Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы
VNabiullin.jpg
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе
1939 — 1947
Алдан килеүсе: Заликин Александр Тарасович
Дауамсы: Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы
 
Тыуған: 3 апрель 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе [1]
Иҫке Күсәрбай ауылы
Үлгән: 25 декабрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (68 йәш)
Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы
Партия: КПСС
Белеме: Высшая партийная школа при ЦК КПСС[d]
 
Наградалары:
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы (3 апрель 1914 йыл25 декабрь 1982 йыл) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 19391947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, 1951—1962 йылдарҙа Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәли Ғәбей улы Нәбиуллин 1914 йылдың 3 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) Иҫке Күсәрбай ауылында тыуған.

ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1949).

1933 йылдан хужалыҡ эшендә, 1938 йылда — ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитетында (1940 йылдан башлап 1‑се секретарь), 1939—1947 йылдарҙа БАССР Юғары Советы рәйесе, 1943 йылда — ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының малсылыҡ бүлеге мөдире, 1945—1946 йылдарҙа БАССР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары, малсылыҡ министры. 1949 йылдан башлап БАССР‑ҙың ауыл хужалығы министры, 1951 йылдан — БАССР Министрҙар Советы Рәйесе.

1962—1971 йылдарҙа «Башлес» ағас әҙерләү комбинаты начальнигы булып эшләй.

СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордендары менән бүләкләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәмбашҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордендары менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]