Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәүис Ғиниәт улы Гәрәев
Тыуған көнө:

24 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостан АССР-ы, Шаран районы, Түбәнге Зәйет ауылы

Вафат булыу көнө:

3 июнь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (56 йәш)

Вафат булған урыны:

Татарстан, Ҡазан ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

ауыл хужалығы

Эшләгән урыны:

Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты

Ғилми дәрәжәһе:

фән докторы

Уҡыу йорто:

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы (24 апрель 19493 июнь 2005) — агроном. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы 1934 йылдың 10 декабрендә Башҡортостан АССР-ы Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында тыуған.

1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1970—1972 йылдарҙа Шаран районында «Ыҡ» колхозының баш иҡтисадсыһы булып эшләй.

1973 йылда Татар АССР-ына күсә. 1979 йылдан КПСС‑тың Тәтеш район комитетының бүлек мөдире, секретары була.

1985 йылдан Татар АССР-ы ауыл хужалығы министрының 1-се урынбаҫары вазифаһын үтәй.

1986 йылдан Ҡазанда «Татрапс» производство-ғилми берекмәһенең генераль директоры вазифаһын башҡарған.

1996 йылдан Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының директоры була.

1998—2004 йылдарҙа «Татарстан баҫыуы» («Нива Татарстана») журналының баш мөхәррире вазифаһын үтәй.

2005 йылдың 3 июнендә Ҡазан ҡалаһында вафат булған.

Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәй Федерацияһы шарттарында рапс үҫтереү технологияһының ғилми‑етештереү нигеҙҙәрен булдырыу мәсьәләләренә арналған. 100-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар, шулай уҡ 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рапс в системе мирового сельского хозяйства. — Казань, 1997.
  • Методологические подходы и опыт организации деятельности научного учреждения в современных условиях. — Казань, 2000.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)
  • Татарстан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премия лауреаты (1997).
  • Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазан ҡалаһы урамдарының береһе Рәүис Гәрәев исемен йөрөтә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]