Башҡортостандың хайуандар донъяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Башҡортостан фаунаһы төрлө-төрлө. Уның ерҙәрендә хайуандарҙың Көнбайыштағы киң япраҡлы урмандар өсөн хас төрҙәре лә, шулай уҡ Азияға хас төрҙәре лә йәшәй. Барлығы 120 бер күҙәнәклеләр, 700 төргә яҡын селәүсендәр, 121 молюскылар, яҡынса 5000 төр быуынтыҡ аяҡлылар, 47 төр балыҡтар, 10 төр һөйрәлеүселәр, 300 төр тирәһе ҡоштар һәм 76 төр имеҙеүселәр бар.

Имеҙеүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡоралай быҙауы

Бар төркөмдәр араһында Урал тауҙары тәбиғи сик хеҙмәтен үтәй. Бынан тыш, бында хайуандарҙың төньяҡ һәм көньяҡ төрҙәре лә йәнәш тереклек итә. Кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегенең кире йоғонтоһона ҡарамаҫтан хайуандар донъяһының составы шаҡтай күп төрлө: һөйрәлеүселәрҙең 10-ға яҡын төрө, 40 төр балыҡ, 10 — ер-һыу хайуандары, 270 — ҡош-ҡорт һәм 70 төр һөтимәрҙәр. Иң ябайҙары (бер күҙәнәклеләре) һәм быуынтығаяҡлылары бер нисә мең төрҙө берләштерә.

Үлән емшәр хайуандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үлән менән туҡланыусы эре хайуандарҙан беҙҙең республикала мышы, ҡоралай, боландар йәшәй.

Йыртҡыстар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыртҡыстарҙан бүре, һоро айыу, ҡыҙыл төлкө, һуҫар, аҫ, шәшке, һары шәшке киң таралған.[2].

Кимереүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кимереүселәр күп төрлө — тейен, ҡуян, йомран, әрлән, көҙән, ҡыр сысҡаны һ. б. Бөжәк ашаусыларҙан һуҡыр сысҡан һәм һөҙһөттө атап үтәйек.

Ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуйыр, ағуна, төрлө күгәрсендәр, көйөлдө, аҡсарлаҡ, ҡыр ҡаҙҙары, ҡыр өйрәге. Йыртҡыс ҡоштар ҙа шаҡтай төрлө: ҡарсыға, көйәнәк, бөркөт, өкө, ябалаҡтар.

Балыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балыҡтар араһында иң күп таралғандары: суртан, һаҙан, ҡорманбалыҡ, сабаҡ, табанбалыҡ, алабуға, һыла, йәйен, бағры, бәрҙе һ. б. күп осрай.[3].

Дала ҡара йылан

Республика ерендә тереклек иткән төрлө-төрлө хайуандар беҙҙең өсөн хайуандар ресурсын тәшкил итә. Улар — һунар-промысел хайуандары, кейек ҡоштар һәм балыҡтар. Үҫемлектәр кеүек үк, хайуандар донъяһын да кеше шаҡтай ныҡ ҡырған. Тарпандар, сайғаҡтар, ҡондоҙҙар, аҫыл болан күптән юҡҡа сыҡҡан, ҡор, сел, һуйыр ҙа кеше булмаған төбәктәргә сигенгән. Айыу, ҡама, шәшкеләр һаны кәмене.

Хайуандарҙы һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хайуандар һанының кәмеүе төрлө сәбәптәрҙән: уларҙы урмандарҙы ҡырҡып тереклек итеү урындарынан мәхрүм итеү, баҫыуҙарҙы ашлағанда минераль ашламалар һәм ағыулы химикаттар менән ағыулау, йылға һәм күлдәргә бысраҡ ағыҙып, эсәр һыуҙы ағыулау, браконьерлыҡ һ. б. сәбәптәрҙән килеп сыға. Ҡайһы бер хайуандарҙы беҙ йыш ҡына ерәнеү тойғоһонан да юҡ итәбеҙ. Мәҫәлән, гөбөргәйел, ҡара йылан, туҙбаш йылан кеүек йән эйәләренә кешеләр аяу белмәй. Беҙ шулай уҡ ҡыҙыҡ күреп ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырабыҙ. Йыртҡыстар зыян килтерә, тип иҫәпләйҙәр йыш ҡына. һеҙҙең дә, балалар, ҡайһы берҙәрегеҙ шулай уйлайҙыр, бәлки? Әгәр һеҙ тәбиғәт бергәлегендә туҡланыу бәйләнеше схемаһын төҙөгән булһағыҙ, йыртҡыстарҙың да был берҙәм системала мөһим бер быуынды тәшкил иткәнлеген аңлағанһығыҙҙыр. Әгәр уларҙы ҡырып бөтөрһәк, үлән утлаусы хайуандар һаны артасаҡ, был үҫемлектәрҙә, тимәк, беҙҙең тереклек итеүҙә лә сағыласаҡ. Был йоғонтоноң киреһен — кешенең үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына ыңғай тәьҫирен ҡарап үтәйек. Ул үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡлауҙа, рациональ файҙаланыуҙа һәм тулыландырыуҙа күренә. Бының өсөн беҙҙә байтаҡ нәмә эшләнде һәм эшләнә, мәҫәлән:

  1. Өс ҡурсаулыҡ булдырылды — Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ һәм Көньяҡ Урал ҡур-саулыҡтары. Ошо майҙанда хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең һирәк осрай торған төрҙәре һаҡлана.
  2. Айырым йәнлектәргә һунар рөхсәт ителгән 15 дәүләт заказнигы һәм дарыу үләндәрен һаҡлау өсөн 12 заказник ойошторолған. 148 тәбиғәт объекты тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителде.
  3. Урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү мәсьәләһе лә хәл ителә — баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары булдырыла, ағас үҫенделәре ултыртыла, урманда янғынды иҫкәртеү саралары күрелә, мәктәп урман хужалыҡтары һәм йәшел патрулдәр эшләй.
  4. Хайуандарҙы һаҡлау һәм тулыландырыу өсөн дә күп нәмә эшләнә: ҡиммәтле йәнлек төрҙәре: Америка шәшкеһе, марал, йофар, ондатра, йылға ҡондоҙо ситтән килтерелеп үрсетелә башланы. Мышылар ишәйтелә.
  5. Күп йәнлектәр, мәҫәлән, марал, һоро айыу, ҡоралай һ.б. һаҡ аҫтына алынды.
  6. Күлдәргә, һыу һаҡлағыстарға һәм быуаларға селбәрәләр ебәрелеп балыҡ үрсетелә.
  7. һунар итеү һәм балыҡ тотоу ваҡытын һәм урынын күҙәтмәгән браконьерҙарға ҡаршы көрәш алып барыла.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]