Эстәлеккә күсергә

Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы
Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе
2000 — 2009
Дауамсы: Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы
 
Тыуған: 18 июнь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (73 йәш)
Абзай ауылы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы
Белеме: Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжәһе: Философия фәндәре кандидаты (1982)
Профессияһы: юрист

Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (18 июнь 1951 йыл, Абзай ауылы, Ҡыйғы районы, БАССР) — дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ, юғары мәктәптәр уҡытыусыһы, отставкалағы судья.

2000 йылдан 2009 йылдың 28 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе була. 1996—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Вәкилдәр Палатаһында республика Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле.

Философия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың икенсе саҡырылышы депутаты.

Етмештән ашыу социология, хоҡуҡ, сәйәсәт буйынса хеҙмәттәр авторы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1969—1970 — электромонтёр, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеүе,
  • 1977 — БДПИ, ғилми хеҙмәткәр,
  • 1982—1994 — уҡытыусы, БДПИ-ла кафедра мөдире,
  • 1994 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Администрацияһында дәүләт-хоҡуҡ етәкселеге начальнигы,
  • 1998—2000 — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт сәркәтибе,
  • 2000—2009 — Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы