Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Ҡуян
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡалтасы районы

Координаталар

55°57′35″ с. ш. 55°05′25″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 233 846 002

ОКТМО коды

80 633 446 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡуян (Рәсәй)
Ҡуян
Ҡуян
Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡуян

Ҡуян (рус. Куяново) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 57 кеше[1]. Почта индексы — 452855, ОКАТО коды — 80233846002.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 459 206 253 44,9 55,1
1959 йыл 15 ғинуар 420 187 233 44,5 55,5
1970 йыл 15 ғинуар 270 133 137 49,3 50,7
1979 йыл 17 ғинуар 180 86 94 47,8 52,2
1989 йыл 12 ғинуар 72 27 45 37,5 62,5
2002 йыл 9 октябрь 90 46 44 51,1 48,9
2010 йыл 14 октябрь 57 28 29 49,1 50,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡуян ауылы XX быуаттың 60-сы йылдарында үҫешә башлай. 1957 йылдың август айында Яңы Хажи эргәһендәге скважинанан нефть урғыла. Шулай Арлан нефть ятҡылығының көньяҡ өлөшөндә яңы «ҡара алтын» майҙаны асыла. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 17 йорттан торған Ҡуян ауылында 50 ике фатирлы йорт төҙөйҙәр. 70-се йылдарҙа төҙөлөш әүҙемләшә. Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән килеп урынлашалар бында. Ҡуян башҡорттары менән әңгәмәләшкәндән һуң кеше исемдәрендә [з] урынына [д] өнөн йышыраҡ ҡулланылыуына иғтибар иттек: Зәбир – Дәбир, Зинира – Динира, Земфира – Демфира, Мирзәлиф – Мирдәлиф... Бындағы милләттәштәребеҙ төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшһә лә, төрлө яҡтан килеү сәбәпле, үҙҙәренең элек йәшәгән төбәктәрендә ҡулланылған һүҙ­ҙәр­ҙе файҙалана. Мәҫәлән, күп­лектә «лар» ялғауын ҡушалар: ат-лар, китап-лар; диалект һүҙҙәр ҙә килеп инә: инеү/кереү, алыҫ/йыраҡ, ыңғай/уңай, сәңгелдәк/бишек, муйыл/шоморт, ҡарағай/нарат; [с] өнө урынына – [ч], [һ] урынына [с] өнөн ҡулланалар: чәй//сәй, сөртә//һөртә. Татар, мари, урыҫ халҡы менән аралашып йәшәүҙәре лә телгә йоғонто яһаған. Бик күп уртаҡ һүҙҙәр бар. Ҡуян ауылында йәшәүсе халыҡтың 38 проценты – баш­ҡорттар.[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]