Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиев
Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиев
Башҡортостан АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары
1937 — 1938
 
Тыуған: 24 апрель 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Ҡыҙғанбаш улусы, Оло Шаҙы ауылы
Үлгән: 16 декабрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (59 йәш)
Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы
Партия: КПСС
 
Наградалары:
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Орден Богдана Хмельницкого I степени Орден Богдана Хмельницкого II степени 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы (24 апрель 190516 декабрь 1964) — совет хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, генерал-майор (1945 йылдың 19 апреленән).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиев 1905 йылдың 24 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ҡыҙғанбаш улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы) Оло Шаҙы ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, немец, төркмән, үзбәк телдәрен белгән.

1927—1928 йылдарҙа Бөрө ҡалаһында Ҡыҙыл Армияның полк мәктәбендә уҡый.

1929—1932 йылдарҙа Ҡазанда Коммунистик юғары уҡыу йортонда белем алған.

1937 йылдың июненән октябренә ҡәҙәр ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре була. 1937 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы итеп һайлана. Башҡортостан АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланған.

1937 йылдың октябре — 1938 йыл — Башҡортостан АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары вазифаһын биләй.

1938—1941 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 3-сө сәркәтибе була: идеология буйынса (1938—1940) һәм нефть сәнәғәте буйынса (1940—1941). 1939 йылда ВКП(б)-ның ХVIII съезына делегат итеп һайлана.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 8 июлендә Ҡыҙыл Армияға хәрби-сәйәси эшкә ебәрелгән. Полковник званиеһында авиация училищеһының сәйәси бүлегенең начальнигы була. 1942 йылдың июленән фронт тылы идаралығының хәрби комиссары булып хеҙмәт итә. Һуғышта яраланған. Артабан 68-се армияның, Воронеж фронтының 3-сө танк армияһының (1943 йылдың 1 февраленән 26 апреленә тиклем) һәм 3-сө Украина фронтының 57-се армияның Хәрби советтары ағзаһы була. 1945 йылдың 19 апрелендә генерал-майор званиеһын алған.

1946—1947 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты сәркәтибенең урынбаҫары, урман сәнәғәте бүлегенең мөдире була.

1947—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары вазифаһын биләй.

1949—1950 йылдарҙа «Октябрьский натиск» нәшриәтенең директоры була.

1950—1955 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығының Кинофикация һәи кинофильмдарҙы прокатлау буйынса баш идаралыҡтың Башҡортостан бүлексәһенең идарасыһы булып эшләй.

1964 йылдың 16 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (20.01.1943)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944)
  • 1-се һәм 2-се дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (1945)
  • Болгарияның 3-сө дәрәжә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены
  • миҙалдар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]