868)
- Ундина (1869)
- Опричник (1872)
- Евгений Онегин (1878)
- Орлеанская дева (1879)
- Мазепа (1883)
- Черевички (1885)
- Чародейка (1887)
- Пиковая дама (1890)
- Иоланта (1891)
- Балеттар
- Лебединое озеро (1877)
- Спящая красавица (1889)
- Щелкунчик (1892)
- Симфониялар
- Симфония № 1 «Зимние грёзы» op. 13 (1866)
- Симфония № 2 op.17 (1872)
- Симфония № 3 op. 29 (1875)
- Симфония № 4 op. 36 (1878)
- «Манфред» — симфония (1885)
- Симфония № 5 (1888)
- Симфония № 6 «Патетическая» op. 74 (1893)
- Сюиталар
- Сюита № 1 op. 43 (1879)
- Сюита № 2 op. 53 (1883)
- Сюита № 3 op. 55 (1884)
- Сюита № 4 Моцартиана op. 61 (1887)
- Щелкунчик, сюита для балета op. 71a (1892)
- Айырым оркестр әҫәрҙәре
- Торжественная увертюра на Датский гимн op. 15 (1866)
- «Буря» op. 18 (1873)
- Славянский марш (1876) op. 31
- «Франческа да Римини» — симфоническая фантазия (1876) op. 32
- Итальянское каприччио op. 45 (1880)
- Ҡыллы оркестр өсөн серенада op. 48 (1880)
- «1812 год» — торжественная увертюра (1880) op. 49
- «Гамлет», увертюра-фантазия, ор. 67, 1888
- «Гроза», драмаға увертюра op. 76 (1864)
- «Фатум» — симфоник фантазия op. 77 (1868)
- «Воевода» симфоник баллада op. 78 (1891)
- «Ромео и Джульетта» — увертюра-фантазия (1869, 1870, 1880)
- Марш Добровольного флота (1878)
- Марш Юрьевского полка (1893)
- Концерттар
- Оркестр менән фортепиано өсөн концерт № 1 op. 23 (1875)
- Меланхолик серенада op. 26 (1875)
- Оркестр менән виолончель өсөн рококо темаһына вариациялар. 33 (1878)
- Оркестр менән скрипка өсөн вальс-скерцо op. 34 (1877)
- [[Концерт для скрипки с оркестром (Чайковский)|Оркестр менән скрипка өсөн концерт. 35 (1878)
- Оркестр менән фортепиано өсөн концерт № 2 op. 44 (1880)
- Оркестр менән фортепиано өсөн концерт фантазияһы. ор 56 (1884)
- Оркестр менән виолончель өсөн Pezzo capriccioso op. 62 (1887)
- Оркестр менән фортепиано өсөн концерт № 3 (1893)
- Фортепиано әҫәрҙәре
- Русское скерцо op. 1, No. 1 (1867)
- Экспромт op. 1, No. 2 (1867)
- Воспоминание о Гапсале, 3 пьесы op. 2 (1867)
- Вальс-каприс op. 4 (1868)
- Романс op. 5 (1868)
- Вальс-скерцо op. 7 (1870)
- Каприччио op. 8 (1870)
- Три пьесы op. 9 (1870)
- Две пьесы op. 10 (1871)
- Шесть пьес op. 19 (1873)
- Шесть пьес на одну тему op. 21 (1873)
- Ҙур соната соль мажор op. 37a (1878)
- «Йыл миҙгелдәре» op. 37b (1876)
- Детский альбом op. 39 (1878)
- Двенадцать пьес op. 40 (1878)
- Шесть пьес op. 51 (1882)
- «Думка» op. 59 (1886)
- Восемнадцать пьес op. 72 (1893)
- Соната до-диез минор op. 80 posth (1865, изд. 1900)
- Камера музыкаһы
- Ҡыллы квартет № 1 op. 11 (1871)
- Ҡыллы квартет № 2 op. 22 (1874)
- Ҡыллы квартет № 3 op. 30 (1876)
- «Воспоминание о дорогом месте», три пьесы для скрипки и фортепиано op. 42 (1878)
- Фортепиано триоһы op. 50 (1882)
- «Воспоминание о Флоренции», ҡыллы секстет op. 70 (1890)
- Хор музыкаһы
- Оҙатыуһыҙ ҡатнаш хор өсөн литургия, op. 41 (1878)
- Всенощная для смешанного хора без сопровождения, op. 52 (1882)
- Духовно-музыкальные сочинения на полный хор (1885)
- «Ангел вопияше» (1887)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ О Петре Ильиче Чайковском в проекте Русский Биографический Словарь
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Познанский, 2010, ч. 1, гл. 1
- ↑ Берберова, 1997, с. 21
- ↑ Берберова, 1997, с. 22
- ↑ Цит. по: Вайдман, Давыдова, Соколинская, 1978, с. 190.
