Эстәлеккә күсергә

Ашҡаҙар нағыштары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ашҡаҙар нағыштары
Нигеҙләү датаһы 2000
Урын Стәрлетамаҡ
Жанр халыҡ музыкаһы[d] һәм халык бейеүе[d]
Ил  Рәсәй

Ашҡаҙар нағыштары — Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы» муниципаль автономлы учреждениеһының башҡорт халыҡ фольклор ансамбле.[1]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы» муниципаль автономлы учреждениеһының «Ашҡаҙар нағыштары» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле 2000 йылда «Ҡомартҡы» («Реликвия») атамаһы аҫтында барлыҡҡа килә. 2012 йылдан — «Ашҡаҙар биҙәктәре» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле. Коллектив етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов, Зөбәйеров исемендәге премия лауреаты Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы. Ансамбль составында башҡорт, татар йәштәре менән бер рәттә 50-76 йәшкә тиклемгеләр ҙә бар.

«Ашҡаҙар нағыштары» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле 2003 йылда «Халыҡ» исеменә, ә 2017 йылда — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» исеменә лайыҡ була.

2012 йылдан — «Ашҡаҙар нағыштары» тигән хәҙерге атамаһы менән йөрөй.

Коллектив башҡорттарҙың боронғо йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтарын һәм халыҡ бейеүҙәрен өйрәнә һәм тергеҙә.

Ансамбль ағзалары спектаклдәрҙә һәм театрлаштырылған тамашаларҙа ҡулланылған башҡорттарҙың боронғо көнкүреш әйберҙәрен һәм һауыт-һабаларын тупланы.[1]

2012 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының Наил Ғәйетбай пьесаһы буйынса ҡуйылған «Күңелле йәшәйбеҙ» спектаклендә әүҙем ҡатнаша.

Репертуарында «Һаумыһығыҙ, яҡташтар!», «Шлапур», «Тыуған яҡты ташлап китмәгеҙ», «Боронғо Әпипә», «Ғаилә таҡмаҡтары», «Олатай», «Байыҡ» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙары.

Мөнәжәттәр: «Аллаһыма», «Ҡунаҡ мөнәжәте»

Бәйеттәр: «Минең Уралым», «Һуғыш тураһында бәйет», «Аҡмулла бәйете»

Фольклор композициялар: «Буҙа», «Беҙ — һуғыш балалары», «Һаумыһығыҙ, яҡташтар!», «Һуғым байрамы», «Йыуаса», «Ғаилә рухы»[2][3].

«Ашҡаҙар нағыштары» фольклор ансамбле халыҡ-ара, республика һәм башҡа фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты:

2012 йылда «Һабантуй» милли байрамы сиктәрендә Республика халыҡ ижады байрамында һәм хәрби-тарихи реконструкцияла әүҙем ҡатнашҡаны өсөн диплом менән бүләкләнә.

2004 йылда үткәрелгән «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы лауреаты,

2013, 2016 йылдарҙа ойошторолған «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең ижады фестивале лауреаты,

2012, 2015 һәм 2018 йылдарҙа «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» халыҡ ижады коллективтары фестивалендә «Халыҡ ансамбле» исемен раҫланы.

2017 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән «Ашҡаҙар таңдары» башҡорт фольклоры байрамы лауреаты.[1]

2017 йылда Өфө ҡалаһында уҙғарылған «Таланттар планетаһы» проекты сиктәрендәге халыҡ-ара конкурс-фестиваль лауреаты

2017 йылда — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» исеме бирелә.

«Рәсәй йырҙары» фестивале марафонында ҡатнашты, Н. Бабкина менән осрашты.

2019 йылдың 29 июнендә «Торатау - Йыйыны»нда, 2019 йылдың 14 сентябрендә һәм 21 сентябрендә Республика икмәк фестивалендә

2020 йылдың 26 ғинуарында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестивалендә сығыш яһаны.

2021 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя фольклориадаһында,

2022 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестивалендә ҡатнашты[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салауат ҡалаһында «Милли мәҙәниәттәр көнө» байрамы дипломы (2012).
  • «Яратам һине, тормош!» республика оло йәштәгеләрҙең ижады фестивале дипломы (2013 йыл, 2016 йыл).
  • «Халыҡ йыры» номинацияһында «Таланттар планетаһы» проекты сиктәрендә Халыҡ-ара конкурс-фестивале дипломы (Өфө, 2017 йыл).
  • Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының «Евразия йөрәге» республика милли кейем байрамында ҡатнашҡаны өсөн «Рәхмәт хаты» (2018 йыл).
  • «Өфө - Ладья. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһе дипломы (Өфө ҡалаһы, 2018 йыл).
  • Оло йәштәгеләрҙең Республика художестволы үҙешмәкәр ижады фестивале дипломы (2020 йылдың 1 октябре)

«Ашҡаҙар биҙәктәре» ансамбле Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм арттырыу, уны үҫеп килеүсе быуынға тапшырыу бурысына тоғро[5].

Ашҡаҙар (йыр)

  1. 1,0 1,1 1,2 АШКАДАР НАГЫШТАРЫ // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).
  2. АШКАДАР НАГЫШТАРЫ
  3. Видео. «Ашҡаҙар нағыштары» фольклор ансамбле сығышы
  4. Народный фольклорный ансамбль «Ашкадарские узоры»
  5. Народный фольклорный ансамбль «Ашкадарские узоры»