Башҡортостан китапханалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өфөләге З. Вәлиди  исемендәге китапхана
Салауат ҡалаһындағы Үҙәк китапхана
Аксаков халыҡ йорто

Башҡортостан китапханалары — Башҡортостан Республикаһы территорияһында булдырылған китапханалар. Башҡортостан китапханалары Башкортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында торалар.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан территорияһында  беренсе китаптарҙың таралыуы бында йәшәгән халыҡтың дини ҡараштары менән бәйле.  Мосолман миссионерҙары үҙҙәре менән дини йөкмәткеле китаптар алып килгәндәр. Уларҙың күпселеге китапханалар тураһында хәбәрҙар булған. Башҡортостан территорияһында монголдарҙың ябырылыуына тиклем уҡ эре һарай  һәм ғибәҙәтханалар янында  китап һаҡлау биналары булған, бында ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған рухани һәм донъяуи әҙәбиәт йыйылған булған.

ХVI быуат уртаһында Башҡортостан Урыҫ дәүләте составына ингәндән һуң китап  һәм китап һаҡлау эштәре Рәсәй йоғонтоһо аҫтында бара. Православие Башҡортостанда урыҫ телендәге дини китаптарының таратылыуы менән үрелеп бара.

Беренсе китапханалар Башҡортостанда XVI быуаттан башлап мәсет, мәҙрәсә, монастырҙар һәм сиркәүҙәр янында булдырыла.  Бында дини йөкмәткеле китаптар һаҡланған.

1586 йылда ҡала статусын алғандан һуң, Өфө башҡорт ерҙәренең административ үҙәге булып китә. Өфө воеводаһының  приказлы йортонда донъяуи әҙәбиәт туплана. Мәскәү китап баҫыу дворында сығарылған китаптарҙың ҡалаға даими килә башлауы XVII быуатта башлана.  Өфө ҡалаһы Мәскәү типографияһының 1649 -1663 йылдарҙағы керем һәм сығым ҡағыҙҙарында теркәлгән, тимәк, Өфөгә китаптар алынған булған.

1835 йылда Өфөлә  түләүле  китапхана асыла. Китап уҡыусылар аҡса түләп китаптарҙы өйгә алып уҡый алған. Бер нисә хужаһы алмаштырылып, был китапхана 1864 йылға тиклем эшләп килгән.

Беренсе дәүләт халыҡ китапханаһы Өфөлә 1836 йылда асыла.

С. Т. Аксаковтың вафатына 50 йыл тулыуы айҡанлы Өфөлә театр һәм китапханалы мәҙәни үҙәк төҙөргә ҡарар сығарыла. Төҙөлөп бөтмәгән үҙәк бинаһына 1915 йылда Аксаков халыҡ китапханаһы күсә. Ҡыш көндәрендә Аксаков китапханаһы ябылып торған. Китапханала төрки телле әҙәбиәт тә йыйылған була. Был осорҙа Өфөлә губерна тыуған яҡты өйрәнеү музейы янында Йәмғиәт китапханаһы һәм Н. К. Блохиндың шәхси китапханаһы эшләп килә.  XX быуат башында китапханалар ситтән алып киленгән әҙәби китаптар менән һәм  урындағы алты Өфө типографияһында баҫылып сыҡҡан китаптар менән тулылана.

Ҡаланың төрки телле халыҡтар өсөн тәғәйенләнгән китаптар башлыса мәсеттәрҙә туплана. Был дини әҙәбиәт була. Донъяуи китаптар ситтән алып киленә. Төрки телле әҙәбиәт иң үтерлек була. Милли нәшриәттәр Башҡортостанда  ХХ быуат башында Өфөлә (Шарк), Стәрлетамаҡта (Нур), Бөрөләбарлыҡҡа килә. Беренсе мосолман китапханаһы ғалим Ризаитдин Фәхретдинов башланғысы менән Өфөлә ХХ быуат башында халыҡтан йыйылған аҡсаға асыла.

