Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов | ||||
Төп мәғлүмәт | ||||
---|---|---|---|---|
Исеме |
Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов | |||
Тыуған | ||||
Тыуған урыны | ||||
Ил | ||||
Һөнәрҙәре |
педагог, ҡумыҙсы | |||
Инструменттар | ||||
Наградалар |
| |||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||||
Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы (17 апрель 1971 йыл) — донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, музыкант-педагог. 2000 йылдан Өфөләге мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, шул иҫәптән 2005—2012 йылдарҙа Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто уҡытыусыһы; 2013—2019 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-инструменталисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004). [1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлеғәфүр Зәйнетдинов 1971 йылдың 17 апрелендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Һөләймән ауылында, күп балалы ғаиләлә 11-се бала булып тыуа. Үҫмер сағынан милли көрәш менән мауыға, мәктәп йылдарында төрлө ярыштарҙа, һабантуйҙарҙа призлы урындар яулай. Йыр-моңға маһир туғандары араһында сәнғәттән дә ситләшә алмай: ҡулынан баян, ҡурай төшмәй. 8-се синыфты тамамлағандан һуң, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Шунда ҡумыҙ ҙа уйнау менән мауыға башлай[2]. Урта махсус белем алғас, уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт бүлегендә дауам итә.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижади ҡарашлы һәләтле башҡарыусы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡорт халҡының традицияларын, милли мәҙәниәтен, халыҡ уйын ҡоралдарын, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү һәм пропагандалау, йәштәргә музыкаль-эстетик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып бара. Рәсәй Федерацияһының бик күп төбәктәрендә һәм райондарында ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре ойошторойҙа ул туранан-тура ҡатнаша.
Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Төмән өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында, Татарстан Республикаһында, Новосибирск, Томск, Һамар ҡалаларында, Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта[3] йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә.
2007, 2009, 2011, 2013, 2015 йылдарҙа уның уҡыусылары Мәсетле районында үткән Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәрҙең төбәк-ара конкурсында лауреат була.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡумыҙсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев (1999) һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов (2001) исемендәге призына республика конкурстары еңеүсеһе.
- «Полбек» Төрки телле халыҡтарҙың халыҡ-ара фольклор фестивале лауреаты (Хакасия).
- 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына бағышланған «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты.
- Халыҡ-ара варган музыкаһы фестиваленең Гран-приһы (Яҡутстан) һәм «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» исеме[4]
- «Хомус» (варган) милли уйын ҡоралында уйнаусыларҙың Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы еңеүсеһе. Ҡыҙыл ҡалаһы, Тыва Республикаһы (2013).
- Йәһүд арфаһы Халыҡ-ара йәмғиәтенең съезд-фестивале лауреаты. Тауха ҡалаһы, Германия (2014).
- «Зов предков» Халыҡ-ара фольклор-этнография фестивале лауреаты, Кокшетау ҡалаһы, Ҡаҙағстан (2014).
- «Тарих һәм мәҙәниәт» Халыҡ-ара этник мәҙәниәттәрҙең фестиваль-конкурсының Гран-приһы. Астана ҡалаһы, Ҡаҙағстан (2015).
- Ғәиләһе менән «Өлгө ал» республика конкурсында еңеү яуланы, Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды[5].
- 2019 йылдың октябрь аҙағында Төркиәнең Анталья ҡалаһында үткән Халыҡ-ара ҡумыҙсылар конкурс-фестивалендә Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбле еңеү яуланы. Күп жанрлы конкурста башҡортса башҡарыу сәнғәтен күрһәтеп, ансамбль алты диплом алды, шуларҙан «фольклор», «халыҡ бейеүе», «музыка ҡоралында уйнау» номинацияларында дүрт беренсе урын яуланы[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011).
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008).
- Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2004).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://bashgf.ru/index.php?persons_id=42&pg=persone_full
- ↑ Сайт Мусифия. Главная » Материалы » Исполнители » кубыз: Миндигафур Зайнетдинов (рус.)
- ↑ Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Үзбәкстанда йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 7 декабрь (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2016)
- ↑ Миндигафур Зайнетдинов стал победителем международного конкурса варганной музыки в Якутии
- ↑ Азат Ғиззәтуллин. Өфөнән Зәйнетдиновтар ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды . «Башинформ» мәғлүмәт агентлағы (16 ноябрь 2018). Дата обращения: 16 ноябрь 2018.
- ↑ Өфөнән Зәйнетдиновтар ғаиләһе Төркиәлә Халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлағы, 2019 йыл, 31 октябрь (Тикшерелеү көнө: 1 ноябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Викимилектә |
- Башкирская энциклопедия — ЗАЙНЕТДИНОВ Миндигафур Миндиахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2021)
- ЗАЙНЕТДИНОВ Миндигафур Миндиахметович. Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. Официальный сайт.
- Танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләй. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 6 апрель 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- 17 апрелдә тыуғандар
- 1971 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәсетле районында тыуғандар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Ҡумыҙсылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаттары