Ялан Йылайыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ялан Йылайыры (йылға) битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ялан Йылайыры
Krepostnoy Zilair.jpg
Характеристика
Оҙонлоғо 100 км
Бассейн 897 км²
Һыу ағымы
Тамағы Һаҡмар
 · Урынлашыуы Иҫке Яҡуп ауылы янында
 · Бейеклеге 384 м
 · Координаталар 52°13′57″ с. ш. 57°49′53″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Һаҡмар → Яйыҡ → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан
Ялан Йылайыры (Рәсәй)
Blue 0080ff pog.svg
Blue pog.svg
тамағы
Ялан Йылайыры Викимилектә

Ялан Йылайыры (Йылайыр, рус. Крепостной Зилаир) — Башҡортостан йылғаһы. Һаҡмар ҡушылдығы, тамағынан алып дөйөм оҙонлоғо 584 км. Һыу ағымы — 100 км. Һыу йыйылыу майҙаны — 897 км².

Атама тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылға атамаһы ошонда ер биләмәһе алып, төпләнгән урыҫ баярына ҡағылышлы легенда нигеҙендә барлыҡҡа килгән Крепостной Йылайыр ауылы (элекке Йылайыр ҡәлғәһе) исеменән алынған. Ул башҡорттарҙан ер бүлеп биреү тураһында һорашып, үгеҙ тиреһе ҙурлығында ғына ер һорай һәм ризалыҡ алғас, тирене нәҙек ҡайыштарға телеп, уларҙы үҙ-ара бәйләп, урман буйлап ҡарағайҙарҙы уратып ун саҡрымлыҡ ер ала. Шунан һуң башҡорттар һәм баярҙар араһындағы мөнәсәбәт насарайып, яңы асыҡтан-асыҡ бәрелештәргә килтерә. Баяр үҙенә ярҙамға казактарҙы саҡыра, ә башҡорттар уның утарын яндыра. Шунан һуң урыҫтар хакимиәте, башҡорттарҙы был урындарҙан күсерә, ә баяр утары булып ҡалған ауыл Крепостной Зилаир[1] исемен ала..

Гидрография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылға бормаланып аға. Төбө ҡом-ташлы, ярҙары һөҙәк һәм текә, ҡыуаҡлыҡтар һәм урман менән ҡапланған[2]

XIX быуатта   Ялан Йылайырының һыу бассейны территорияһында  төньяҡ болан булыуы теркәлә. 1939 йылда ла бер нисә баш болан күренгән[3].

Һыу реестрҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Россия дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәрен буйынса Урал бассейн округына ҡарай, йылғаның хужалыҡ учпсткаһы — Һаҡмарға тиклем. Йылға бассейны — Урал[4].

Мәғлүмәттәр буйынса геомәғлүмәти һыу хужалығы системаһын районлаштырыуҙарынса , һыу ресурстары Федераль агентлығы[4]:

  •  Һыу объектының дәүләт һыу реестрындағы коды — 12010000512112200005027
  • Гидрологик өйрәнелеү коды — 112200502
  • Гидрологик өйрәнелеү буйынса том һаны— 12
  • Гидрологик өйрәнеү буйынса сығарылыуы — 2

Ҡушылдыҡтары (тамағынан алып км.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 16 км:  Ускунуш (Окау)
  • 29 км: Дегтерка йылғаһы
  • 50 км: Оло Уса йылғаһы
  • 54 км: Кондуруш йылғаһы
  • 61 км: Урта Пшада йылғаһы
  • 68 км: Оло Пшада йылғаһы
  • 77 км: Оло Ҡалмаҡ йылғаһы
  • 83 км: Шүлкә йылғаһы
  • 86 км: Тулыбай йылғаһы

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт һыу реестрына керетелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башкирские һәм легендалары риүәйәттәре тупланған. Төҙөлөш, вступительная булыу, аңлатмалар Фәнүзә Надршина: — Өфө, Башҡорт китап нәшриәте, 1985, — 288 с.
  2. Инвестиционный паспорт. Муниципальный район Зилаирский район республики Башкортостан. Администрация муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан (2012-04-17). — Приложение № 1 к постановлению Администрации муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан от 17 апреля 2012 года № 312. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 сентябрь 2012. 27 май 2012 тикшерелгән.
  3. Лесостепная экосекция Зилаирского плато // ЦС «ВУЭС» Лаборатория Экотон.
  4. 4,0 4,1 Государственный водный реестр РФ: Крепостной Зилаир. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 сентябрь 2012.