Йылайыр ҡәлғәһе
Йылайыр ҡәлғәһе | |
Урынлашыуы |
Түңгәүер һәм Бөрйән улустары араһында, Ялан Йылайыры буйында |
---|---|
Төрө |
Ҡәлғә |
Төҙөлөш йылдары |
1755 |
Төҙөүсеһе |
А. Е. Поспелов |
Емерелеү датаһы |
1863 |
Алыштар/һуғыштар |
1755 йылдың 11 авгусында Көсөкбай батыр етәкселегендәге башҡорт ихтилалсыларының ҡәлғәне ҡамауы |
Йылайыр ҡәлғәһе (рус. Зилаирская крепость) — Рәсәй империяһы Ырымбур нығытмалы һыҙығы Һаҡмар дистанцияһы ҡәлғәһе.
Нигеҙләнеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1755 йылда башҡорт ихтилалы тоҡаныу сәбәпле нигеҙләнгән. П. И. Рычков мәғлүмәттәре буйынса Йылайыр ҡәлғәһе Бөрйән улусында Ялан Йылайыры (рус. Крепостной Зилаир) йылғаһы буйында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Крепостной Йылайыр ауылы) башҡорттарҙы контролдә тотоу өсөн төҙөлгән:
«…построена в прошлом 1755 году на земле Бурзенской волости Башкирцев при речке Зелаир, по причине произошедшего от Башкирцев тоя волости злодейства …чтоб построением ея внутри тех самых жилищ, где злодейство оказалось, и введением тут для гарнизону двух рот, драгунской и пехотной, оным злодеям зделать страх, и притом удобнее б было бы, и для всяких случаев иметь тут запасной провиантской магазен; …1755 году июля 26 дня учинено в оренбургской губернской канцелярии определение, и представлено Правительствующему Сенату, чтоб из Зауральских Башкирских волостей, которые от города Уфы удалили, для наилучшего над ними смотрения и наблюдения, учредить особый Зауральский дистрикт, в котором назначено шесть волостей: Бурзенская, Карагай-Кипчакская, Тамьянская, Усерганская, Тангаурская и Сугун-Кипчацская; а ежели пожелают и Бушман-Кипчацкую и Чамкин-Кипчацкую»
Башҡа мәғлүмәттәр буйынса ҡәлғәнең Түңгәүер һәм Бөрйән улустары араһында урынлашыуы билдәле. Ҡәлғә төҙөлөүенә аҫаба ерҙәрҙең тартып алыныуы буйынса башҡорттар ялыу яҙғандар[1].
Ҡәлғәне нигеҙләү буйынса эштәр инженер унтер-офицер А. Е. Поспелов (1730–1811) менән бәйле. Башҡорт ихтилалы шарттарында барған төҙөлөш барышында Поспелов яраланған, ә төҙөлөш тамамланғас ул награда бирелеүгә тәҡдим ителгән[1].
Ҡәлғә эсендә бер мәхәлләле сиркәү булған.
Рычков хәбәр итеүенсә, ҡәлғә гарнизонының тәүге составы Ҡыҙыл Һамар ҡәлғәһенән килгән. 1769 йылда ҡәлғә гарнизоны составында 50 Иҫәт казагы, ә 1770 йылда 50 Өфө казагы хеҙмәт итеүе билдәле. Шулай уҡ 1770-се йылдар башында ҡәлғә халҡы составында Польшанан сыҡҡан кешеләр теркәлгән. 1773 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡәлғәлә һөргөнгә ебәрелгән Бар конфедераттарының хеҙмәт итеүсе 24 ир заты, шулай уҡ 3 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[1].
Ҡәлғәне нигеҙләү көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙы ҡурҡытыуға һәм буйһондороуға, ихтилалдарҙы булдырмау өсөн улар артынан күҙәтеү маҡсатында уларҙың ризаһыҙлығын тынысландырыуға йүнәлтелгән. Ҡәлғәне төҙөү башҡорт аҫаба ерҙәрен артабанғы талап алыуҙарына булышлыҡ иткән[1].
