Башҡортостан Республикаһының Милли банкы
Башҡортостан Республикаһының Милли банкы | |
Хоҡуҡи шәхес |
Асыҡ акционерҙар йәмғиәте |
---|---|
Лицензия |
Рәсәй Банкының 1994 йыл 20 ғинуар бирелгән лицензияһы |
Нигеҙләнғе йылы |
1865 йыл 4 (26) сентябрь |
Урынлашҡан урыны |
Өфө, Театр урамы, 3 |
Сайт |
Башҡортостан Республикаһының Милли банкы (рус. Национальный банк Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы банкы. 2014 йылдың 17 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы Урал баш идаралығының бүлексәһе — Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк тип йөрөтөлә.
Функциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бүлексә — Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк Рәсәй Банкының территориаль подразделениеһы булып тора.
Төп функциялары — милли түләү системаһының тотороҡлолоғон һәм үҫешен тәьмин итеү; ҡулаҡса әйләнешен ойоштороу; берҙәм дәүләт аҡса-кредит сәйәсәтен үткәреүҙә ҡатнашыу; кредит ойошмалары һәм банк төркөмдәре эшмәкәрлеген күҙәтеү, уларға финанс һауыҡтырыуы үткәреү һәм бөтөрөү; енәйәт юлы менән алынған табыштарҙы легалләштереүгә һәм терроризмды финанслауға ҡаршы контроллек итеү; валюта контролен тормошҡа ашырыу; ҡиммәтле ҡағыҙҙар сығарылыштарына дәүләт теркәүе үткәреү мөмкинлеге тураһында ҡарар сығарыу өлкәһендәге эшмәкәрлек.
Рәсәй Банкы хәҙер интеграцияланған финанс көйләүсеһе (мегакөйләүсе) булыуға бәйле 2014 йылдан бүлексәнең яңы функциялары барлыҡҡа килде.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1865 йылда император Александр II-нең 1865 йыл 17 май указы менән Ырымбур губернаһы Өфө һәм Ырымбур губерналарына бүленә.
1965 йылдың 14 (26) сентябренән Сенаттың 13 октябрь указына ярашлы Дәүләт банкының Өфө бүлексәһе эшләй башлай. Ул һаҡлауға һәм ағымдағы иҫәпкә аҡса ҡабул итә; Дәүләт банкы конторалары һәм бүлексәләре булған ҡалаларға 200 һумдан алып аҡса күсереүҙәрҙе башҡара; айырым кешеләргә һәм предприятиеларға ҡыҫҡа ваҡытлы ссудалар бирә; векселдәрҙең һәм башҡа мөҙҙәтле хөкүмәт һәм йәмәғәт процентлы ҡағыҙҙарының иҫәбен алып бара; алтын, көмөш, кредит билеттары һата һәм һатып ала; кредит билеттарын ваҡлай; губерна һәм өйәҙ казначействоларының ирекле аҡсаларын һаҡлай; банк билеттарын һәм башҡа процентлы ҡағыҙҙарҙы һата һәм һатып ала, ышаныҡлылар иҫәбенә депозит ҡағыҙҙарын бирә. Операциялар башҡарыу көнө 10-дан 14-15 сәғәткә тиклем дауам итә.
Дәүләт банкының Өфө бүлексәһенең беренсе идарасыһы — статский советник П. И. Маслов, контролеры — статский советник П. П. Волков, хисап комитеты ағзалары — сауҙагәрҙәр: беренсе гильдиянан — А. Ф. Мамин, икенсе гильдиянан — В. И. Нестеров, Н. Л. Пенно, С. Л. Сахаров, И. А. Гудков, Ф. Г. Лебедев, В. А. Любимов, В. В. Грен була.
Һуңыраҡ коммерция банктарының (Крәҫтиән ер биләү, Себер сауҙа, Волга-Кама, Рус Азия, Петербург халыҡ-ара коммерция, Рус тышҡы сауҙа, Аҙау-Дон коммерция, Рус сауҙа-сәнәғәт банкылары һ.б.) бүлексәләре асыла. 19 быуат аҙағы — 20 быуат башында Өфө губернаһының бөтә алты өйәҙендә лә Дәүләт банкының бүлексәләре һәм агентлыҡтары асыла. 1864 йылда Финанс министрлығы Дәүләт банкының бөтә контораларында һәм бүлексәләрендә һаҡлыҡ учреждениелары асыу тураһында циркуляр сығара. [1885 йыл 1885 йылдың] 21 декабрендә Өфө бүлексәһендә ссуда-һаҡлыҡ кассаһы эшләй башлай.
Башта Дәүләт банкының Өфө бүлексәһе Өфөнөң беренсе гильдия сауҙагәре Ф. Е. Чижов йортонда урынлаша[1]. Был йорт Ҡазан урамында була (әле унда Педагогия колледжы урынлашҡан). 1899 йылда Собор урамы, 3 (хәҙерге — Театр урамы, 3) адресы буйынса ике ҡатлы яңы бина төҙөлә. Әле ул хәҙерге реконструкцияланған ҡиәфәтендә Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банктың архитектура ансамбле өлөшө булып тора.
Банк бүлексәһе йылдан-йылға әйләнеш капиталын арттыра, килемдәре үҫә бара. Мәҫәлән, 1866 йылда алынған проценттар 6 931 һум 14 тин булһа, биш йылдан, 1871 йылда, 15 790 һум 84 тингә етә, йәғни 2,3 тапҡыр арта. 1896 йыл буйынса саф килем 81 153 һум 36 тин тәшкил итә.
1900 йылда Өфө бүлексәһендә махсус икмәк бүлеге асыла, ул Өфөлә, Бәләбәйҙә, Раевкала, Дәүләкәндә, Шишмәлә, Бөгөлмәлә, Яр Саллыла элеваторҙар һәм иген һаҡлағыстар төҙөлөшөн кредитларға тейеш була.
Граждандар һуғышы ваҡытында Халыҡ банкының (ул йылдарҙа банк шулай тип атала) Өфө бүлексәһе дәүләт аҡсаларын ҡотҡарыу өсөн бер нисә эвакуация кисерә.
Октябрь революцияһынан һуң дәүләт власы һәм идаралыҡтың яңы органдары төҙөлә, шул иҫәптән Башҡортостандың Финанс халыҡ комиссариаты (Башнаркомфин) ойошторола. 1920 йылдың ғинуарында РСФСР Халыҡ банкы бөтөрөлә, һәм банктың Өфө бүлексәһе бинаһына Башнаркомфин урынлаша.
1921 йылдың октябрендә илдең Яңы иҡтисади сәйәсәткә (НЭП) күсеүенә бәйле РСФСР Дәүләт банкы ойошторола. Бөтә кредит операциялары ошо банкта һәм уның бүлексәләрендә башҡарыла.
Башҡортостан Наркомфины һаҡлыҡ кассалары селтәрен киңәйтә, һаҡлыҡ учреждениелары башлыса ауылдарҙа асыла. Һаҡлыҡ кассалары күрһәткән хеҙмәттәр даирәһе киңәйә. Улар вкладтар ала һәм бирә, һалымдарҙы һәм дәүләт страховкалауы буйынса түләүҙәре ҡабул итә, фатир түләүҙәрен ала, аккредитивы тарата һәм түләй, продавали и оплачивали дәүләт заемдары облигациялары һата һәм түләүен башҡара, Осоавиахим, Автодор лотереялары буйынса отоштарҙы түләй, персональ пенсияларҙы, СССР ордендары һәм миҙалдары буйынса аҡса суммаларын тарата, ойошмаларҙың ағымдағы иҫәптәрен һәм касса хеҙмәтләндереүен алып бара, социаль страховкалау, профсоюз иғәнәләренең маркаларын һәм герблы маркалар һата, революцияға тиклемге тимер аҡсаларҙы, сит ил валютаһын һатып ала, партия, профсоюз, комсомол һәм башҡа ағзалыҡ иғәнәләрен инкассациялай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында финанс һәм кредит сәйәсәте тулыһынса фронтты һәм тылды аҡса ресурстары менән тәьмин итеүгә буйһондорола.
Һуғыштан һуң СССР Дәүләт банкы бүлексәләре халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә, кредитлау, предприятиеларға һәм ойошмаларға ссудалар биреү кеүек эштәрҙе дауам итә. Халыҡты тәьмин итеүҙең карточка системаһы бөтөрөлгәс һәм аҡса реформаһы үткәрелгәс, аҡса халыҡтың төп хеҙмәт тупланмаһына әүерелә.
1959 йылда республикала банк системаһы сираттағы үҙгәртеп ҡороуҙы кисерә. СССР Промбанкының һәм СССР Дәүләт банкының Башҡортостан контораларынан башҡа бөтә банк филиалдары ябыла.
1980-се йылдар аҙағынан элекке дәүләт банк системаһынан яңы иҡтисади шарттарға һәм ике кимәлле банк системаһына күсеү башлана. Баҙар шарттары урынлашыу менән банк хеҙмәттәренең яңы төрҙәре барлыҡҡа килә.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы Милли банкы структураһына түбәндәгеләр инә:
- банк күҙәтеүе һәм һауыҡтырыу идаралығы
- кредит ойошмаларын инспекциялау идаралығы
- түләү системалары һәм эмиссия-касса операциялары идаралығы
- иҡтисад идаралығы
- валюта көйләүе һәм валюта контроле бүлеге
- хәүефһеҙлек һәм мәғлүмәт яҡлау идаралығы
- эштәр идаралығы, бухгалтер хисабын һәм отчетлылыҡты ойоштороу идаралығы
- мәғлүмәтләштереүҙең төбәк үҙәге.
Рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]П. И. Маслов — 1865 йыл
1970—1982 — Боговазов Рафаил Ғата улы
1983—1989 — Дәминев Камил Ниғмәт улы
1992—2001 — Сәғетдинов Мөхәмәт Шәмсетдин улы
2000—2013 — Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы
2013 йылдан — Кашапов Марат Данил улы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Обзоры Уфимской губернии за 1890—1895. Уфа, 1890—1895;
Сагитдинов М. Ш. Развитие банковской системы в республике Башкортостан //Экономика и управление, 1994, № 1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2013 йыл 10 ноябрь [https://web.archive.org/web/20131110131436/http://encycl.bash-portal.ru/nac_bank.htm архивланған. Статья в Башкортостан: краткая энциклопедия]
- http://www.cbr.ru/regions/print.asp?file=BASH/BASH_his.htm
- http://www.vep.ru/bbl/history/cbr-173.html
- http://www.kommersant.ru/doc/28730
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дома Чижова 2015 йыл 27 февраль архивланған.