Эстәлеккә күсергә

Көсөкбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Көсөкбай батыр битенән йүнәлтелде)
Көсөкбай
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Бошман-Ҡыпсаҡ улусы, Нуғай даруғаһы

Вафат булған көнө

18 август 1755({{padleft:1755|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Вафат булған урыны

Йылайыр ҡәлғәһе тирәһе, Нуғай даруғаһы

Көсөкбай (? — 1755) — батыр, 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.

Көсөкбай сығышы менән Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан булған[1].

1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе булараҡ билдәле була. 1755 йылдың авгусында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусында ихтилал тоҡана. Бөрйәндәргә Нуғай даруғаһының Бошман-Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Тамъян, Түңгәүер һәм Үҫәргән улусы башҡорттары ҡушыла. 1755 йылдың авгусында Көсөкбай батыр баш күтәреүселәр отрядын ойоштора, улар башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә төҙөлөүсе һәм эшләүсе заводтарҙы һәм ҡәлғәләрҙе талайҙар һәм юҡ итәләр, шулай уҡ хөкүмәт командаларына һөжүм итәләр. Баш күтәргән башҡорттар Вознесенский баҡыр иретеү заводын баҫып ала, Ташлы руднигын емерә, Көсөкбай етәкселегендәге отряд Преображенск заводын талай һәм Покровский заводын яндыра[1][2].

1755 йылдың 18 авгусында Йылайыр ҡәлғәһе тирәһендәге алышта баш күтәреүселәр Шкапскийҙың хөкүмәт командаһын еңә, әммә был алышта Көсөкбай батыр һәләк була[1][2].

  1. 1,0 1,1 1,2 Акманов И. Г. Көсөкбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 Башҡортостан тарихы: Боронғо замандарҙан XIX быуат аҙағына тиклем. 8 класс өсөн дәреслек. / Яуаплы ред. И. Ғ. Аҡманов. — Өфө: Китап, 2007. — С. 125. — 248 с. — ISBN 978-5-295-04137-2.
  • Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа: Китап, 1993.
  • Военная история башкир. —Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. —ISBN 978-5-88185-076-0
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  • Чулошников А. П. Восстание 1755 г. в Башкирии // АН СССР Ин-т истории. — М., Л., 1940. — 109 с.