1755—1756 йылдарҙағы ихтилал осоронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1755 йылдың 11 авгусында Көсөкбай батыр етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары ҡәлғәне ҡамағандар. 18 августта Йылайыр ҡәлғәһенән 30 саҡрым алыҫлыҡта баш күтәреүселәр тарафынан капитан Шкапский командалағындағы драгун ротаһы һәм 50 казактан торған отряд юҡ ителгән. Был алышта ихтилалсылар 40 кешене, шул иҫәптән етәксеһен — Көсөкбай батырҙы юғалтҡан.
Ихтилал тулыһынса 1756 йылда баҫтырылған, уның барышында башҡорттар ҙур зыян күргәндәр. Шулай ҙа бер ни тиклем ташламалар алыуға ирешкән. Әммә ихтилалдан һуң да башҡорттар артынан Ырымбур—Йылайыр ҡәлғәһе трактын аҫрау бурысы ҡалған[2].
Пугачёв ихтилалы осоронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1773 йылдың көҙөндә Ырымбурға ебәрер өсөн Йылайыр ҡәлғәһе янында йыйылған 800 кешенән торған башҡорт отряды баш күтәреүселәр яғына сыҡҡандар[3].
1773 йылдың 14 октябрендә Йылайыр ҡәлғәһенән 27 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Преображенск заводына Пугачёв ғәскәре полковнигы Т. А. Соколов-Хлопуша килә. Поручик Е. Д. Долгоносов командалағындағы ҡәлғә гарнизоны (уның составында 70-кә тиклем һалдат һәм 6 пушка булған) ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған. 1773 йылдың октябрь аҙағынан ҡәлғәғә бер нисә тапҡыр ихтилалсылар һөжүм иткән һәм ул өлөшләтә емерелгән. 1773 йылдың 4 ноябрендә Е. Д. Долгоносов хәбәр итеүенсә, башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре отрядтары ҡәлғәне күп тапҡыр алырға маташҡан. 9 ноябрҙәге генерал-поручик И. А. Деколонг рапорты буйынса, Пугачёв ғәскәре Йылайыр ҡәлғәһенән 60 хәрбиҙәрҙе, шулай уҡ аҡса алған[4]. 1773 йылдың 12-13 ноябрендә Гагарин етәкселегендәге хөкүмәт командаһы Йылайыр ҡәлғәһенән 3 пушка һәм 25 һалдат алып Преображенск заводынан ихтилалсыларҙы ҡыҫырыҡларға ниәтләгән, алыш барышында завод эшселәренә ярҙамға 400 башҡорт килгән, һөҙөмтәлә карателдәр тар-мар ителгән: һалдаттарҙың күбеһе юҡ ителгән һәм әсиргә алынған, Гагарин Йылайыр ҡәлғәһенә ҡасып өлгөргән. Башҡорттар Йылайыр трактында барлыҡ почта станцияларын яҡҡандар[5].
1774 йылдың ноябрендә Рейнсдроп генерал-майор Станиславскийҙы ике еңел командалар менән Йылайыр ҡәлғәһенә ебәреүҙе һораған. Станиславский командаһы менән Үрге Яйыҡ ҡәлғәһенән Ҡыҙыл ҡәлғәһенә йүнәлгәндә 14 ноябрҙә Йылайыр ҡәлғәһе яғына разведка ебәргән. Разведка башҡорттарҙан хәбәр алыуынса Һаҡмар буйында 2300 ихтилалсылар торған һәм улар Яйыҡтан йәнә күп һандағы башҡорттарҙың килеүе көтөлгән. Станиславский Йылайыр ҡәлғәһенә Долгоносов һәм Гагаринға ярҙамға барырға баҙнат итмәгән һәм 21 ноябрҙә яҡшыраҡ нығытылған Орск ҡәлғәһенә килгән[6].
1774 йылдың яҙында Бөрйән улусы старшинаһы Төркмән Йәнсәйетов етәкселегендәге отряд ҡәлғәғә һөжүм иткән һәм уны яҡҡан. Ҡәлғәғә ярҙамға каратель отрядтары ебәрелгән, уларға шулай уҡ ихтилал етәкселәрен тоторға һәм язаларға бойоролған. 1774 йылдың 3 июнендә подполковник И. Л. Тимашевтың командаһы Йылайыр ҡәлғәһе диуары эргәһендәге алышта ҡәлғәне алырға маташҡан баш күтәреүселәрҙең отрядын тар-мар иткән. 5 июндә хөкүмәт ғәскәрҙәрҙәре Преображенск заводын алған[1].
1774 йылдың июнендә Муйнаҡ Сөләймәнов менән Кинйәбулат Әликәшев етәкселегендәге отряд Йылайыр ҡәлғәһен талаған, һөҙөмтәлә ул ныҡ емерелгән[7].
Үрге Яйыҡ ҡәлғәһенән Йылайыр ҡәлғәһенә үтеп барған генерал Ф. Ю. Фреймандың корпусына башҡорттар бер нисә тапҡыр һөжүм иткәндәр. 1774 йылдың 1 сентябрендә генерал Ф. Ю. Фрейман Йылайыр ҡәлғәһенә килгән һәм ике ай дауам иткән ҡамауҙы сискән. Ошо мәлдән алып Йылайыр ҡәлғәһе подполковник И. Л. Тимашев һәм генерал Ф. Ю. Фрейман командалары өсөн төп база булып торған, улар бынан ихтилалды баҫтырыу өсөн рейдтар яһаған[1].
Ҡәлғә тураһында А. С. Пушкиндың «Пугачёв тарихына» («История Пугачёва») черновиктарҙа мәғлүмәттәр, шул иҫәптән Йылайыр ҡәлғәһен каратель отрядтары тарафынан ҡулланыу буйынса ниәттәре теркәлгән[8].
XIX быуатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пугачёв ихтилалы баҫтырылғандан һуң яртылаш емерелгән Йылайыр ҡәлғәһен баштағы кеүек әһәмиәттә файҙаланыу кәмей бара: 1775 йылдың йәйендә Йылайыр дистанцияһы Ырымбур һыҙығы дистанциялары исемлегендә теркәлмәгән, ә 1803 йылда ул Ҡыҙыл дистанцияһы составында теркәлгән[1]
1812 йылда Йылайыр ҡәлғәһе башҡорт полктарын формалашыуында һәм яуға ебәреүҙә ҡулланылған. Мәҫәлән, 6-сы кантон башҡорттарынан Сибай һәм Ишбулды ауылдарында ойошторлған 3-сө полк 1812 йылдың 25 июлендә Түбәнге Новгородҡа юлға сыҡҡан һәм уның маршруты Йылайыр ҡәлғәһенән үткән[1]
XIX быуаттың беренсе яртыһында урындағы башҡорт аҫабалары менән ҡәлғә халҡы араһында ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тураһында Түңгәүер һәм Бөрйән улустары башҡорттарының ҡәлғәгә күскән ерҙәр буйынса ялыуҙар һөйләй. Был ерҙәр иҫәбенә Балыҡлы йылғаһындағы Исҡужа һәм Ҡыуат ауылдарының выселоктары, Асҡараз йылғаһы буйындағы Ишбирҙе, Сәйпиш һәм Йәғәфәр ауылдары ингән. Түңгәүер улусы старшинаһы ярҙамсыһы Ишбирҙе Толобаев 1817 йылдың 6 авгусындағы һораунамәһендә яҙыуынса, Ырымбур межа контораһы Йылайыр ҡәлғәһенә башҡа эске ҡәлғәләр кеүек «һәр ревизия йәненә 15-әр дисәтинә нисбәтендә» генә түгел, ә унан бөтә яҡҡа табан биш саҡрымға һәм бынанда күпкә һуҙылған ерҙәрҙе биргән, бында үҙ биләмәләренән тыш күрше ауылдарҙың ерҙәре ингән[1].
1829 йылда өлкән ер үлсәүсе титуляр кәңәшсеһе Иван Попов тарафынан 1817 йылда Ырымбур межа контораһы билдәгән Бөрйән, Түңгәүер һәм Ҡара-Ҡыпсаҡ башҡорт улустарының, Йылайыр ҡәлғәһенең геометрик планы төҙөлгән. Уның буйынса ҡәлғәлә хеҙмәт итеүсе һәм оставкалағы казактарҙың иҫәбе (уларҙың кесе йәштәге балалары менән бергә) — 146 йән; оставкалағы һалдаттарҙың иҫәбе (уларҙың кесе йәштәге балалары менән бергә) — 36 йән; ханым Матвееваның крәҫтиәндәре – 6 йән. План буйынса ҡәлғә Ялан Йылайыр йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан, уның биләмәләренең майҙаны – 8154 дисәтинә 1027 сажень. Планда шулай уҡ ҡәлғәлә сиркәү билдәләнгән[1].
