Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды
Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды | |
Төр |
Рәсәй Федерацияһы субъектының Конституцион суды |
---|---|
Юрисдикция | |
Ойошторолған |
1992 йыл |
Тарҡатылған |
2023 й. 1 ғинуарынан |
Эш башҡарыу | |
Составы |
Конституция Суды Рәйесен Башҡортостан Республикаһы Президенты тәҡдименән сығып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләй, Конституция Суды Рәйесе урынбаҫары һәм судьялар Башҡортостан Республикаһы Президенты тәҡдименән сығып, Конституция Суды Рәйесе фекерен иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләй[1] |
Хоҡуҡтары | |
Хеҙмәт итеү ваҡыты |
12 йыл һәм 65 йәш тулыуына ҡәҙәр[2] |
Ағзалар |
5 |
Етәкселәр | |
Суд рәйесе | |
Вазифаға ингән |
29 май 2014[3] |
Ултырыштар залы | |
Урынлашҡан | |
Адресы | |
Сайт | |
Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды — Башҡортостан Республикаһының иң юғары суд власы органы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡабул иткән закондарҙы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы булмау, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тормошта үтәлешен баш тикшереүсе орган. 2021 йылда БР Конституцияһының 103-сө һанлы статьяһына индерелгән үҙгәрештәр буйынса 2023 йылдың 1-се ғинуарынан был суд органы юҡ ителә һәм уның урынына Башҡортостан Республикаһының Конституция Советы атамалағы яңы консультатив органы ойоштораласаҡ. Яңы орган суд власының системаһына инмәйәсәк. Әммә, Советтың ағзаларын тәғәйенләү, һәм ойошма тәртибе элекке булып ҡаласаҡ[4].
Суд составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәйестәре
- Мөҡсинов Ирек Шәриф улы (1996—1999)
- Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (2000—2009)
- Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы (2009—2014)
- Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы (2014 йылдан)
Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды составында дүрт судья[5]:
- Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы
- Крылов Владимир Михайлович
- Моратшин Фләрит Рәшит улы
- Кәримова Рүзәлиә Рәмил ҡыҙы
Адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]450101, Өфө, Ғабдулла Туҡай урамы, 46
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы
- Башҡортостан Республикаһы Президенты
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
- Башҡортостандың суд системаһы
- Башҡортостан Хөкүмәте
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ч.2,3 ст.12 Закона Республики Башкортостан «О Конституционном Суде Республики Башкортостан»
- ↑ ч.1 ст. 15 Закона Республики Башкортостан «О Конституционном суде Республики Башкортостан» от 27.10.1992 г.
- ↑ Постановление Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан от 29.05.2014 ГС-476
- ↑ 01.10.2021 йылдың 441-З һанлы БР Законы
- ↑ Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды составы 2011 йыл 29 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды Интернет-порталы 2014 йыл 17 май архивланған.
- Юламанов А. Һ. Конституция Суды // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.