Эстәлеккә күсергә

Үҙән (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙән
урыҫ Узян
Характеристика
Оҙонлоғо 116 км
Бассейн 1590 км²
Һыу сығымы 3,3 м³/с (тамағы)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Яманғыр тауы, Ҡолғана ауылынан 10 км
Тамағы Ағиҙел
 · Урынлашыуы Тамағынан 1098 км
 · Координаталар 53°07′50″ с. ш. 57°28′46″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй
Регион Башҡортостан
Район Бөрйән районы
РДҺР 10010200212111100017348

Үҙән (Көньяҡ Үҙән, Түбәнге Үҙән; рус. Узян) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы йылға, Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы.

Географик мәғлүмәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғаның оҙонлоғо — 116 км, бассейн майҙаны — 590 км², ауышлығы — 570 м. Ағым тиҙлеге — 0,8 м/с тиклем, ташҡында 2,5 м/с тиклем. Тамағында йылына уртаса һыу сығымы 3,5 м³/с тәшкил итә. Киңлеге — 20—25 метрға тиклем[1].

Йылғаның инеше Ҡолғана ауылынан 10 км төньяҡта, Яманғыр тауының көнсығын итәгендә урынлашҡан. Бөрйән районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа аға. Йылғаның үрге бассейны Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Яңы Собханғол ауылынан 3 км үрҙәрәк Ағиҙел йылғаһына ҡоя.

Үҙән йылғаһының төбө ташлы, түбәнге ағымында — ҡырсын-ташлы.

Ҡушылдыҡтары: һул — Һарағы, Һәүәнәк, Яманйылға, Бетерә һ. б.; уң — Оло Һарғая һәм башҡалар.

Йылға Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Әбделмәмбәт ауылдары аша аға.

Үҙән йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙән йылғаһы — Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Төбө ҡырсын һәм ваҡ таштар менән ҡапланған. Һыу үҙәнендә томбойоҡ, күрән, ҡамыш менән ҡапланған ерҙәре бар.

Шаршы һәм тын аҡҡан ерҙәре бар.Ҡолғана ауылы эргәһендә башланып, үҙ юлында 45 шишмә һәм 30 ҡотоҡто алып, Янһары (Яңы Собханғол) ауылы янында Ағиҙелгә ҡоя.

Беҙ шуларҙың үҙебеҙ күргәндәрен һанап бирәбеҙ: Һарғая, Һарағы, Оло Башарт, Бәләкәй Башарт, Балайылға, Алаҡбар, Бертеш, Алаша, Сәңгелде, Әнкес, Яманйылға, Яланайыр, Ерекле.

Ә Әбделмәмбәт ауылында Оло йылға, Бәләкәй йылға, Ҡараташ, Ҡамабар, Көрпә һәм Әрәмә ҡотоғо — Үҙәндең уң ҡушылдыҡтары.

Оло Йылға халыҡ телендә ошо исем менән йөрөһә лә, ул — ҙур шишмә. Оло Аҡбейек итәгенән баш алып, ауылдың ҡап уртаһында Үҙәнгә ҡоя. Төбө эре таштар менән ҡапланған, яҙлы-көҙлө балыҡтар йөҙә, эҫе йәйҙә күренмәй. Ярҙарында өс ярустағы үҫемлектәрҙән барыһы ла үҫә.

Бәләкәй йылға һәм Әрәмә ҡотоғо.

Бәләкәй Йылға исеме йөрөтһә лә, ул да шулай уҡ шишмә. Көнсығыштан көнбайышҡа ҡарап юл ала, ауыл үрендә Үҙәнгә ҡоя.

Һаҙ ҡотоғо ла, был шишмә лә төбөндә бөтөнләй ҡырсыны, ярҙарында ташы булмауы менән ауылдағы башҡа шишмәләрҙән айырыла. Ярҙары тиҙ ишелеп бара, урыны-урыны менән күрән ҡаплаған ерҙәре бар. Һыу үҙәне бик тәрәндән аға.

Ҡараташ, Көрпә, Ҡамабар — Бәләкәй Аҡбейектең урта биленән көнбайыштан көнсығышҡа ҡарап ағыусы шишмәләр. Шишмә төптәре ваҡ таштар менән ҡапланған. Ярҙарында туғай үҫемлектәренең бөтә төрҙәре лә бар.

Үҙән йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтарының таштары.

Иң күп таш – Үҙәндә. Таштар формаһы менән Оло йылға таштарына тура килә, Ҡотоҡ һәм Бәләкәй йылға бөтөнләй ташһыҙ.

Һыуҙың ҡатылығы.

Иң ҡаты һыу – Ҡараташта, иң йомшағы – Әрәмә ҡотоғо.

Йылғаларҙың һайығыу сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Һуңғы йылдарҙа мәктәп уҡыусылары менән бик күп экологик өмәләр үтеп тора. Бик күп йылғаларҙың үҙәндәре, ярҙары таҙартыла. “Башарт” экоклубы, 2012 йылда, Бәләкәй Йылғаның үҙәнендәге йылдар буйына йыйылып ятҡан утапшаларын алып, ҙур эш атҡарҙылар. Ләкин шул уҡ йылда йылғаның һыуы аҫҡа китә, шуның һөҙөмтәһендә ерек ағастары ҡолай, әрәмә ҡорой, шуның һөҙөмтәһендә Бәләкәй Йылға, Оло Йылға,Үҙән дә һайыға.
  2. Халыҡтың күпләп мал тотоуы һөҙөмтәһендә, йылға ярҙары малдарҙың экстременттары менән тулған, тапалған. Шуға ла, үҫемлектәрҙең тәбиғи үҫешенә зыян килә.