Илембәтов Азамат Фәттәх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азамат Фәттәх улы Илембәтов
рус. Азамат Фаттахович Илимбетов
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе
Флаг
Флаг
2011 йылдың 19 майы — 2012 йылдың 6 авгусы
Президент: Рөстәм Зәки улы Хәмитов
Алдан килеүсе: Рөстәм Зәки улы Хәмитов
Дауамсы: Рөстәм Зәки улы Хәмитов
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары
Флаг
Флаг
2011 йылдың апреле — 2011 йылдың 19 майы
Хөкүмәт башлығы: Рөстәм Зәки улы Хәмитов
Президент: Рөстәм Зәки улы Хәмитов
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһының Президент Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары
Флаг
Флаг
2011 — 2011
Хөкүмәт башлығы: Рөстәм Зәки улы Хәмитов
Президент: Рөстәм Зәки улы Хәмитов
 
Тыуған: 26 сентябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (51 йәш)
СССР, РСФСР,
Башҡорт АССР-ы, Өфө,
Исеме: Азамат Фәттәх улы Илембәтов

Илембәтов Азамат Фәттәх улы (26 сентябрь 1972 йыл) — ғалим-инженер, хөкүмәт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 7-се премьер-министры (2011—2012).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азамат Фәттәх улы Илембәтов 1972 йылдың 26 сентябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаған. Техник фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1994 йылда Бүребай руда идаралығында баш маркшейдер булып башлай, артабан Хәйбулла районы ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө комитетының ер-кадастр бюроһының башлығы, ПТО АО «Бүребай руда идаралығы»ның производство-техник бүлеге етәксеһе булып эшләй.

  • 1998 — Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө комитетының Ер-кадастр бюроһы башлығы.
  • 1998—2000 — баш маркшейдер, ПТО етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, Октябрьск ер аҫты руднигы башлығы вазифаһын башҡарыусы, «Буребай руда идаралығы» акционерҙар йәмғиәте генераль директорының етештереү буйынса урынбаҫары.
  • 2000—2002 — «Хәйбулла тау компания»һы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры.
  • 2002— 2003 — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Аппаратының сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр, сауҙа һәм иҡтисад тармаҡтарын координациялау бүлегенең баш белгесе.
  • 2003—2004 — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары.
  • 2004—2005 — «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
  • 2006—2008 годах — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
  • 2008 — «УГМК-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тау рудаһы предприятиелары үҫеше идаралығы башлығы урынбаҫары.
  • 2008— 2011 — «НИИТЭХИМ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары.
  • 2011 — Башҡортостан Республикаһы Президент хакимиәте етәксеһе урынбаҫары.
  • 2011 йылдың апреленән 2011 йылдың майынаса — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары
  • 2011 йылдың майынан 2012 йылдың авгусынаса — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры.
  • 2019 йылдың апреленән — «Росавтодор» ойошмаһының Башҡортостан идаралығы етәксеһе[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]