Йыһаншин Азат Надир улы
Йыһаншин Азат Надир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 11 май 1971 (53 йәш) |
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | актёр |
Йыһаншин Азат Надир улы (11 май 1971 йыл) — театр һәм кино актёры, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азат Надир улы Йыһаншин 1971 йылдың 11 майында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 2-се мәктәбендә уҡый, шул йылдарҙа уҡ йырлай, гитарала уйнай.
1990—1994 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында һөнәри белем ала. Институттан һуң ул Стәрлетамаҡ театраль берләшмәһенә эшкә саҡырыла. Ошо уҡ йылда Азат «Аҡйондоҙ» төркөмөн ойоштора һәм үҙе вокалист булараҡ сығыш яһай башлай[1]. Йәштәр араһында бик популяр була. 1995 йылда А. Йыһаншин Милли йәштәр театрына күсә. Мостай Кәримдең «Салауат» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Илеш роле һәм юғары актёрлыҡ оҫталығы өсөн 1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге премияһына лайыҡ була[1].
1998—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт итә. Академтеатрҙа эшләгән осорҙа ул иң билдәле актёрҙарҙың береһе була. 2002 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме бирелә.
2008 йылдан Азат Йыһаншин Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләй, башта — ҡуйыусы режиссёр (2009 йылдан), һуңынан — (2012 йылдан) театрҙың художество етәксеһе вазифаларында. Ошо уҡ ваҡытта Мәҙәниәт министрлығы юлламаһы буйынса Е. Вахтангов исемендәге Дәүләт театре ҡарамағындағы Б. Щукин исемендәге театраль институтының режиссёрлыҡ бүлегендә уҡый[1].
2014 йылда бик ҡыҫҡа ваҡыт (15 июлдән 1 декабргә тиклем) Салауат башҡорт дәүләт драма театрында директор булып эшләй.
2014 йылдың декабренән — Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры директоры[2].
2020 йылдың 1 сентябрендә Азат Йыһаншин Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнде[3].
Театрҙағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айгөл иле (Мостай Кәрим)
- Роже — Минең ҡатынымдың исеме Морис
- Көнләш, Америка, көнләш!…
- Собака на сене (Лопе де Вега, реж. А. Нәҙерғолов, 1998)
- Толай — Сыңғыҙхандың аҙаҡҡы төйәге (реж. Н. Абдыҡадиров, 2012)
- Тимерхан — Нәркәс (И. Йомағолов)
- «Теләктәр бишеге» (Н. Абдыҡадиров, режиссёры Н. Абдыҡадиров)
- Аттила (Ғ. Шафиҡов)
- Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр (А. Островский)
- Ал яулыҡлы тирәккәйем (С. Айытматов)
- Салауат (Мостай Кәрим)
- Их, өс егет, өс егет… (Өсәүҙең мажаралары)
Киноролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Две далекие-близкие зимы (1996)
- Рәхмәт (реж. Ә Райбаев, 2007)
- День хомячка (2003)
- Ай ҡыҙы — төп герой (реж. Ә. Нурмөхәмәтов, 2002)
- Әсә — ҡартатай роле (реж. А. Асҡаров, 2015)
- Из Уфы с любовью — Герман Альфредович (реж. А. Асҡаров, 2017)
- Тайна Аркаима — Ник роле (2006)
Режиссерлыҡ эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Тылсымлы күл мөғжизәһе» (С.Сурина, Стәрлетамаҡ театры, әкиәт)
- «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме…» (Ф. Бүләков, Стәрлетамаҡ театры, Ф. Бүләков, трагикомедия, 2008)
- «Мәскәү — Васютки» (Ф. Бүләков, Стәрлетамаҡ театры, Ф. Бүләков, 2009)
- «Мин һайлаған яҙмыш» (М. Бураҡаева, Стәрлетамаҡ театры, 2011)
- «Ҡоҙаса» (Б. Бикбай, Стәрлетамаҡ театры, 2012)
- «Аҫылйәр» (М. Фәйзи, Стәрлетамаҡ театры, 2013)
- «Калигула» (Альбер Камю, Стәрлетамаҡ театры (2014), Милли йәштәр театры (Өфө, 2016))
- «Мөхәббәт күле» (М.Багаев, 2012, салауат театры),
- «Әлдермәштән Әлмәндәр» (Т.Миңнуллин, 2014, Салауат театры)
- «Ледниковый период» (Алекс Тарн, 2013, Милли йәштәр театры)[4]
- «Ул ҡайтты» (Ә. Атнабаев, 2017, «Нур» татар театры)[5]
- «Йән киҫәккәйҙәрем минең» (Ф. Бүләков,, Башдрамтеатр (Өфө), 2007)[6]
- «Аҡса булһа бер муҡса» (М. Багаев, 2015, «Нур» татар театры)
Ижад иткән йырҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айым
- Тик hиңә табынам
- Ай ҡыҙы
- Аҡ ҡайын
- Бағышлайым һиңә
- Заятүләк һәм Һыуһылыу
- Илайым — йырлайым
- Ҡыңғыраулы сәскә
- Нәркәсем
- Һин генә
- Тирәккәйем
- Хушығыҙ, хыялдарым
- Яратам һине
- Мөхәббәтем (Алһыу Бәхтиева менән берлектә)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Урал моңо» фестиваленең Гран-прийы (1993)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996) — Милли йәштәр театрының «Салауат» спектаклендә (Мостай Кәрим әҫәре) башҡарған роле өсөн
- «Театр яҙы — 2009» фестиваленең «Өмөт» дипломы (Ф. Бүләков, Һөйәһеңме-һөймәйһеңме)
- «Колонсак» Республика балалар спектаклдәре фестиваленең 3 тапҡыр дипломанты (И. Йомағоловтың «Тылсымлы моң» пьесаһы буйынса режиссёр-консультанты).
- III Халыҡ—ара театраль фестивале дипломанты (Ф. Бүләков, Мәскәү-Васютки, 2010)
- Республика башҡорт драматургияһы фестиваленең 4 номинацияла еңеүсе, «Иң яҡшы режиссёр эше» (Ф.Бүләков, «Мәскәү-Васютки»)
- Төрки телле халыҡтарҙың «Мең тын алыш — бер тауыш» Халыҡ-ара театраль фестиваленең дипломанты (Конья ҡалаһы, Төркиә).
- «Ремесло» Бөтә Рәсәй йәш татар режиссураһы фестивале (Ҡаҙан, 2012, Гран-при «Мәскәү—Васютки» спектакле өсөн)
- «Туғанлык» халыҡ-ара төрки театрҙары фестивалендә Гран-при (Өфө, 2012, «Мәскәү—Васютки» спектакле өсөн)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Азат Зиганшин
- ↑ 2,0 2,1 Зиганшин Азат Надирович
- ↑ Главным режиссёром Уфимского татарского театра «Нур» стал Азат Зиганшин. ИА «Башинформ», 1 сентября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2020)
- ↑ Моноспектакль(недоступная ссылка)
- ↑ http://ufa-news.net/culture/2017/04/17/82884.html В Уфе Татарский театр «Нур» ставит спектакль «Он вернулся» по пьесе Ангама Атнабаева
- ↑ http://buljakov.ucoz.ru/publ/otzyvy/svet_bolshoj_ljubvi/7-1-0-28 Свет большой любви
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
- Азат Зиганшин
- Зиганшин Азат Надирович
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 11 майҙа тыуғандар
- 1971 йылда тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Башҡортостан режиссёрҙары
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Салауат башҡорт дәүләт драма театры
- Шәхестәр:Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры
- Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаттары