Нефтекама дәүләт филармонияһы
Уҡыу көйләүҙәре
Нефтекама дәүләт филармонияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 8 ғинуар 1998[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Нефтекама[1] |
Нефтекама филармонияһы — 1998 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт дәүләт филармонияһының филиалы булараҡ асыла. 2005 йылдан — үҙаллы Нефтекама дәүләт филармонияһы.
Нефтекама — йәш һәм күп милләтле ҡала, унда башҡорт, урыҫ, татар һәм мари милләте вәкилдәре күпселекте тәшкил итә. Шуға ла эш ошо телдәрҙә ижад иткән төркөмдәр ойоштороуҙан башлана.
Филармонияның тәүге ижади коллективтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт төркөмө «Һарына» (етәксеһе [[Радик Вәлмөхәмәтов]])
- «Эльян» мари концерт бригадалары (етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының һәм Мари Эл Республикаһының атҡаҙанған артисы П. И. Итальева)
- «Түңгәүер» вокаль‑хореографик бейеү ансамбле (етәксеһе Р. М. Саттаров)
- музыкаль лекторий (етәксеһе — БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Л. Х. Йосопова)
- «Сыңғыҙ һәм Тамерлан» цирк труппаһы (етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ш. Н. Хәлитов)
- «Миф» мини‑циркы (етәксеһе А. А. Шәрипов)
- «Ҡайтауаз» татар концерт бригадаһы (1999) (етәксеһе Р. Х. Ғабдүлйәнов).
Артабан «Ҡәрҙәштәр» башҡорт төркөмө (етәксеһе Р. М. Алтыншин), «У Сем» (етәксеһе Р. И. Исенбаева) мари концерт бригадалары өҫтәлә.
Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективтары Рәсәй, Италия, Эстония буйлап гастролдәрҙә була[2].
Художество етәкселәре: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ю. Х. Салауатов (1998 йылдан), Ә. Ә. Фәсхетдинов (2000 йылдан), А. Д. Рәхмәтуллин (2003 йылдан).
- Нефтекама дәүләт филармонияһының директорҙары
- Ә. Ә. Фәсхетдинов (1998 йылдан)
- М. З. Тулыбаев (2003 йылдан)
- Ф. Б. Сәләмәтов (2004 йылдан)
- Р. Р. Алтынбаев (2007 йылдан)
- Р. А. Исмәғилев (2011 йылдан)[3]
- Р. Р. Ғайсин (2021 йылдан).
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Республика филармониялар фестивале дипломанты (Өфө, 2004)
- Төбәк төрки халыҡтары дуҫлығының фестивале дипломанты (Новосибирск, 2006)[3].
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Нефтекама филармонияһы Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәргә сығырға ниәтләнә http://neftcity.ru/index.php?dn=news&langs=rus&to=art&id=3860
- ↑ 3,0 3,1 Нефтекама филармонияһы. НИК «Башкирская энциклопедия»
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нефтекамская государственная филармония. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 май 2021)
- «Үҙебеҙҙең гәзит бит ул», -ти Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары [1] 2019 йыл 1 февраль архивланған.
- Нефтекама филармонияһы Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәргә сығырға ниәтләнә http://neftcity.ru/index.php?dn=news&langs=rus&to=art&id=3860
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нефтекама дәүләт филармонияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 май 2021)