1917 йылға Башҡортостанда  яҡынса 340 китапхана , шул иҫәптән  башҡорт, татар, сыуаш, удмурт ауылдары китапханаларында, эшләй.

1930-сы йылдарҙа китапханалрҙа дошман әҙәбиәтенән таҙартыу үткәрелә. Фондтарҙан ҡайһы бер башҡорт яҙыусыларының китаптары, шул иҫәптән БАССР-ҙың яҙыусылар Союзының беренсе рәйесе А. Таһировтың әҫәрҙәре, алына. Китаптар әҙәбиәт һәм нәшриәттәр эштәре буйынса өлкә идаралығының махсус исемлектәренә ярашлы тартып алына. Ғәмәлдән сығарырылған әҙәбиәт өсөн махсус фонд булдырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  БАССР-ҙа китапханалар ябылмай. Уларҙың хеҙмәте менән урындағы йәшәүселәр ҙә, СССР-ҙың башҡа райондарынан эвакуацияланғандар ҙа ҡуллана. Китапханалар үҙенең эшен госпиталдәрҙә алып баралар, хәрбиләр һәм оборонаға эшләүсе ойошмалар өсөн китаптар һайлап ҡуялар. 

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡытта китапханалар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһының алдынғы субъекттары иҫәбенә инә. 2015 йыл башына республикала яҡынса 1670 дәүләт һәм муниципаль китапхана эшләй. Республика китапханалары Башҡортостан китапханалары Ассоциацияһына  берләштерелгән. Китапханалар мәктәптәрҙә, колледждарҙа, хастаханаларҙа, Юғары уҡыу йорттарында, предприятиеларҙа булдырылған. Бик күп шәхси китапханалар ҙа бар.

Китапханалар башлыса "Башкнига" Сауҙа йорто бибколлекторы аша тулылана. 

Башҡортостан Республикаһында китапхана семинарҙары, башҡорт китабы көндәре, әҙәбиәт, фольклор байрамдары уҙғарыла.

Иң эреләрҙән Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана (яҡынса 3,2 млн китап),Өфө дәүләт нефть техник университеты китапханаһы (1 млн китап)[1], БДУ (1,4 млн китап), Өфө дәүләт авиацион техник университет китапханаһы (1 миллионға яҡын китап),  РФА Өфө фәнни үҙәгенең ғилми  китапханаһы (800 мең китап), Салауат үҙәк ҡала китапханаһы (110 мең китап) һ. б. китапханалар һанала. Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханһында документтарҙы реставрациялау һәм консевациялау Үҙәге эшләй. Башҡортостан Республикаһы ҡалаларында үҙәклештерелгән китапхана системалары булдырылған: ҡала китапханаларын берләштергән  Стәрлетамаҡ ҡалаһы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы , Салауат ҡалаһы Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы һ. б. 

Республикала  махсус китапханалар булдырылған. Улар иҫәбенә "Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн Башҡорт махсус китапханаһы",  Республика фәнни-медицина китапханаһы, балалар өсөн китапханалар,   предприятиеларҙағы фәнни китапханалар, ғибәҙәтханалар янындағы  дини әҙәбиәте китапханалары инә[2]. Стәрлетамаҡта 1996 йылдан алып Әбделҡадир Инан исемендәге  башҡорт-татар китапханаһы эшләй.

Башҡортостан Республикаһында китапханалар эше "Башҡортостан Республикаһында китапханалар эшен 2010-2014 йылдарҙа үҫтереү" дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

Белем алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китапхана хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү Башҡортостан Республикаһында Өфө китапхана эше колледжында үткәрелә [3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Закиров М. Х. Развитие библиотечного дела в Башкирской АССР за годы Советской власти //Библиотеки Башкирии. Уфа, 1968 Вып.3.;
  • Время. Общество. Библиотека. Уфа, 1996;
  • Гайсина Р. Х., Маннанов М. А. Храм сокровищ. Уфа, 1996.
  • Оренбургские губернские ведомости. Часть неофициальная. 1864. 26 сентября. М. Сомов. Описание Уфы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]