Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы
Флаг
Флаг
Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе
Флаг
Флаг
26 ноябрь 2015 — 3 декабрь 2018
Президент: Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Алдан килеүсе: Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Флаг
Флаг
Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары
Флаг
Флаг
9 сентябрь 2013 — 26 ноябрь 2015
Хөкүмәт башлығы: Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Президент: Хәмитов Рөстәм Зәки улы
 
Тыуған: 9 май 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (59 йәш)
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы
Белеме: Өфө дәүләт авиация техник университеты
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге
Ғилми дәрәжәһе: иҡтисад фәндәре кандидаты[d]

Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы (9 май 1964 йыл) — дәүләт һәм банк системаһы эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2004). Дуҫлыҡ (2011), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2015) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Хәбиб улы Мәрҙәнов 1964 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Өфө авиация институтын тамамлаған, инженер-иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент.

  • 1986 — Өфө авиация институтының иҡтисад һәм машиналар төҙөү производствоһын ойоштороу кафедраһы инженеры;
  • 1986—1992 — аспирант, СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисад институтында фәнни хеҙмәткәр;
  • 1992—1995 — Башҡорт дәүләт университетының производство менән идара итеү кафедраһында өлкән уҡытыусы;
  • 1995—1998Башҡортостан Республикаһының Милли банкының сектор мөдире, идаралыҡ башлығы, рәйес урынбаҫары — идаралыҡ башлығы;
  • 1998—2000 — Башҡортостан Республикаһы Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы министрҙың беренсе урынбаҫары;
  • 2000—2001 — Башҡортостан Республикаһы Милли банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары, рәйес вазифаһын башҡарыусы;
  • 20022013 — Башҡортостан Республикаһы Милли банкы Рәйесе;
  • 2013—2015 — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары[1];
  •  20152018 — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе[2].

2018 йылдың 3 декабрендә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, отставкаға китте[3]. Уға «һәйбәт һәм ғәҙел эшләгәне» өсөн рәхмәт белдерелде һәм ул Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Рөстәм Хәбиб улы Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының Урал баш идаралығы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]