Эстәлеккә күсергә

Салауат башҡорт дәүләт драма театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Салауат башҡорт дәүләт театры битенән йүнәлтелде)
Салауат башҡорт дәүләт драма театры
Элекке исеме

Ауырғазы колхоз-совхоз театры

Эшләй башлаған

1933

Урынлашҡан

Башҡортостан Республикаhы һәм Салауат

Етәкселәре
Баш режиссёр

Сөләймәнов Зиннур Фәрит улы

Ссылки

театрсалават.рф

Салауат башҡорт дәүләт драма театры — Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһындағы драма театры.

Театр тарихы 1933 йылдан башлана: ул Ауырғазы районының Талбазы ауылында колхоз-совхоз театры булараҡ ойошторола. Театрға нигеҙ һалыусы — Елизавета Шляхтина-Сыртланова, башҡорт театр сәнғәтенең иң тәүге профессиональ актёрҙарҙың береһе.

Коллективтың тәүге труппаһы ике актёр ғаиләһе вәкилдәренән торған — Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтар, Ғәзизә Насирова һәм Бикташ Кәлимуллин. Улар үҙ ваҡытында колхоз-совхоз театрҙарының бөтә республика фестивалендә лә төп приздарҙы яулап йөрөүселәр. Театр эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла туҡтамай.

Актёрҙар өсөн тәүге йылдарҙа бер ниндәй уңайлыҡтар ҙа булмаған. Улар баракта, һуңынан төрлө яраҡлаштырылған биналарҙа, махсус сәхнәһеҙ эшләргә мәжбүр булған. Театрҙың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүе һәм, тәү сиратта, уның «йортло» булыуы 1977 йылда тәғәйенләнгән директор Марс Яппаров исеме менән турана-тура бәйле, нәҡ ул Салауат театрын бар йәһәттән дә яңы бейеклектәргә күтәреүсе. Ул — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Салауат ҡалаһының почетлы гражданы»[1].

Салауат театрына данлыҡлы артист Вәзих Сәйфуллин 1965 йылда килә һәм унда 35 йыл буйы эшләй.

Театрҙа 75 йыл элек булдырылған матур йолаларға, яңылыҡтарға, замана драматургияһына ҙур иғтибар бирелә: музыкаль постановкалар күп ҡуйыла, әҫәрҙәрҙең ысынбарлыҡҡа, тормошҡа, кешеләргә яҡыныраҡ булғандары сәхнәләштерелә.