Абдуллина Олеся Вәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абдуллина Олеся Вәли ҡыҙы
латыш. Oļesja Abduļina
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of Latvia.svg Латвия
Тыуған көнө 1 октябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (31 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ишембай
Хәләл ефете Мисанс, Роберт[d]
Һөнәр төрө шашист
Спорт төрө урыҫ шашкаһы[d] һәм халыҡ-ара шашка[d]
Commons-logo.svg Абдуллина Олеся Вәли ҡыҙы Викимилектә

Абдуллина Олеся Вәли ҡыҙы (1 октябрь 1989(19891001), Ишембай) — латыш, бығаса Рәсәй спортсыһы (урыҫ һәм халыҡ-ара шашка). Блиц буйынса донъя чемпионатының бронза призеры (Берлин, декабрь, 2009), ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса блиц буйынса Европа чемпионатының бронза призеры (Стокгольм, Швеция, 28-29.08.2009). Йәштәр араһында донъя чемпионы (2008, Пекин), ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (2007, Франция)[1], ҡыҙҙар араһында Беренсе Бөтә донъя интеллектуаль спорт уйындары еңеүсеһе, ҡыҙҙар араһында 4 тапҡыр Европа чемпионы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдуллина Олеся 1989 йылдың 1 октябрендә Ишембай ҡалаһында тыуа. Рәсәй йыйылма командаһы составында 2009 йылда Башҡортостан чемпионы[2], Рәсәй һәм Латвия чемпионатының бронза призеры (2012).

Dobeles Prāta sporta kluba клубы өсөн сығыш яһай (Рига). 2004—2011 йылдарҙа «„Башнефть“ Профессиональ шашка клубы» АНО-һы өсөн сығыш яһай.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса халыҡ-ара мастер.

Латвия йыйылма командаһына инә, элек Рәсәй йыйылма командаһында уйнай.

Рәсәйҙә тренеры — Александр Мельников, һуңыраҡ тренерҙар тандемы барлыҡҡа килә: өлкән тренеры — Юрий Черток, шәхси тренеры — Александр Мельников.

Башҡортостан физик культура институтын тамамлай (Өфө).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ире Роберт Мисанс, ҡыҙы — Мальвина. Рига ҡалаһында йәшәйҙәр.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]