Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы
рус. Имам-Гали Галимович Кадыров
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе
1947 — 1955
Алдан килеүсе: Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы
Дауамсы: Нуриев Зыя Нурый улы
 
Тыуған: 24 март 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарамалы-Тамаҡ ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы Ҡартамаҡ ауылы)
Үлгән: 2 май 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)
Өфө ҡалаһы
Партия: КПСС
Белеме: Ленинград хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжәһе: медицина фәндәре докторы (1939)
Профессияһы: табип
 
Наградалары:
Ленин ордены Ленин ордены


Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы (24 март 1898 йыл — 2 май 1969 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1940). Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы Рәйесе (1947—1955). БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1947). Ике Ленин ордены (1949, 1953) кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Имам‑Ғәли (Имамғәле) Ғәлим улы Ҡадиров[1]1898 йылдың 24 мартында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Ҡарамалы-Тамаҡ (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы Ҡартамаҡ) ауылында тыуған.

Ленинградтағы С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһын тамамлай, профессор В. А. Оппелдең уҡыусыһы була.

Граждандар һуғышында ҡатнаша. Ҡыҙыл Армияла полк табибы булып хеҙмәт итә (1926—1929). 1929—1930 йылдарҙа — БАССР Һаулыҡ һаҡлау эштәре халыҡ комиссары.

1939 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, профессор (1940), хирургия клиникаһы мөдире.

19411967 йылдарҙа — Башҡортостан медицина институтының хирургия факультеты мөдире, бер үк ваҡытта БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында БАССР эвакуация госпиталенең өлкән хирургы һәм консультанты була.

Имам‑Ғәли Ҡадировтың ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — хирургик дауалау талап иткән эсәк ауырыуҙарында, рак ауырыуҙарында патолог-анатомик үҙгәрештәр.

Имам‑Ғәли Ғәлим улы 4 доктор һәм 12 фән кандидаты әҙерләгән.

Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы 7-се саҡырылыш Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетына ағзалыҡҡа кандидат, Өфө ҡала советы депутаты (1939—1955 гг.), Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы Рәйесе (1947—1955) була.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы — 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Обтурацион илеус: Эксперименталь тикшеренеү. Өфө, 1942.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профессор Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы иҫтәлегенә 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы Ҡартамаҡ ауылында уның тыуған һәм йәшәгән йортонда, шулай уҡ ул күп йылдар эшләгән Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник больницаһында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ҡадыров Имам-Ғәле. Дата обращения: 16 февраль 2013. Архивировано 17 март 2013 года. 2013 йыл 17 март архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт энциклопедияһы. Баш ред. М. А. Илһамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7. ғилми нәшер. Башҡорт энциклопедияһы, Өфө ҡалаһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]