Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Хәмитов Рөстәм Зәки улы | ||||
![]() | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
19 июль 2010 — 11 октябрь 2018 | ||||
Хөкүмәт башлығы: | Үҙе (2010—2011) Илембәтов Азамат Фәттәх улы (2011—2012) | |||
Алдан килеүсе: | Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы | |||
| ||||
6 август 2012 — 26 ноябрь 2015 | ||||
Президент: | үҙе | |||
Алдан килеүсе: | Илембәтов Азамат Фәттәх улы | |||
Дауамсы: | Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы | |||
| ||||
20 июль 2010 — 19 май 2011 | ||||
Президент: | үҙе | |||
Алдан килеүсе: | Сарбаев Раил Сәлих улы | |||
Дауамсы: | Илембәтов Азамат Фәттәх улы | |||
| ||||
22 март 2004 — 20 май 2009 | ||||
Хөкүмәт башлығы: | Зубков Виктор Алексеевич Путин Владимир Владимирович | |||
Президент: | Путин Владимир Владимирович Медведев Дмитрий Анатольевич | |||
Дауамсы: | Марина Валерьевна Селиверстова | |||
Дине: | Сөнниҙәр | |||
Тыуған: | 18 август 1954 (66 йәш) СССР, Кемерово өлкәһе Ленинск-Кузнецкий районы Драченино ауылы, | |||
Атаһы: | Зәки Сәлим улы (1930—1993) | |||
Әсәһе: | Рәйсә Синиәтулла ҡыҙы | |||
Ҡатыны: | Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы | |||
Балалары: | Камил, Нурия | |||
Партия: | Берҙәм Рәсәй | |||
Белеме: | Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты | |||
Ғилми дәрәжәһе: | техник фәндәр докторы | |||
Профессияһы: | инженер-механик | |||
Наградалары: | ||||
Хәмитов Рөстәм Зәки улы (18 август 1954 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, 2010 йылдың 19 июленән — Башҡортостан Республикаһы Президенты[1], 2015 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 11 октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Техник фәндәр докторы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рөстәм Зәки улы Хәмитов 1954 йылдың 18 авгусында Кемерово өлкәһе Драченино ауылында тыуған[2]. Милләте буйынса үҙен башҡорт тип таный[3][4][5], туған теле — башҡорт теле, рус телен юғары кимәлдә белә, инглиз телендә иркен аралаша[6].
Атаһы — Хәмитов Зәки Сәлим улы Башҡорт АССР-ының Балтас районы Штәнде ауылында тыуған.
1973—1980 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) «Машиналар ремонтлау» кафедраһы мөдире, ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы булып эшләне.
Әcәһе — Рәйсә Ғиниәтулла ҡыҙы ғүмер буйы математика уҡытыусыһы булды, хәҙер хаҡлы ялда. Ҡустыһы Рәшит Өфөлә водитель булып эшләй.
1969 йылда, мәктәптә уҡығанда, Саксонияла экскурсияла була[7].
Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1971 йылда Өфө ҡалаһының 115-се урта мәктәбен тамамлай.
- 1977 йылда Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһенда (хәҙер Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты) «инженер-механик» һөнәре ала.
Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә башлай.
- 1978—1986 йылдарҙа Өфө авиация институтында эшләй.
- 1990 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советына депутат итеп һайлана. Экология, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу буйынса комиссия рәйесе була.
- 1994—1996 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса министры.
- 2000—2003 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратында — Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор.
- 2003—2004 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында, Һалымдар буйынса федераль хеҙмәттә эшләй.
- 2004 йылда Һыу ресурстарының федераль агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
- 2009 йылдан — «Русгидро» йәмғиәте идарһы ағзаһы.[8]
- 2010 йылдың 19 июленән — Башҡортостан Республикаһы Президенты.
- 2015 йылдың 1 ғинуарынан — 2018 йылдың 11 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы[9].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
ҒаиләҺе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өйләнгән, ике балаҺы бар. Ҡатыны — Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы, һөнәре буйынса табип. Улы — Камил Хәмитов. Ҡыҙы — Нурия Хәмитова. Балалары Мәскәүҙә йәшәй.[4]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.rian.ru/politics/20100719/256173004.html
- ↑ Официальный сайт Главы Республики Башкортостан (рус.)
- ↑ Диалог с властью. Один за всех, а если все за одного?..
- ↑ 4,0 4,1 «Посадки будут. Будут разные „интересные“ процессы»// КоммерсантЪ
- ↑ Рустэм Хамитов одним из первых принял участие в переписи
- ↑ Президент Башкирии сообщил переписчикам, что владеет тремя языками
- ↑ Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагы делегацияһы менән осрашты
- ↑ http://www.omet-ufa.ru/index.php?id=102
- ↑ Рустэм Хамитов объявил о досрочном сложении своих полномочий. ИА «Башинформ», 2018, 11 октября (рус.) (Тикшерелгән 11 октябрь 2018)
- ↑ Рустэм Хамитов рассказал, чем займется после отставки. ИА «Башинформ», 2018, 13 октября (рус.) (Тикшерелгән 14 октябрь 2018)
- ↑ Рустэма Хамитова наградили орденом Александра Невского. Сайт Новости Mail.Ru
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәмитов Рөстәм Зәки улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 17 август 2019)
- «Халыҡ өсөн эшләү» Мөрәжәғәте
- «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимовҡа интервью
- 18 августа тыуғандар
- 1954 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Кемерово өлкәһендә тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар
- Башҡортостан Республикаһы Президенттары
- Техник фәндәр докторҙары
- Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- Башҡортостан Республикаһы Башлыҡтары
- Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары