Эстәлеккә күсергә

Дәүләтов Эдуард Ғазали улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтов Эдуард Ғазали улы
Файл:GDavletov.jpg
Тыуған көнө

24 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө, БАССР, СССР

Вафат көнө

1998({{padleft:1998|4|0}})

Вафат урыны

Өфө, Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

медицина

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт медицина университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт медицина университеты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1989)

Ғилми исеме

профессор

Дәүләтов Эдуард Ғазали улы (24 апрель 1947 йыл10 декабрь 1998 йыл) — ғалим-биохимик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1995), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).

Эдуард Ғазали улы Дәүләтов [1] 1947 йылдың 24 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған

1971 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм 1974 йылдан ошо юғары уҡыу йортонда уҡытыусы булып эшләй. 1995 йылдан биохимия һәм клиник химия кафедраһында бүлек мөдире вазифаһын атҡара. 1993 йылда дөйөм табиплыҡ факультетына декан итеп тәғәйенләнә.

Дәүләтовтың төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — бешеү-яныу эҙемтәләрен, патохимия күренештәрен өйрәнеү.

Ул бешеү-яныу кеүек йәрәхәттәр алғанда сәп-күҙәнәктәрҙең гормондар тәьҫиренә һиҙеүсәнлеге кәмеү эффектын аса. Был процестың молекуляр механизмдарын аныҡлауға өлгәшә. Асыҡланған тайпылыштарҙы төҙәтеү ысулдарын нигеҙләй.

Гербицидтар, экотоксикант һәм диоксин составлы матдәләрҙең тәьҫиренән организмда барған үҙгәрештәрҙе асыҡлау буйынса биохимик тикшеренеүҙәр үткәрә. Уның хеҙмәттәре нигеҙендә сәнәғәт етештереүе өлкәһендә эшләүсе ҡала халҡына янаған экологик хәүефтең биохимик күрһәткестәре аныҡлана.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының биология фәндәре бүлегендә тора.

  • Э. Дәүләтов. «Биохимия гормонов и механизмы гормональной регуляции обмена веществ»: Учебник. Өфө, 1980 (соавт.).
  • Э. Дәүләтов. «Ферменты и изофер-менты в раннем онтогенезе». Саратов, 1995 (соавт.).
  1. BASHvest - First electronic newspaper of the Republic of Bashkortostan. Дата обращения: 10 ғинуар 2013.(недоступная ссылка)