Ашҡаҙар
Ашҡаҙар | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 165 км |
Бассейн | 3780 км² |
Һыу сығымы | 16,7 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Өсбүләк |
· Координаталар | 53°06′28″ с. ш. 54°58′27″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ағиҙел Стәрлетамаҡ янында |
· Координаталар | 53°06′29″ с. ш. 54°58′27″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 53°38′26″ с. ш. 55°59′41″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200512111100018151 |
Ашҡаҙар (рус. Ашкадар) — Көньяҡ Уралдағы йылға, Ағиҙелдең һул ҡушылдығы[1].
Ағиҙелгә Стәрлетамаҡ янында ҡоя. Башҡортостандың Фёдоровка районы Өсбүләк ауылынан 2,2 км көнбайышта башлана. Артабан Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары аша аға.
- Йылға оҙонлоғо — 165 км.
- Башынан тамағына тиклем ауышлыҡ — 271 м,
- бассейн майҙаны — 3780 кв. км,
- уртаса бейеклеге — 253 м.
Бассейндың үрге өлөшө Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан, бында саған, имән, йүкә ағастары осрай. Ашҡаҙар бассейнының түбәнге өлөшө ҡара тупраҡлы дала үҫемлектәре үҫкән уйһыулыҡта урынлашҡан.
Бассейндың урманлы өлөшө — 5 %, һөрөлгән өлөшө — 70 %. Ашҡаҙар, башлысы, ҡар һыуҙары менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу ағымы — 16,7 м³/с.
Төп ҡушылдыҡтары:
- уң яҡ
- һул яҡ
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғалим Жәлил Кейекбаев был атаманың килеп сығышын фарсы теленән алынған «ашҡа» — «аҡ, саф» һәм «даръя» — йылға менән бәйләй. Фарсы теленән килеп ингән «даръя» хәҙерге башҡорт телендә ҙур йылға тигәнде аңлата. Һинд-иран, фарсы, боронғо фарсы, авеста телдәрендә — диңгеҙ, боронғо һинд телендә — хәрәкәт, йүгереү тигәнде аңлата[2].
Легендаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
"Юрматы ырыуы шәжәрәһе"ндә XVI быуатта юрматылар Урыҫ дәүләтенә ҡушылырға теләк белдергәс, батша Иван IV менән килешеү төҙөлә тиелә, Тәтегәс бей, Аҙнай-баба, Ҡармыш-баба һәм Илсекәй Тимер-бабаларға үҙ халҡы менән йәшәү урыны итеп бүлеп бирелгән ерҙәр атала. Тәтегәскә Ашҡаҙар йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйындағы ер бирелә.[3]
Бер нисә йөҙ йылдан һуң был яҡтарға күсеп килгән халыҡтарҙың йылға исеме килеп сығыуы тураһындағы легендалары дөрөҫлөккә тап килмәй («аҫ ҡаҙан» һ.б.). Ашҡаҙар- бик боронғо атама, ул башҡорттарҙың урыҫ дәүләтенә ҡушылыуына тиклем үк булған.
Ашҡаҙар йылғаһы буйында башҡорт халыҡ йыры «Ашҡаҙар» тыуған.
1919 йылда Стәрлетамаҡта Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ашҡаҙар» пьесаһы буйынса тәүге башҡортса спектакль ҡуйыла. Өс йылдан театр Өфөгә күсерелә. Башҡорт дәүләт академия театры тарихы шулай башлана.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ашҡаҙар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Топонимы индо-иранского происхождения, характеризующие водные объекты и горный ландшафт Башкортостана
![]() |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |