Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан йылғалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостан йылғаларыБашҡортостан Республикаһы биләмәләре аша аҡҡан бөтә йылғалар барлығы.

Нөгөш йылғаһы Мораҙым тарлауығында

Дөйөм ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Республика йылғалары башлыса ике йылға бассейнына — Волга (Кама) һәм Яйыҡ бассейндарына ҡарай. Тик көнсығыштағы бәләкәй йылғаларҙың өлөшө — Уй үрге ҡушылдыҡтары менән, Мейәс һәм башҡалар — Обь бассейнына ҡарай.

Ағиҙел Көньяҡ Уралда
Дим йылғаһы
Атыш шарлауығы
Яҙғы ташҡын ваҡытында Бөрө

йылғаһы

Һаҡмар йылғаһы Йылайыр районында
Яйыҡ йылғаһының инешендәге «Азия» һәм «Европа» яҙыуҙары һәм иҫәлекле билдә
Мәмбәт ҡаяһы янында Еҙем

йылғаһы

Республикала дөйөм оҙонлоғо 57 366 километр тәшкил иткән барлығы 12 725 йылға иҫәпләнә. Күп кенә йылғаларҙың оҙонлоғо 10 километрҙан аҙыраҡ.

Йылғалар һаны һәм уларҙың оҙонлоғо[1]
Йылға категориялары Оҙонлоҡ градациялары (км) Йылғалар һаны Дөйөм оҙонлоғо (км)
Иң бәләкәйҙәре 10-дан кәм 11 731 29 317
10—25 752 10 928
Бәләкәй 26—50 156 5 473
51—100 58 3 922
Уртаса 101—200 17 2 340
201—300 4 898
301—500 3 1 056
Ҙур 501—1000 3 2 002
1000-дән ашыу 1 1 430
Барлығы 12 725 57 366

Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғалары ҡушылдыҡтары менән көньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш йүнәлешендә атмосфера яуым-төшөмдәрен ағыҙыу юлдары булып тора.

Башҡортостандың иң ҙур йылғалары тураһында мәғлүмәттәр[2]
Башҡортса атамаһы Урыҫса атамаһы Оҙонлоғо, км (шул иҫ. респ. терр. б-са) Бассейн майҙаны, км² (шул иҫ. респ. терр. б-са)
Ағиҙел Белая (Агидель) 1 430 142 000
Ыҡ Ик (приток Камы) 571 (450) 18 100
Дим (Күгиҙел) Дёма 535 (420) 12 800
Өфө (Ҡариҙел) Уфа (Караидель) 918 (390) 53 100
Һаҡмар Сакмара 760 (348) 30 400 (5 940)
Инйәр Инзер 307 5 380
Әй Ай 571 (278) 15 000
Һикияҙ Сикияз 16
Һикеяҙ (Әй ҡушылдығы) Сикияз 28
Саған Саган билдәһеҙ
Олөйөр Улуир 38  327
Тере Танып Быстрый Танып 345 7 560
Оло Эйек Большой Ик (приток Сакмары) 341 (256) 7 670
Нөгөш Нугуш 235 3 820
Таналыҡ Таналык 225 4 160
Йүрүҙән Юрюзань 404 (224) 7 240
Еҙем Зилим 215 3 280
Сөн Сюнь 209 4 500
Өршәк Уршак 193 4 230
Сәрмәсән Чермасан 186 3 970
Оло Ҡыҙыл Большой Кизил 172 2 080
Яйыҡ Урал (Яик) 2 534 (165) 220 000 (2 480)
Ашҡаҙар Ашкадар 165 3 780
Йылайыр (Урман Йылайыры) Зилаир 158 1 210
Өҫән Усень 147 2 460
Оло Һүрәм Большая Сурень 131 1 580
Бөрө Бирь 128 2 200
Ҡармасан Кармасан 128 1 780
Уҫы Уса 126 964
Баҙы База 123 1 590
Эҫем (Ағиҙел ҡушылдығы) Сим 239 (120) 11 700
Кесе Эйек (Ҡарман) Малый Ик (приток Большого Ика) 118 640
Үҙән Узян 116 590
Оло Ыйыҡ Большой Ик (приток Ая) 108 1 460
Ләмәҙ Лемеза 119 (103) 1 800
Ҡуғанаҡ Куганак 102 1 480
Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы) Ик (приток Ая) 102 1 296
Ялан Йылайыры (йылға) Крепостной Зилаир 100 900
Ҡаҫмарт Касмарка 123 (95) 1 431
Кесе Ҡыҙыл Малый Кизил 113 (93) 1 540
Төй Тюй 195 (65) 3 700
Беүә Буй 228 (60) 6 530
Уй Уй 462 (42) 34 400 (720)
Кама (Иҙел, Сулман Иҙел) Кама 1 805 (36) 507 000
Мейәс Миасс 658 (33) 21 800

Саруа[3] һәм Яманйылға[4] йылғалары тәбиғәт ҡомартҡылары булып тора, улар Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән ҡурсалана.

  1. Поверхностные воды.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 20—21. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  2. Дөйөм оҙонлоғо 100 километрҙан ашыу булған.
  3. Загорский В. А. Саруа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Яманелга // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)