Козлов Александр Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Козлов Александр Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 апрель 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Бровничи[d], Партизанский городской округ[d], Приморье крайы, РСФСР
Вафат булған көнө 26 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө архитектор
Уҡыу йорто Новосибирск дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Козлов Александр Фёдорович (24 апрель 1922 йыл — 26 ноябрь 2004 йыл) — архитектор, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан «Башкиргражданпроект» институтының архитекторҙар төркөмө етәксеһе, баш архитекторы, 1965—1984 йылдарҙа — институт директоры. 1955 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы, 1955—2000 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Архитекторҙар союздары Башҡортостан бүлексәһенең идара ағзаһы һәм идара рәйесе урынбаҫары. Өфөнөң ун саҡырылыш ҡала Советы депутаты, СССР Архитекторҙар союзының бер нисә съезы делегаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1969). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Федорович Козлов 1922 йылдың 24 апрелендә хәҙерге Приморье крайының Партизан ҡала округына ҡараған Бровничи ауылында тыуа. 1940 йылда Новосибирскиҙа — урта мәктәпте, бер йылдан Барабинскиҙағы граждан авиация флоты мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, автоматсы итеп 25-се айырым саңғысылар истребитель батальоны составында Төньяҡ-Көнсығыш фронтҡа оҙатыла. Һуңынан 11-се армияның 171-се уҡсылар полкы составында алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың 24 апрелендә ҡаты яралана һәм 2-се төркөм инвалиды тип, сентябрҙә демобилизациялана.
1947 йылда Новосибирск инженер-төҙөлөш институтының архитектура факультетын отличноға тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса «Башнефть» берекмәһенең «Башнефтепроект» институтына ебәрелә. Ойошмала архитектура төркөмө етәксеһе, баш архитектор булып эшләй.
1955 йылда СССР һәм Рәсәй Архитекторҙар берлегенә инә. 1965 йылдың июленән бер йыл элек ойошторолған «Башкиргражданпроект» проект институтын етәкләй һәм 1984 йылға тиклем ошо вазифаны башҡара[2]. Александр Федорович Ишембай, Нефтекама, Дүртөйлө ҡалаларының, Йылайырҙың, Малаяҙҙың, Мораҡтың, Серафимовка, Приют эшселәр ҡасабаларының генераль планы авторы[1]. Александр Федорович 2004 йылдың 26 ноябрендә 83-сө йәшендә вафат була, Өфөлә ерләнгән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Ф. Козлов йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. 10 саҡырылыш рәттән Өфө ҡала советы депутаты, Өфө ҡала советы башҡарма комитеты һәм КПСС-тың Өфө ҡала комитеты ағзаһы була.
1955—2000 йылдарҙа — СССР (Рәсәй) Архитекторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһе идараһы рәйесе.
СССР Архитекторҙар берлеге съездары делегаты[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1969).
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены(1985).
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены(1974).
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1968).
«Почёт Билдәһе» (1966) ордены[1].
Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы Почет грамотаһы.
СССР һәм РСФСП Архитекторҙар берлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары.
Күп һанлы миҙалдар[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]