Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зиннәтулла Ғиззәт улы Булашев
Зиннәтулла Ғиззәт улы Булашев
Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының 4-се рәйесе
ғинуар 1930 — 20 сентябрь 1937
Алдан килеүсе: Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы
Дауамсы: Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы
 
Тыуған: 7 апрель 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) Иҫке Ҡарашиҙе ауылы,
Үлгән: 11 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (44 йәш)
Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Партия: РКП(б)
Белеме: Рәсүлиә
 
Наградалары:

Ленин ордены — 1935

Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы (7 апрель 1894 йыл — 11 июль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1930—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны. Ленин ордены кавалеры (1935).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зиннәтулла Ғиззәт улы Булашев (Гизатуллин) 1894 йылдың 7 апрелендә Өфө губернаһының [1] Иҫке Ҡарашиҙе ауылында тыуған. Уның атаһы хәлле крәҫтиән була. Игенселек һәм ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, 60 дисәтинәнән артыҡ ер, 100 баш умарта, күп һанлы малы тота. Зиннәтулла атаһына 60 йәш, ә уның икенсе ҡатынына — яңы тыуған баланың әсәһенә — 17 йәш тулғанда тыуа. Атаһының мәрхүмә булған беренсе ҡатынынан 11 балаһы ҡала. Зиннәтуллаға йәш ярым тулғанда атаһы үлә. Ғаиләнең бөтә мөлкәте йола буйынса өлкән улына күсә, ә ул тиҙ арала уны туҙҙырып бөтә.

Зиннәтулла 15 йәшкә тиклем әсәһе менән йәшәй, уға хужалыҡты алып барырға ярҙам итә.

Бер йыл Ҡыйышҡы ауылында дини мәктәптә, ә 1911—1915 йылдарҙа Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә һабаҡ ала. 1918 йылда — ауыл мерщиктәре Курсы тыңлаусыһы, унан һуң педагогик курстарҙа уҡый. 1921—1922 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университетта белем ала. 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы.

Эш урыны: 1915 йылда Зиннәтулла Ғиззәт улы Троицк ҡалаһында земство өйәҙ идаралығында тәүҙә кесе, аҙаҡ өлкән курьер, 1918—1921 йылдарҙа — уҡытыусы, Ялан кантоны халыҡ мәғарифе бүлеге мөдире, ер бүлеге мөдире. 1922—1925 йылдарҙа — уҡытыусы, Башҡорт өлкә совет һәм партия төҙөлөш мәктәбенең Уҡыу бүлеге мөдире. 1925—1928 йылдарҙа — РКП(б) — ВКП(б)-ның (Башҡорт АССР-ы) Арғаяш кантон комитетының яуаплы сәркәтмбе, ВКП(б)-ның Башҡорт өлкә контроль комиссияһы Партия коллегияһының сәркәтибе, ул коммунистар тарафынан партия этикаһы үтәлешен тикшерә.

10 октябрь 1930 — октябрь 1937 — Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе.

1937 йылдың 20 июнендә үткән Советтарҙың Х сираттан тыш Бөтә башҡорт съездында, Зиннәтулла Ғиззәт улы «Башҡорт АССР-ы Конституцияһы проекты тураһында» темаһына доклад яһай. Бер ай үтеүгә «Известия» һәм «Правда» гәзиттәрендә «Башҡорт буржуаз милләтселәре һәм уларҙы йәшереүселәр» һәм «Башҡортостанда буржуаз милләтселәр төркөмө» исемле мәҡәләләр баҫылып сыға. Был мәҡәләләрҙә: «Совнаркомда Булашев рәислек итә, ул Таһировтың һәм башҡа буржуаз милләтселәрҙең айырылмаҫ дуҫы һәм шешәләше. Шул Булашев тарафынан Башҡортостанда ауыл хужалығын, сәнәғәтте һәм финанс органдарын бөлгөнлөккә төшөрөүгә йүнәлтелгән ҡоротҡос директиваларға ҡул ҡуйылған» («Известия»); "Башҡортостандың Совнарком рәисе Булашев үҙенең эргәһенә буржуаз милләтселәрҙе туплаған, уларҙы наркомат аппаратына индергән, оҙаҡ йылдар «Вәлидовтың агентураһын фашларға мөмкинлек бирмәне» («Правда») тип яҙыла.

1937 йылдың 6 авгусында партия өлкә комитеты пленумында Булашев, «фашланған һәм ҡулға алынған халыҡ дошманы булараҡ», өлкә комитет, уның бюроһы һәм пленумы, шулай уҡ ВКП(б) ағзалары иҫәбенән сығарыла. 1938 йылдың 10 июлендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы суды тарафынан иң юғары язаға — мөлкәтен конфискациялап, атып үлтереүгә хөкөм ителә.

Уның ғаилә ағзалары ла репрессиялана. Ҡатыны — Мөкәрәмә Төхвәтшә ҡыҙы (ВКП(б))-ның Өфө ҡала комитеты инструкторы), халыҡ дошманы ғаиләһе ағзаһы булараҡ, Караганда лагерҙәрендә һигеҙ йыл ултыра. 1978 йылда Өфө ҡалаһында вафат була. Уларҙың бәлиғ булмаған балаларын, улын һәм ҡыҙын, Елабуға мәктәп балалар йортона ебәрәләр.

1956 йылда аҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың Өфө районының Яңы Каршаҙы ауылында урамдарҙың береһе Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]