- ↑ M-elle Fanny Durbach. Из воспоминаний М. И. Чайковского
- ↑ Берберова, 1997, с. 23
- ↑ Вайдман, Давыдова, Соколинская, 1978, с. 19
- ↑ Берберова, 1997, с. 28—29
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Комментарии
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Берберова, 1997, с. 30—31
- ↑ Письмо Чайковского от 26 августа 1851 года. Познанский, 2010, ч. 1, гл. 1
- ↑ Берберова, 1997, с. 34—38
- ↑ Берберова, 1997, с. 37—38
- ↑ Познанский, 2010, ч. 1., гл. 2
- ↑ Вайдман, Давыдова, Соколинская, 1978, с. 19—20
- ↑ Берберова, 1997, с. 45
- ↑ Познанский, 2007, с. 15—16
- ↑ Берберова, 1997, с. 41—42
- ↑ 20,0 20,1 Берберова, 1997, с. 47—49
- ↑ Вайдман, Давыдова, Соколинская, 1978, с. 190
- ↑ Берберова, 1997, с. 45—46
- ↑ Познанский, 2010, ч. 1., гл. 3
- ↑ Познанский, 2010, ч. 1, гл. 2
- ↑ Берберова, 1997, с. 50
- ↑ 26,0 26,1 26,2 Вайдман, Давыдова, Соколинская, 1978, с. 20
- ↑ Берберова, 1997, с. 52—54
- ↑ Academia, 1934—1936.
Модест Чайковский. Т. 1, 1997.
Познанский, 2010, ч. 1, гл. 1.
Концертные поездки П.И. Чайковского . 2015 йыл 4 июнь архивланған.. - ↑ Берберова, 1997, с. 55
- ↑ Кюндингер, 1973
- ↑ Модест Чайковский. Т. 1, 1997, с. 168—169
- ↑ Берберова, 1997, с. 62
- ↑ Берберова, 1997, с. 65—66
- ↑ Берберова, 1997, с. 65
- ↑ Берберова, 1997, с. 69—70
- ↑ Педагогическая деятельность .
- ↑ Берберова, 1997, с. 69
- ↑ П. И. Чайковский и семья Шиловских .
- ↑ Руководство к инструментовке, 1866.
Жизненные правила и советы, 1869.
Музыкальный катехизис, 1870 - ↑ Полоцкая Е. Е. Пётр Ильич Чайковский — педагог: мифы и реалии 2016 йыл 17 сентябрь архивланған..
Полоцкая Е. Е. П. И. Чайковский — В. А. Пахульский: история педагогических отношений - ↑ См. ст. А. Ф. Арендс в Большой российской энциклопедии 2016 йыл 23 ноябрь архивланған..
- ↑ Чайковский Пётр Ильич // Энциклопедия «Кругосвет».
- ↑ Academia, 1934, Т. 1, с. 570—572
- ↑ Вайдман, Давыдова, Соколинская, 1978, с. 7
- ↑ П. И. Чайковскій (некрологъ). // «Правительственный Вѣстникъ». 26 октября (7 ноября) 1893, № 235. — С. 2.
- ↑ «Правительственный Вѣстникъ». 27 октября (8 ноября) 1893, № 236. — С. 1.
- ↑ 47,0 47,1 47,2 «Правительственный Вѣстникъ». 29 октября (10 ноября) 1893, № 238. — С. 1.
- ↑ Блинов, Соколов, 1994.
Познанский, 2007. - ↑ Цит. по: Вайдман, Давыдова, Соколинская, 1978, с. 170
Был композитор тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Өҙөмтә хатаһы: "*" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="*"/>
тамғаһы табылманы
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- 7 майҙа тыуғандар
- 1840 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Вятка губернаһында тыуғандар
- 6 ноябрҙә вафат булғандар
- 1893 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Рәсәй империяһы композиторҙары
- XIX быуат композиторҙары
- Алфавит буйынса дирижёрҙар
- Рәсәй империяһы дирижёрҙары
- XIX быуат дирижёрҙары
- Опера композиторҙары
- Балет композиторҙары
- Санкт-Петербург консерваторияһын тамамлаусылар
- Мәскәү консерваторияһы уҡытыусылары