Башҡортостан физик культура институты
Башҡортостан физик культура институты | |
Нигеҙләү датаһы | 2000 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Рәсми сайт | bifk.ru |
Башҡортостан физик культура институты (БИФК, «Урал дәүләт физик культура университеты» Юғары белем биреүҙең федераль дәүләт мәғариф учреждениеһының Башҡортостан физик культура институты (филиал) — физик культура, спорт һәм туризм буйынса белгестәр әҙерләү өсөн Башҡортостан Республикаһының эре юғары уҡыу йорто.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге исеме: Силәбе дәүләт физик культура институтының Өфө уҡыу-консультация пункты. 2000 йылдың 6 мартында Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы бойороғо, Урал дәүләт физик культура академияһы ректоры профессор Л. М. Куликовтың юллауы буйынса, Урал дәүләт физик культура академияһының Өфө филиалы асыла. 2005 йылдың сентябрендә аттестация һәм аккредитация процедураһын уңышлы үтеү һөҙөмтәләре буйынса Урал дәүләт физик культура академияһының Өфө филиалы «Урал дәүләт физик культура университеты» Юғары белем биреүҙең федераль дәүләт мәғариф учреждениеһының Башҡортостан физик культура институты (филиал) итеп үҙгәртелә.
Институт структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институт составында 15 факультет һәм дүрт кафедра бар:
- тренер-уҡытыусылар факультеты, фехтование теорияһы һәм методикаһы, ауыр атлетика һәм спорт көрәше кафедраһы, ишеү теорияһы һәм методикаһы, еңел атлетика һәм саңғы спорты кафедраһы, спорт уйындары теорияһы һәм методикаһы кафедраһы, профессиональ ориентировкалауға өйрәтеү кафедраһы,
- сервис һәм туризм факультеты,
- һауыҡтырыу технологиялары факультеты; кеше морфологияһы һәм физиологияһы кафедраһы; спорт медицинаһы кафедраһы[1].
Магистратура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аспирантура (13.00.04 ғилми һөнәре буйынса — Физик тәрбиә , спорт күнекмәләре, һауыҡтырыу һәм адаптив физик культура теорияһы һәм методикаһы).
Дәрестәр уҡыу корпустарынан тыш, «Өфө-арена», «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы, «Динамо» стадионы һәм баш ҡаланың башҡа ҡоролмаларында үткәрелә.
Студенттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институт 2100-ҙән ашыу юғары квалификациялы белгес әҙерләгән. Бөгөн уҡыу йортонда 850 студент — көндөҙгө, 1000-гә яҡыны ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала.
БИФК-ты тамамлаусылар һәм студенттар араһында:
- Волков Антон — Өфө ҡалаһының билдәле топ-менеджеры
- Рәхмәтов Салауат Кипай улы,
- Абдуллина Олеся Вәли ҡыҙы,
- Зәйҙуллин Эдуард Рамаҙан улы, Дмитрий Клоков — атҡаҙанған спорт мастеры, ауыр атлектика буйынса донъя чемпионы, Пекиндағы XXIX Йәйге Олимпия уйындарының көмөш призеры,
- Сергей Мор — атҡаҙанған спорт мастеры, пауэрлифтинг буйынса донъя чемпионы;
- Фәнил Мөхәмәтйәнов — пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры;
- Олег Петров — бобслей буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, дүрт тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнашыусы;
- Рауил Казаков — пауэрлифтинг буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы, донъя уйындарының абсолют чемпионы, Европа һәм донъя рекордсыһы;
- Дамир Әхмәтйәнов — грек-рим көрәше буйынса йәштәр араһында донъя чемпионы;
- Николай Базунов — пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара класлы срорт мастеры;
- Юлия Чистякова — пауэрлифтинг буйынса донъя чемпионы;
- Юрий Федоренко — пауэрлифтинг буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, Европа һәм донъя рекордсыһы;
- Светлана Шимкова — ауыр атлетика буйынса донъя чемпионы;
- Евгений Рогов — армрестлинг буйынса Европаның көмөш призерыү;
- Жирнов Андрей — еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, 4 тапҡыр Рәсәй чемпионы, Рәсәй рекордсыһы;
- Сәхибзадаева Айгөл — еңел атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй рекордсыһы, Пекиндағы Паралимпия уйндары ҡутнашыусыһы (2006);
- Фардеев Генрих — еңел атлетика буйынса спорт мастерлығына кандидат, хәрәкәт-терәк аппараты зарарланған спортсылар араһында еңел атлектика буйынса Рәсәй чемпионаты призеры һәм еңеүсеһе (Ханты-Мансийск, 2009), Донъя беренселеге призеры призёр (Швейцария, 2009);
- Сабитова Динара — спорт мастерлығына кандидат, коляскаларҙа Ҙур теннис буйынса Рәсәй чемпионаты призеры (Мәскәү, 2009), коляскаларҙа Ҙур теннис буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыусы (Лондон, 2009);
- Лавриненко Ольга — спорт мастерлығына кандидат, коляскалрҙа Парлы Ҙур теннис буйынса Рәсәй чемпионаты призеры (Мәскәү, 2009);
- Овсянникова Анастасия — спорт мастерлығына кандидат, хәрәкәт-терәк аппараты зарарланыусылар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты призерыа (Краснодар, 2010),
- Майоров Александр — спорт мастерлығына кандидат, дхюдо буйынса Рәсәй чемпионаты призеры (Зеленоград, 2009);
- Назметдинов Рөстәм — спорт мастеры, дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты призеры (Зеленоград, 2009).
Уҡытыусылары һәм етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БФКИ директоры — педагогия фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, спорт мастеры, ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры П. С. Горулев. Уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары — педагогия фәндәре докторы, профессор, РФ-ның атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, дзюдо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры В. Павлов. Директорҙың фәнни һәм инновацион эштәр буйынса урынбаҫары, биология фәндәре докторы, профессор Румянцева Эльвира Рим ҡыҙы.
150 уҡытыусының 68,5 процентының ғилми дәрәжәһе һәм исеме бар, штаттағы уҡытыусыларҙың дәрәжәлелеге 72,8 процент тәшкил итә. Уҡытыусылар составы араһында 15 фән докторы, 72 фән кандидаты бар. БФКИ-ҙа Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары, Рәсәйҙең спорт мастерҙары һәм халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ БИФК: Факультет оздоровительных технологий . Дата обращения: 4 май 2013. Архивировано 17 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан физик культура институты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2022)
- Башкирский институт физической культуры: кузница чемпионов
- Уральский студент 2020 йыл 16 февраль архивланған.
- В Башкирском институте физической культуры проблемы? 2016 йыл 6 март архивланған.