1833 йылда башҡорттар ҡәлғә кешеләренең Түңгәүер улусы Исҡужа, Ҡашҡар һәм Ғүмәр ауылдары ерҙәрендә ҡәлғә коменданты урядник Лобановский рөхсәте менән 84 кәбән бесән алыуҙарына ялыу яҙғандар һәм уларҙы ҡайтарыуҙы талап иткәндәр.
1834 йылда Йылайыр ҡәлғәһе Ырымбур казак ғәскәренең 2-се дистанцияһының станицаһы итеп үҙгәртелә. Ҡәлғәнең тулыһынса бөтөрөлөүе 1862–1863 йылдарға тура килеүе мөмкин. Тарихсы Н. М. Чернавский буйынса 1863 йылда Йылайыр ҡәлғәһе яңы урынға күсерелгән һәм Обручёвка ҡасабаһы (хәҙер Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы Обручёвка ауылы) тип атала башлай[1].
1866 йылда Орск өйәҙенең Преображенск улусы тораҡ пункттары араһында Ырымбур ведомствоһының Йылайыр казак отряды теркәлгән, бында 52 ихата, 187 кеше ир заты һәм 180 ҡатын-ҡыҙ заты, православие сиркәүе теркәлгән.
Ф. А. Брокгауз һәм И. А. Ефрон энциклопедик һүҙлеге буйынса, Йылайыр станицаһы Ырымбур казак ғәскәренә ҡараған һәм Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендә урынлашҡан, ул башта 1755 йылда ихтилал күтәргән башҡорттарҙы тынысландырыу өсөн ҡәлғә булараҡ нигеҙләнгән. Станицала 204 ихата, 1080 кеше иҫәпләнгән, православие сиркәүе теркәлгән[1].
Хәҙерге ваҡытта бында Крепостной Йылайыр ауылы (Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) урынлашҡан.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт ерҙәрен урыҫ «бояры» баҫып алыуы һәм Исҡужа ауылының үҙ урынынан күсерелеүе тураһында, башҡорттарҙың атлы казактарға ҡаршы көрәше, «бояр» башбаштаҡлығы һәм башҡорт ауылы урынында барлыҡҡа килгән ағас ҡәлғә менән утарҙы яғыу тураһында «Крепостной Йылайыр» риүәйәте һаҡланған[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 Сулейманов Ф. М. Зилаирская крепость Оренбургской укрепленной линии // Вестник Челябинского государственного университета. История. Вып. 62. — Челябинск, 2015. — № 2 (357). — С. 24–30.
- ↑
«за которой де платят… по 5000 руб., с таким крайним изнурением, что хотя де… не только к платежу не в состоянии, но и дневной пищи не имеют»
- ↑ Таймасов, 2000, с. 15
- ↑
«…Пугачевым из крепости Зелаирской взято военных людей шездесят человек да денег два воза»
- ↑ Таймасов, 2000, с. 18-19
- ↑ Таймасов, 2000, с. 37-38
- ↑ Таймасов, 2000, с. 146
- ↑
«Рейнсдорп повелел Станиславскому занять Зелаирскую крепость… яко центр Башкирии, дабы 1) удерживать башкир в повиновении, 2) охранять заводы, 3) в случае обращения Пугачева в Башкирию, учинить на него поиск, 4) тревожить жен и детей, возмутившихся башкирцев, дабы сии возвратились»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буканова Р. Г. Города и крепости юго-востока России в XVIII в. История становления городов на территории Башкирии. — Уфа, 1997. — 256 с.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сулейманов Ф. М. Зилаирская крепость Оренбургской укрепленной линии // Вестник Челябинского государственного университета. История. Вып. 62. — Челябинск, 2015. — № 2 (357). — С. 24–30.